Даирә
+2 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
27 Ноября 2021, 05:50

Шамил Бикҡолов вафат булды

Ул ике тиҫтә йылға яҡын полиграфкомбинатҡа етәкселек итте.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Шамил Бикҡолов вафат булдыШамил Бикҡолов вафат булды
Шамил Бикҡолов вафат булды

Бөгөн ауыр яңылыҡ билдәле булды: Өфө полиграфкомбинатының элекке директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Шамил Бикҡолов вафат.

“Китап” нәшриәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул 76-се йәше менән барған.

Полиграфия тармағында Шамил Бикҡолов 1991 йылдан эшләй башлаған. Ул ике тиҫтә йылға яҡын полиграфкомбинат етәксеһе булды. Мәрхүм менән хушлашыу Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы янында уҙасаҡ.

“Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре Шамил Бикҡоловтың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Фото: "Китап" нәшриәте.

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас