Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Ноябрь 2021, 21:01

Әсәйҙәрҙе ҡотларға онотмайыҡ!

Иртәгә, 28 ноябрҙә, матур байрам – Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы һеҙгә башҡортса открыткалар, әсәйҙәр тураһында шиғырҙар һәм ҡотлау текстары тәҡдим итәбеҙ.  

Әсәйҙәрҙе ҡотларға онотмайыҡ!
Әсәйҙәрҙе ҡотларға онотмайыҡ!
 
Әсәйҙәрҙе ҡотларға онотмайыҡ!

Әсәй. Был һүҙҙә күпме наҙ, йылылыҡ бар! Әсәй – һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул.

***

Ҡәҙерле әсәйем! Һине ысын күңелдән байрам менән ҡотлап, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө һәм уңыштар, сикһеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйем. Әсәләрҙең күңелен ҡайғы-һағыш баҫмаһын, сабыйҙарҙың киләсәге яҡты булһын! Әсәй булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡтыр ул - һинең алда баш эйәм.

***

Ҡәҙерле әсәй!

Һине, ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кешемде, матур байрам – Әсәйҙәр көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм ҡайнар йөрәктән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет, уңыш, ырыҫ-ҡот һине бер ҡасан да ташламаһын. Иңебеҙгә ҡанат ҡуйыусы, яҡлаусы, һаҡлаусы кешебеҙ булғас, беҙ үҙебеҙ ҙә ҡанатлы, тимәк, бәхетле. Байрамың ҡотло, тормошоң бәхетле, донъялар имен булһын!

***

ӘСӘЙ! ӘСӘКӘЙЕМ! ӘСӘЙЕМ!!!

Байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәремде еткерәм. Күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен. Балаларыңдың изгелеген күреп, атайыбыҙҙың терәк-таянысы, кәңәшсеһе, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта йәшә лә йәшә, ҡәҙерлебеҙ!

***

ӘСӘЙ

"Әсәй!" тип телем асылған,

"Әсәй!" тип юлға сығылған,

"Әсәй!" тип бәхет табылған,

"Әсәй!" тип урап ҡайтылған.

 

"Әсәй!" тип төндә уянам,

"Әсәй!" тип өндә ҡыуанам,

"Әсәй!" тип йөрәк һыҙлаһа,

Ҡайтырмын бер, тип йыуанам…

 

Мине саҡырһа ла далам,

Юлдарға кәртә ҡоролған.

Тыуған яҡты һағыныуҙарым

"Әсәй!.." һүҙенән ҡойолған...

(Ҡ. Аралбай).

***

ӘСӘ КҮҢЕЛЕ

Әсә күңелен диңгеҙ тиҙәр,

Унда күпме ынйы бар!

Һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергән

Бала өсөн саф мөхәббәт

Ынйылары бит улар!

 

Әсә күңелен дала тиҙәр,

Ул тылсымлы, киң дала.

Ошо күңелдән башлана

Һәр кемдең дә ҙур бәхеткә

Аҡ юлдары донъяла!

 

Әсә күңелен ҡояш тиҙәр,

Унда күпме яҡтылыҡ!

Шул күңелдең яҡтыһынан

Тормош тағы балҡып китә,

Ерҙә арта яҡшылыҡ!

(А. Игебаев).

***

ӘСӘКӘЙЕМ

Таң артынан ҡояшҡа

Үрелгән гөлдәй,

Һоҡланам әсәйемә

Гел тәү күргәндәй.

 

Унан яҡын донъяла

Һис берәү ҙә юҡ.

Унан башҡа йәшәүҙең

Бер йәме лә юҡ.

 

Ерҙең һулышы йылы

Әсәй булғанға.

Зәңгәр күк йондоҙло

Әсәй булғанда.

(Н. Иҙелбай).

***

ӘСӘЙҘӘР БЕР ГЕНӘ

Әсәйҙәр йылмайғас,

Өй эсе йәмлерәк.

Әсәйҙәр бешергән

Аштар ҙа тәмлерәк.

 

Әсәйҙәр яратҡас,

Шат беҙҙең йөҙөбөҙ.

Әсәйҙәр булғанға

Бәхетле көнөбөҙ.

 

Әсәйҙәр бер генә –

Ҡәҙерен беләйек.

Йөрәктәр йылыһын

Уларға бирәйек.

(Ә. Әсәҙуллина).

***

ӘСӘ КҮҢЕЛЕ

Әсә күңеле - тәрән диңгеҙ, тиҙәр,

Шикләнмәйем, ысын, шулай бит.

Ул күңелгә күпме шатлыҡ һыйһа,

Ҡайғылар ҙа бик күп һыя бит.

 

Ауырлыҡтың барын онота ул

Балаһының бәхете хаҡына,

Тик балалар әсәй күңелдәрен

Аңлай алмай ҡала йыш ҡына.

 

Мәшәҡәтһеҙ-ниһеҙ ҙурайғандай,

Үҫеп алғас, ҡайһы балалар,

Әсәйҙәргә ауыр һүҙҙәр әйтеп,

Уңалмаҫлыҡ яра һалалар.

 

Әсә күңеле тәрән, киң дә, тиҙәр,

Кисерер ул, бәлки, балаһын.

Һаман өҙөлөр ул "балам" тиеп,

Һыҙлаһа ла йөрәк яраһы.

(Кәтибә Кинйәбулатова).

***

Әсәйҙәргә ваҡытыбыҙ етмәй,

Ашығабыҙ, бөтмәй эшебеҙ,

Сит-яттарға ярҙам күрһәтәбеҙ,

Әсәй көтөр – ул үҙ кешебеҙ!

Беҙҙең өсөн тик ул янып-көйә,

Көтә тәмлекәстәр бешереп,

Һыҙланыуын беҙгә һиҙҙермәйсә,

Төндә эсә дарыу йәшереп.

Күп һөйләйбеҙ, ләкин иң кәрәкле,

Иң ҡәҙерле һүҙҙе әйтмәйбеҙ,

“Ҡабаланам, әсәй, хуш хәҙергә!” -

Яуап биргәнен дә көтмәйбеҙ.

Эстән генә доғаларын уҡып,

Йүгерә-атлай ҡала оҙатып,

Төн йоҡламай аҙаҡ беҙҙе уйлап,

Беҙ китәбеҙ шулай илатып.

Күп кәрәкме уға? Ул бит әсәй!

Сикәһенә терәп сикәне,

“Һин кәрәкһең, әсәй, һағынам” тип

Бер ҡосаҡлап уны үпһәңсе!

Ҡояш кеүек балҡыр әсә йөҙө,

Йөрәгенә килер еңеллек…

Ошо йөрәк әле типкән саҡта

Ашығайыҡ өйгә иң элек!

(Фирүзә Абдуллина).

***

ӘСӘЙЕМ ҮҪТЕРГӘН МИНЕ

Әсәйем үҫтергән мине

Тыуған өйөмдә.

Рәхәтләнеп һөйләшәмен

Уның телендә.

 

Илаған саҡта әсәйем

Мине йыуатҡан.

Күкрәгенә ҡыҫып-ҡосоп,

Һөйөп йылытҡан.

 

Айҙай нурлы, көләс йөҙлө

Минең әсәйем.

Уға оҡшап мин егәрле

Булып үҫәйем.

(Айгөл Айытҡолова).

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: