Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
26 Ноябрь , 08:14

Ләйсән Үтәшева Павел Воля менән туй көнө датаһын нисек билдәләүҙәре хаҡында һөйләне

Ләйсән Үтәшева Павел Воля менән туй көнөн  нисек билдәләүҙәре хаҡында һөйләне

Ләйсән Үтәшева Павел Воля менән туй көнө датаһын нисек билдәләүҙәре хаҡында һөйләне

Билдәле гимнастка, телевизион алып барыусы Ләйсән Үтәшева Павел Воля менән  9 йыл законлы никахта булыу датаһын нисек билдәләүҙәре хаҡында социаль селтәрҙәге дуҫтарына һөйләне. Билдәле булыуынса, парҙар Парижға юллана һәм Эйфель башняһына ҡарап торған отелде һайлай.

Үтәшева әйтеүенсә, бергә ғүмер кисереүҙәренән алып, ул тәүгә Францияның баш ҡалаһында ял итә. Улар Елисей Яланында  ла булып өлгөрә һәм бындағы Яңы йылға әҙерлек иллюминациялары менән һоҡлана. Һуңынан пар өс йондоҙло Мишлен ресторанына юллана.

  • Паша ныҡ тырышҡан, – ти яҡташыбыҙ.

Әйткәндәй, туй көнөн билдәләү бының менән генә бөтмәгән – иртәгәһенә Ләйсән һәм Павел Фонд Луи Виттон бинаһындағы музейға бара. Гимнастка Ван Гог, Казимир Малевич, Пабло Пикассоның картиналары ныҡ оҡшауын әйтә.

 

Фото: Т. Аманов

 

 

Автор:Фируза Рахматуллина