Даирә
+17 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
26 Ноября 2021, 11:51

“Балалар майҙансыҡтары урынлаштырылды”

Азамат Ғәйфуллин, Иҫке Бәпес ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы: - Ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙең тормош шарттарын яҡшыртыу өсөн һәр йыл һайын бик күп эштәр башҡарыла.

“Балалар майҙансыҡтары урынлаштырылды”“Балалар майҙансыҡтары урынлаштырылды”
“Балалар майҙансыҡтары урынлаштырылды”

Азамат Ғәйфуллин, Иҫке Бәпес ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы:
- Ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙең тормош шарттарын яҡшыртыу өсөн һәр йыл һайын бик күп эштәр башҡарыла. Уларҙың барыһы ла халыҡ мәнфәғәте өсөн. Барлыҡ проблемаларҙы бер юлы хәл итеп булмаһа ла, әкренләп ниәттәребеҙҙе башҡарып киләбеҙ. Тиҙҙән һәр кемдең көтөп алған байрамы – Яңы йыл етә. Мәктәп уҡыусылары ҡышҡы каникулға сыға. Уларҙың каникулдары һәм дәрестән һуңғы буш ваҡыттары күңелле үтһен өсөн Ҡарлыманбаш һәм Абдулла ауылдарында балалар уйын комплексы барлыҡҡа килде. Унда 2 дана тау шыуыу ҡорамалы һәм бәүелсәктәр, тауға күтәрелеү ҡорамалы һәм ҡом майҙансыҡ булдырылды. Иҫке Бәпес һәм Яңы Ҡуғанаҡ ауылдарында “Ҡыш” типа аталған тау шыуыу ҡорамалы урынлаштырылды. Киләсәктә был майҙансыҡтарҙа балалар тауышы тынмаҫ, был урындар малай-ҡыҙҙарҙың яратҡан урынына әүерелер, тип ышанабыҙ.
Фирүзә ЙӘМИНЕВА яҙып алды.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас