Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Ноябрь , 18:33

Һөйгәнен ваннала батырған...

Ете йыл буйы ниндәй намыҫ менән йәшәне икән?..

Һөйгәнен ваннала батырған...

Тәфтиш комитеты Өфөлә 16 йәшлек ҡыҙҙың үлемендә ғәйеплене ҡулға алған, тип хәбәр иткән ведомствоның матбуғат хеҙмәте. Был хаҡта «Кп- Өфө» белдергән.

Был фажиғәле хәл ете йыл элек, 2014 йылдың авгусында Өфөлә була. Егетенең фатирында ваннала батҡан ҡыҙ кәүҙәһе табыла. Тәфтишселәр, тикшереү үткәреп, криминаль характерҙағы үлем, тип һығымта яһай.

Иң беренсе ҡыҙҙы 23 йәшлек егете табыуын белдерә, йәнәһе, көнө буйы ҡырҙа йөрөп ҡайтһа (ата-әсәһе өйҙә юҡта ҡыҙ унда ҡунаҡта булған), ишекте асыусы булмай. Оҙаҡ туҡылдатып, күршеләренән ярҙам һорап, балкон аша фатирына инә һәм һөйгәнен ваннала үлгән килеш тап итә. Күршеләре лә уның һүҙҙәрен раҫлай.

Шулай итеп, ғәйепле табылмайынса ул йылда был эш туҡталып ҡала. 2021 йылда тәфтишселәр эште яңынан тикшерә. Телефон һөйләшеүҙәрен, күршеләр, яҡындар, дуҫтарынан һорау алыу һөҙөмтәһендә шик тап теге егеткә төшә.

Тәфтишселәр фаразынса, егет наркотик ҡулланып иҫереп өйөнә ҡайта һәм ҡыҙ менән низағлаша. Һөҙөмтәлә ҡыҙҙы ваннала һыуға тығып һәләк итә. Аҙаҡ ишекте тыштан бикләп, яңы ҡайтҡан булып ҡылана…

Һорау алыу ваҡытында егет үҙенең ғәйебен тулыһынса таный. Шулай итеп, ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тигәндәре йәнә раҫланды.

Фото pixabay.com

Автор:Эльнара Шаймарданова