Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Ноябрь , 23:17

Фатиха

— Ҡайҙа икән тиһәм, ах, һин һәптән бисәә! Төшмәҫ тигәйнең мәллә эҙеңә? Ну -ка марш, өйгә!Тиҙ бул тием, ҡыбырла!Мәрйәм үҙе артынан эҙәрлекләп төшкән иренең асыулы януарҙай йөҙ менән екеренеүенә йөрәге ҡабынып ,ҡурҡып аҙарып телһеҙ ҡалды...

Фатиха

— Нимә мыштырлайһың, һаңғырауһың мәллә?Тор тиҙәр һиңә, ҡайт өйгә!
Нияз асыуынан аларған күҙҙәрен таҫырайтып, төкөрөгөн сәсеп урындыҡ ситендә бөршәйеп ҡалған шым Мәрйәмгә яҡынланы.
-— Нимә, мине хәҙер иргә лә һанамайһыңмы әллә? Әйттем бит, тор! Ҡайт! И ни шагу бүтән бында!
--Нияз?! Ни ҡыланыуың ул? Ҡәйнәм бит ныҡ ауырып китте. Өйөнә ут яғып, сәй генә эсерәйем тип килгәйнем дә. Хәҙер ҡайтырмын, ҡайта тор, йәме?!
Мәрйәмдең баҫалҡы ғына тауышы гүйә асыулы усаҡҡа май булып ҡына сәселде. Йоҙроғон ҡаты төйнәгән Нияз эре аҙымдар менән Мәрйәмгә табан атланы.
-— Их, хәшәрәт бисә! Яҡшылыҡ менән аңламаһаң, күрһәтәйем әле күрмәгәнеңде!
Ҡорбанын эләктерергә ынтылған януарҙай, ҡапыл ынтылып, сәс толомо төбөнән матҡып тотоп та алды.Ауыртыуға сыҙамай сытырайып ҡатын ирҙең сәс араһына уралғанҡулдарын тартҡылап маташты. Әле генә ҡулда тотҡан ҡайнар сәйле кәсә лә, низағты күтәрә алмағандай, иҙәнгә төшөп селпәрәмә килде.
-— Нияз, ебәр тием! Ебәәәр! Ааай! Хәҙер, хәҙер ҡайтам тинем бит!- Мәрйәмдең ялбарыулы тауышын ир ишетергә лә теләмәне.
--Нияз, балам, нишләүең был? Ҡуй, киленгә теймә. Теймә!-көс хәл менән һөйләнгән Мәрғүбә ҡарсыҡтың һүҙҙәре ишетелмәй, иғтибарһыҙ ҡалды.
Ҡаҡсаҡ ҡына ҡатынының аяғын ергә тигеҙер тигеҙмәҫ елтерәтеп соланға этте. Елкә төбөнөң умырылып ҡалған бер ус сәсе ир ҡулында ҡалып, Мәрйәм елтерәп тупһа ишегенең тотҡаһына бите менән барып һөрлөктө. Һалҡын ҡышта туңып торған тимер тотҡа ҡатындың аҫҡы ирененең бер ҡат тирен һыҙырып үҙендә алып ҡалды.
Ниһайәт ире ҡулынан ысҡынғанға ышанмай, быуынһыҙ кеүек һын, һыуыҡ туң иҙәнгә йығылды.
-— Хәҙер артымса ғына ҡайтмаһаң өйгә, ысмотрри бисәкәй! Кире киләм, күрмәгәнде күрһәтәм!,-йылан кеүек ыҫылдай биреп әйтеп, арт һанына ҡаты ғына тибеп, ҡар өҫтөндә ауыр шағырлау эҙҙәре һалып сығып китте Нияз.
Солан ишегенең еткерә ябылмаған егенән ҡәйнәһенең һаман да: "Теймә киленгә, теймәәәә! " тигән ялбарыулы тауышын ишетеп бер Мәрйәм генә әсенде.
Һыуыҡ ҡыш. Ҡасан ғына әле ошо тупһаға үҙе күтәреп килтереп мендәргә баҫтырып индергәйне Ниязы. Бөгөн килеп кәрәге бөткән әйберҙәй ҡанһыратып һыҙландырып һелтәп тә ҡуйҙы...
"Уйҙарға бирелеп уйланып ултырһаң, күп уйлап тормаҫ, килер теге убыр, ҡайтыр кәрәк! ",- Мәрйәм туҙған сәстәрен рәтләп түбәйенә сөйөп урап, ҡаны тыммай ыҙалатҡан иренен яулығы ситен йыртып алып баҫып, өҫ кейемен инеп алған рәттән ҡәйнәһен дә белгертмәй генә тынысландырып ҡайтырға сыҡты.
Ҡайтыу тиеүе лә ҡыйын, юл аша ғына торалар ҙа бит. Ҡайны үлгәс, ҡәйнәһен бергә алырға теләгәйнеләр ҙә, Мәрғүбә ҡарсыҡ ҡырҡа ҡаршы торҙо. Ниязының да холҡҡонаһы ташҡа үлсәйем генә инде. Әллә нишләп үҙ әсәһен үҙһенмәй, үгәй ҙә түгел, үҙ әсәһе. Үрәпсей ҙә сыға Мәрйәм ҡәйнәм тип һүҙ башлаһа.
Мәрйәм һаҡ ҡына урам ҡапҡаһын асты. Мунса тупһаһында көрәк тотоп ниҙер эшләп йөрөгән ирен күреп өндәшмәй өйгә инеп китергә теләгәйне лә :
-— Нимә, шымтояҡ бесәй шикелде генә инеп бараһың?! Кил әле бында! Минең эшкә тип сығып киткәнде көтөп кенә торҙоңмо? Ә?
Бының был яғына, бер аяғыңды ла баҫаһы булма!
-— Һуң, Нияз? Ул бит һинең әсәйең!
-— Төкөрҙөм мин уның әсәйлегенә! Башҡа балаларын вис байытып бөттө, миңә шиш! Улар ята әҙер йылы өйҙә, әҙерҙе ашап, ә мин ат урынына егелеп эшләп, ишеү уны ла ҡарарға тейешменме? Минән башҡа ете балаһы бар! Ҡараһындар! Миңә генә тимәгән!
-— Улай тимә әле, Нияз?! Өй һалғанда баш ябыуына тип аҡса бирҙе , машина алғанда ла әҙ аҡса йомдорманы ҡулыңа, һыйырын да бер тин һорамай ҡыуып индерҙе кәртәгә, ҡарыуы ҡайтҡас. Уйла әҙерәк?
-— Һин нимә?! Миңә аҡыл өйрәтергә булдыңмы, икәүләп ултырып миңә ҡаршы килергә булдығыҙмы? Килеп сыҡмаҫ, бисәкәй! Бар, сәйеңде ҡуй, бушты лығырҙап торғансы. Урманға барабыҙ утынға, котельныйға...Кеше әпсәһен әпәүләгәнсе үҙ әпсәңде эҙләп тап лутсы...
Мәрйәм Нияздың һуңғы һүҙҙәренән аңҡы тиңке булып, күҙ алдары ҡараңғырып өйгә атланы. "Үҙ әсәм. Ҡайҙа икән һуң?"
Электр самауыры еңел шыжлап, һыуынып та өлгөрмәгән сәйен ҡабаттан ҡайнатты, табала ҡәйнәгә тип ҡойолған ҡоймаҡтан ҡалғаны тәмле еҫтәр сығарып шытырланы. Ҡулйыуғыс янындағы көҙгөгә яңылыш ҡына күҙ ҡарашы эләгеп ,үҙен үҙе танымай, хатта бер аҙ ытырғанып ҡарап ҡуйҙы Мәрйәм. Тиреһе ҡуптарылып ҡанаған аҫҡы ирен шешеп һалынып төшкән, муйылдай ҡара күҙҙәр төпкә батып өңрәйеп ҡалған, ике сикә ситендәге һөйәк сурайып бит тиреһен һәлендереп элеп алған. Дөм ҡара сәстәр араһын аҡ юлаҡтар сыбарлай башлаған, ә бит уға әле ҡырҡ та юҡ ?!
--Нимә, үҙеңде тәүләп күрҙең мәллә?,- Нияздың көлөмһөрәп тупһанан уҡ мыҫҡыллы өндәшеүе тертләтеп ебәрҙе. Ҡурҡышынан ҡулындағы табаһын саҡ төшөрмәй өҫтәлгә ҡуйҙы, белгертмәҫкә тырышып йүгереп йөрөп тигәндәй өҫтәл әҙерләне.
-— Ул бер йәне сығып барған әбейҙе ҡарап ваҡыт үткәргәнсе, ана, һарайҙағы малды ҡара! Вәт исмаһам, аҡса! Йәшәрен йәшәгән, ундай йәшкә етһәм мииин!,- Нияз Мәрйәм аңына һыймаҫ һүҙҙәрҙе теҙҙе лә теҙҙе.
Ишетмәҫкә теләп ишеккә атлағайны ла:
-— Һы, мин сәйҙе үҙем яһап эсергә тейеш штоли?,-тиеүенә самауыр төбөнә килеп ултырыуҙан ары яй тапманы.
---Мәктәп котельныйына утын әҙерләйбеҙ, алмашсыны ҡалдырҙым урынға, урман эшенең аҡсаһы мулыраҡ,шуға. Малды үҙегеҙ ҡарап ябырһығыҙ, беҙ төнләп ҡайтырбыҙ ул...
Ҡатын бер ни өндәшмәне. Ҡорһаланып ашаған иренең ауыҙына ҡарап, бөгөнгө ҡылығының асылына төшөнә алмай аҙапланды. Ашанып туйып, "әпәрен "дә әйтмәҫтән һикереп тороп сығып киткән ире артынан ишек ябылыуға иркен һулап ҡуйҙы. Әйтерһең дә муйынын һығып торған муйынса өҙөлдө.
Етеҙ генә йөрөп сәй урынын йыйыштырҙы, ҡапҡа ишек алдарын ҡырып ҡарҙан таҙаланы, ә күңеле һаман Нияздың үҙ әсәһенә нәфрәте сәбәбен эҙләне.Шулайыраҡ шул, электән
ниңәлер гел ҡырын тартыр булды шул Нияз туғандары араһында, ылыҡманы тиерлек. Әллә бер имсәкте имеп үҫкәндәр шулай бер береһенә көнләшеүсән дә булып ҡуялармы икән? Улай тиһәң ҡайнағалары бер береһенә ҡатышышып татыу ғына йәшәйҙәр шикелде, ҡырҙа булғастары барса юғын ҡайҙан беләң инде?
Әле шул ҡәйнәһе ҡаты ауырып йығылғас шылтыратҡайны ла һәр ҡайһыһына, һәр береһенең мең төрлө һылтауы: береһе командировкала, икенсеһенең эштәге алмашсыһы сирләгән, өсөнсөһөнөң ейәндәрен ҡалдырыр ере юҡ, дүртенсеһе бер айҙан ғына отпускыға сыға икән дә, бишенсеһе ...бишенсеһе бөтөнләй телефонды алыуҙы ла кәрәкле тапманы. Мәрйәмдән башҡа бер кем йәлләмәй ахры Мәрғүбә әбейҙе. Эх, алып ҡайтып тороп көтһә ине, үҙ өйөндә. Тере йоҙаҡ булып сутырлашып ҡына йәшәрҙәр ине лә. Бынау Ниязы әллә нишләп улай ҡаты ул үҙ әсәһенә?!
Урам тышына сығыуҙан тыйылып, мәктәптән ҡайтҡан улын өләсәһе янына хәл белешергә ебәреп күңелен бер аҙ тынсыны. Әбей бер аҙ еңеләйеп, тороп ултырған икән дә.Йүгертеп йөрөп мал тыуарға һыу эсереп, бесән һалып, ҡараңғы төшөүгә табан һарайға бикләп ҡуйҙы. Төнләп ҡайтыр ирен йылы аш менән һыйлау уйынан мул ғына итеп кәстрүлгә ит төшөрҙө, туҡмасын йәйеп киптерегә һалды. Сәсе йолҡолоп ялтырап ҡалған елкә төбөнөң һыҙлауын баҫырға тип яулыҡ та урап ҡараны, баҫылманы. Сәй эсәм тип ынтылған һайын ирене лә әсе һыҙлап йөҙәтте. "Тән яраһы төҙәлеер..."үҙ алдына үҙе шулай тип ҡуйҙы Мәрйәм.
Киске ашты ашап, йоҡларға урын йәйеп тә бөттөләр. Нияз һаман юҡ. Мәрйәм урамға сығып киске тын һауала ауыр техника - трактор тауышын тыңлап ҡараны. Ара тирә өргән эттәрҙән башҡа бер ни ишетелмәй. Йоҡлап ята тип әйтмәһен тип, солан утын һүндермәй генә яттылар. Тик Мәрйәмдең күҙенә йоҡо һис тә эленмәне .Берҙән һыҙлаған баш яраһы йомшаҡ мендәрҙе "үҙ итмәне ", ҡайһылай ятып ҡараһа ла һулҡ һулҡ итеп тик торҙо. Ни тиклем бураланып сығып китһә лә ире Нияздың имен генә ҡайтыуын теләп теләне, тик яраһын ярып тоҙ һибеп киткәндәй һүҙҙәре тынғы бирмәне ."Үҙ әпсәңде эҙләп тап! ", эҙләмәне ме ни Мәрйәм? Кемдең ташландыҡ булғыһы килһен? Үҙен иҫ белгәндән алып көттө бит ул әсәй тигән изге йәнде, тик ул килмәне. Эйе, Мәрйәм балалар йортонда үҫте. Тыуҙырған әсәһе бер остоҡ ҡағыҙ ғына яҙып унан баш тартҡан, Мәрйәм ниңәлер гел көттө, ул килер кеүек ине. Бәлиғ булып үҫкән йорттан таралышҡан саҡта тәрбиәселәрҙән әсәһенең исем шәрифен, йәшәгән адресын да белешеп алып сыҡты. Бер нисек тә бер үҙе барырға йорьәт итмәне, училище бөтөп, Ниязға кейәүгә сыҡҡас ҡына, икәүләшеп барҙылар әсәһенең ауылына. Хәкимова Мәрзиә Әнүәр ҡыҙы, ауылдаштары таныны исем шәрифен, әммә ныҡ ҡына "боҙолған " булыуы, аҙаҡ алыҫҡа сығып олағыуы, бер хәбәр хәтере булмауын әйттеләр. Күңеле ныҡ төштө. Нияз янында үҙенең эскесе ҡатын балаһы булғанына түбәнһене. Шулай онотолғайны ла кеүек был хәл, тик асыуы ҡабарһа Нияздың һәр саҡ тырнап алырға яратҡан яраһы был юлы ла ҡабат ҡанһыраны.
Соланда ниҙер "таңҡ " иткәндәй тауыш биргәнгә, еңел кейенеп ишек - ҡапҡа тирәһен ҡарап инде. Сасҡау һыуыҡ ғинуар төнө. Утыҙ градусҡа яҡынлап килгән һыуыҡ солан таҡталарын шулай тауышландыра икән. Төн уртаһы булһа ла ҡулына гәзит алып та ҡараны, күҙ хәрефтәр буйлап йүгерһә лә, күңеле бөтөнләй икенсе яҡта аҙашып аңлай алманы. Сәйен яңыртып та, тулы сынаяғы эселмәй һыуынды. "Аллам һаҡлаһын, үҙенә ҡаты ғына булһа ла Ниязы имен генә булһын инде, улдарым ҡалайтыр ҙа, үҙем нишләрмен? ",-тигән уй мейеһен сыйып үтте. Керпек ҡаҡмай таң етеүгә , уйҙарҙы ҡасырып йоҡо баҫты. Тыныс булманы тик йоҡоһо, берсә тертләп, берсә илап һаташып уянып йөҙәне.
Иртән малдарҙы асып, бесән һалырға тип кәбән башына менгәс, шәп атлап үҙҙәренә табан килгән фельдшер Шәрифәнең үҙҙәренә табан килгәнен күргәс йөрәге жыу итеп ҡалды." Әллә бер бер хәл булдымы икән? "
Булған икән шул. Нияз ағас бысып торған саҡта, ҡалғып ултырған икенсе ағас өҫтөнә тиерлек ауған. Хәле билгеһеҙ тине, район үҙәгенә ашығыс документтарын алып барырға кәрәклеген әйтте лә китте Шәрифә. Мәрйәм ҡулына һәнәк тотҡан килеш албарғып байтаҡ торҙо . Йәһәтләп ары - бире бесән һелтәп, документтарын барлап юлға сыҡты. Автобус күптән киткән, эләгә - һарҡа төш яҡынлашыуға барып етте район үҙәгенә. Нияз реанимацияла. Хәле бик хөрт. Яһалма тын алдырыу аппараты аҫтында ятҡан иренең битендә ҡан төҫө ҡалмаған, ап аҡ. Үҙ иҫендә түгел. Күп ҡан юғалтҡан. Врачтарҙың теленән ҡан кәрәклеге, ҡиммәтле кәрәкле дарыуҙар юҡлығын ишетеп әсенде. Бер хәрәкәтһеҙ ятҡан иренең янына даими ҡараусы кәрәклеген дә аңланы. Ҡайһылай итергә? Ҡалала уҡыған өлкән улын ҡайтарыр ине лә уҡыуы ҡала, үҙе килһә бар доньяһы ҡарауылһыҙ. Мәрйәм ни ҡылырға ла белмәй бер гилке иренең хәрәкәтһеҙ кәүҙәһенә ҡарап торҙо. "Эй, Хоҙайым! Әле генә ер емерерҙәй йөрөгән кешене, ана ни рәүешле һалып та ҡуйҙың һуҙып?! "
Ҡайтып, өй ҡураны күршеләр менән һөйләшеп ҡалдырырға уйлап, ҡайтыр юлға сыҡты. Башы һуғылыуҙан күҙ төбөнә төшкән күкте, һыҙырылған иренен шәл менән ҡапларға тырышып, таныш тоноштар тап булып ҡуймаһын, тип уңайһыҙланып шәпләп атланы. Кисләтеп башлаған һепертмә буран ҡайтып етеүгә буйтым көсәйҙе. Урамдарына етә килә ҡәйнәһенең шәлгә уранып ҡапҡа тышында тороуын күреп ҡурҡып китте. " Әллә ишетте микән? "
Мәрғүбә әбей балаларының тәҙрәһендә ут, мөрйәләрендә төтөн күренмәгәнгә аптырап ҡапҡа тышын ҡыҙыра ине шул, ҡыйып инергә генә баҙнат итмәне. Йә Ниязы ҡаршы килеп сығыр тип ҡурҡты.(Йә Хоҙай, үҙ балаңдан өрк инде?!)
Мәрйәм әбейҙең күңелен, хәлен аңлап Нияздың ҡазаһын өҫтөн генә һөйләп бирҙе. Тик иҫһеҙ, күп ҡан юғалтыуын ғына өндәшмәне. Ап аҡ шәлгә уранған Мәрғүбә әбей был хәбәрҙән кесерәйеп ҡалғандай тойолдо Мәрйәмгә. Бала бит инде ни тиһәң дә!
Был төндө лә тамсы йоҡоһоҙ үткәрҙе ҡатын. Тәне түгел күңеле һыҙланы. Баш баҫып барырҙайы юҡ, кемдән ярҙам өмөт итергә? Бар йыйған төйнәгәндәренә көҙөн беларус алып ҡуйғайнылар. Йығып һуйып һатыр мал да юҡ, һыйырҙары еленләп тора. Ҡалайтырға?
Уйҙарын төн тимәй ҡапҡа келәһен күтәргән тауыш бүлде. Кем икән? Яй ғына атлаған аҙымдар, ҡар өҫтөндә еңел генә тауыш сығара. Бала саға тиер инең, төн. Был - Мәрғүбә әбей булып сыҡты. Ҡульяулыҡҡа төргән аҡсаһын усына йомоп, таңдан юлға сығыр килененең хәсрәтен, йоҡо бирмәгән ҡайғының бик ҡаты икәнен ҡайҙан белгән тиһең?! Хәйер, килен булып төшкәне бирле бар уй теләген һиҙеп торҙо бит ҡәйнәһе. Ниязы менән һүҙгә килешһә лә, ҡәйнәһе менән һис телләшмәнеләр. Аңланылар бер береһен, хатта һүҙһеҙ. Был юлы ла шулай.
Ҡәйнәһенең терәк булып йәшәүенә ҡыуанған Мәрйәм, яңы тыуған көндән ҡыуаныс көтөп, бураны тымған, көрт урамдан юл ярып ҡалаға юлланды.
Әсәй күңеле һиҙгер шул. Ниязының бәйеле аҙып киленгенәһен ғәйепһеҙгә ғәйепләп йолҡҡолап тиерлек һелтәүенән үк бәлә килерен һиҙенә ине Мәрғүбә әбей. Тәнен йәне генә ташламаһа, бирешмәҫ, һынған сыҡҡан ерҙәре лә йүнәлер, әҙерәк имәүҙерәк ҡыланыр башҡаса бәлким, аңлаһа, тип үҙен үҙе йыуатты. Бына Мәрйәм киленен генә йәлләй, әле бында, әле тегендә саба. Ҡыш көнө юл йөрөүе лә ауыр бит. Ҡул аҫтына инеп барған алай ҙа улғыналары бар. Теле менән әйтмәһә лә, күҙҙәренән аңлап торҙо бит уны Мәрғүбә әбей ,хатта килен булып яңы төшкән сағынан уҡ. Ниязы ҡаланан эйәртеп етәкләп килеп ингәс тә күңеленә ятты.Ауыҙ тултырып ҡоҙағый тип өндәшер кешеһе булмауына бер аҙ эсе бошто бошоуға, шулай ҙа белгертмәне. Йәлләне килен балаһын.
Етем ҡорһағы ете ҡат ,ҡат ҡатына китеп тора, имеш тип юҡҡа әйтмәгән икән ололар борон.Юҡ, ризыҡ ҡыҙғанғандан түгел, балалар йорто ғәҙәтеме, кеҫәһенә икмәк, йә башҡа ризыҡ һалып алып ашауҙы бер гилке ташлай алмай аҙапланды үҙе. Ипле генә бер ике әйтеүҙә, үпкәләмәй үсекмәй аңлап, был ғәҙәтенән дә арындырҙы ҡәйнә кеше. Әсе теллеләрҙең "бирнәһеҙ килен ", "етем килен " тигән һүҙҙәрен дә ишетмәй, үҙ ҡыҙына әҙерләгәндәй итеп түшәк ҡаралты йүнәтеп, өйҙәренә сыҡҡанда өр яңы һандыҡҡа һауыт һаба тултырып оҙатты. Тиң бәхетле ғүмерҙәренә донья малы етешһеҙлеге мәшәҡәт һалмаһын тип кенә тырышты. Килене лә аңлап ҡына торҙо үҙен, һыйыр һауырға, айыртырға, һөт ризыҡтары йүнәтеүгә, ҡыштарын бәйләм тегеү серҙәрен бүлешеүгә ылығып, ҡул аҫтына инеп кенә килде. Яңылыша, тағы яңылыша, ҡул һелтәмәй, ҡара тырышланып барыбер үҙе теләгәнсә эшләп ҡуйыр холҡон бигерәк яратты Мәрғүбә. Тик әсәһе менән артыҡ дуҫ булып сөкөрләшеп кенә эш итеүҙәрен Ниязы ғына үҙ итмәне. Хәйер, ҡустыһынан да шулай ҡыҙғанғайны бала саҡта. Бер мөйөшкә китеп үсегеп, көндәр буйы тамаҡ ашауға ла ҡарышып ыҙалатыр ине. Әрменән ҡайтып һабантуйға сабышҡа ат өйрәтәм тип йөрөгән еренән, аттан ҡолап ҡына әрәм булды кинйәкәү улы Нәҙергенәһе. Ошо көндә яңғыҙ ҙа ултырмаҫ ине әле, өйләнер, ейән ейәнсәрҙәр һөйөп кинәнеп үткәрер ине көнөн. Яҙманы , яҙмышҡынаһы шулай булғандыр инде...
Киленен юлға оҙатып ҡалғандан баш терәп ятманы бөгөн Мәрғүбә. Дарыу төймәләрен дә ҡапманы, тәнендә ниндәйҙер еңеллек тойоп, келәтенән табаҡ өйөп он индерҙе, мейес ҡашағаларына ҡунған саңды һөртөп аҡлап ҡуйҙы. Түңкәреүҙе ятҡан ҙур кәстрүл, сөгөндәрен күреп, оло ғаиләһенә тамаҡ йүнәткән саҡтарын иҫләп илап та алды. Тимер күкрәкле зыңғыр сепараты ла аҡ төҫөн онотоп "ҡороп " ҡалған, оло мейестә көн аралаш икмәк һалған ҡара суйын табалары ла етемһерәп ҡырын йығылған." Үәәәәй, бар ине бит ! Кем уйлаһын инде шулай ҡош балалары ише таралышып китерегеҙҙе балалар! "күңеле йомшарып һәр ҡашығаяғын һыйпап уҡ алды. Урындыҡ тәңгәленә бабайы ҡатып ҡуйған урҙа өҫтөндәге бер гилке кейем һалымын ҡалҡытып, йәш саҡтарын хәтерләтер аҡ суҡлыҡай ғына кизе шәленә төртөлдө ҡарашы. Аҡ ерлеккә төшкән ҡып ҡыҙыл эре сәскәләр! Хатта башына һалырға ҡыҙғанып урҙала ғына тотто бит үҙен, саңланып ҡына бөттө инде. Бер аҙ ҡағып һуғып, кире бөкләп йүнәтеп элеп ҡуйҙы. Балитәкле күлдәктәре, кәзәкей камзулдар ҙа ҡағынышып кире ҡуйылды, ҡасандыр үҙ ҡулдары менән һуҡҡан дебет шәлен дә ентекләп тикшереп урҙаға кире теҙҙе, һиҙәптәре һары етендәй , һандал төҫлө күкрәксәһен тотоуға әллә ни булды ла ҡуйҙы.Күҙ алдары аҡлы ҡаралы томанланып, бер туҡтауһыҙ йондоҙҙар һикереште, арҡа буйынан зымбырлатып ниҙер үтеп, соңҡаны тотоп, башты биләне бар ҡоршау. Аяҡтар ебеп быуынын юғалтты. "Тотто!дәвлинйә тотто тамам! "
-— Ыһ...ыһ...

Аяғы аҫтында ер тоймағандай, быуынһыҙ йығылып барған ерҙән, ян яҡтан таяу эҙләгән ҡулдар матҡып бер ҡосаҡ кейемдәрҙе үҙ өҫтөнә ауҙарып, урындыҡ өҫтөнә ҡоланы.
-— ыһ...килен... балам...ыыыһ...
Мәрғүбә ҡарсыҡ аяҡтары ауырлығын да тоймай әллә күктән әллә ҡайҙан бушлыҡтан атлап бара. Башында аҡ суҡлыҡай шәле, сылт аҡ япмалы оҙон күлдәк кейгән. Тәне шундай еңел, артына боролоп ҡарай: унда бер ике аҙым ҡала Ниязыы килә.
---Кил, етәкләйем балам!
Уныһы ғәҙәттәгесә өндәшмәй, башы баҫынҡы. Үсеккән тимәк.
---Әсәәәәй, мин бындаааа!
Мәрғүбә алға ҡарай, анааааа, эээй, үҙее! Нәҙер улы көтөп тора икән ишек асып.Сәйер...нишләп улының ҡанаттары бар икән? Мин тыуҙырғанда ҡанатһыҙ ине лә?!
Нияздың ҡылтайып артта ҡалыуы бына нигә икән?
Һағынған кинйәкәүен!
Аҙымдарын ҡыҙыулатып атлауға, суҡлы шәл остары ҡулдарға ҡағылып ҡанаттарға әйләнеп, йәйелеп алға әйҙәне. Еңееел... Остоооо!
---Нияаааааз!!! Ҡалма балааам! Аҙашып ҡуймаааа!
Ҡапҡа асып көтөп торған аҡ ҡанатлы ҡошсоғон эйәртеп инеп китте аҡ суҡлы яулыҡлы йән...
Мәрйәм ҡала үҙәгенә килеп етеп дауахана тупһаһына баҫыуға артынан ҡәйнәһенең үлеме хаҡында хәбәр ҡыуып та етте. Йәшәү менән үлем араһы... Бер аҙым, бик аҙ ғына ваҡыт икән?! Һис кенә лә иҫенә килмәгән Нияздың кәүҙәһе янында түгелгән күҙ йәштәре аша Мәрғүбә әбейҙең хәлен еткерҙе. Өнһөҙ хәрәкәтһеҙ һын нисек ятһа шулай тын ҡабул итте яңылығын. Төн ҡараһында ҡәйнәһе үҙ ҡулдары менән ҡульяулыҡҡа төйнәп биргән һумлыҡтарын илай илай ҡутарып, кәрәкле дарыуҙарға тип һалды. Ирен көтөргә яллаған медсестра кеҫәһенә лә ҡульяулыҡтан арыуыҡ сумма инеп ятты.
Тағын юлға. Ҡышҡы көндә ҡойоп ямғыр яуамы ни! Күҙ алмалары субырлап аҡҡан йәштәр аша ҡайтыр юлды сырамытып алға ҡарай...
Ныҡ ауыр кисерҙе Мәрйәм ҡәйнәһе үлемен. Ҡасандыр үҙен яңғыҙмын тип яңылышҡанын аңлап, ҡола яланда ҡалғып ҡалғандай тойҙо. Буп буш һил донья. Тайырһың, таянырың юҡ. Сер һөйләрһең, һине тыңлаусы булмаҫ. Тик торорға ярамай, атларға кәрәк, юлды тик үҙең һайлайһың, аҙымыңа ла үҙең хужаһың. Ҡыйын! Тәүге тапҡыр ҡыйын ысынында Мәрйәмгә.
Ҡәбер тынлығы, ҡәбер ҡаралығы ҡапланы көндәрен. Ҡәйнәһенең өсөн уҡытып Нияз янына ашҡынды. Ваҡыты ваҡыты менән аңына килгән иренә өмөт менән ҡарап йыуанды. Иҙелеп тиерлек бөткән бил тәңгәле, эс бауырына ҡатмарлы операцияларҙан, һанһыҙ һынған һөйәктәр һыҙлауынан һыҡранған бисара йән йәшәү һәм үлем менән көрәшеп бер була. Иҫендә булһа ла теле көрмәлә, күҙҙәре генә төпкә батып бар теләгәнен әйтергә теләй. Бар тәнен ҡоршаған система энәләрен һыпырып аяғүрә баҫып тороп китер көнөн тиҙләтергә теләп аяҡ осонда Мәрйәм көн төн теләк теләп һыҙланды.
Тик Ниязы бер генә лә алға барманы. Юғары тән температураһы уттай яндырып, күпме тырышмаһындар һис башһынырға бирмәй ыҙалатып әжәл бер таңда үҙ арбаһына ултыртты Ниязды. Тартҡылашты, тартышты. Тел осонда сәйер тауыш сығарып ырылданы, тик...тик йәненең һуңғы һулышы сыҡҡанда ғына " әәәсссс....әәәәәсссс ",-тип өҙөлдө һүҙе.
Һалҡын, йәнһеҙ тәненә йығылып һулҡылдап илаған Мәрйәмде саҡ айырып алдылар. Үҙ әсәйе булһа бәлким "әсәәәй, әсәәәй! "тип тә илар ине. Һүҙһеҙ иланы...
Биш көн арауыҡта ғына бер бер артлы зыяратта ике ҡәбер ҡарайып ҡалҡынды.Мәрйәм иңдәрендә ҡалҡыта алмаҫлыҡ ауырлыҡ тойоп ҡайғынан ҡарайҙы...
Үлгәндәр артынан үлеп булмай, балалары хаҡына йәшәүгә көс алып башын баҫып эшкә бирелде. Ҡараусыһыҙ ҡарттарға ярҙам күрһәтеүсе булып эшкә төшөп көнөн эштә булһа ла, төндәрен күҙҙәрен йоҡо алмай яҡындарын һағынып йөҙәне. Ҡайнаға килендәштәренән тыш бер туғанһыҙ булыуы йәнен әрнетте. Ҡайҙалыр ҡырға олаҡҡан үҙ әсәһен осратырына нишләптер өмөтө һүнмәне.Һәм ул көн булды ла.
Бер көн шулай эштән ҡайтыуына ҡапҡалары тышында ят машина тороуын күреп аҙымдарын йәһәтләне. Урам эс яғынан сығып килгән ҡарт ҡына ҡатын таныш та кеүек күренде, тик иҫләй алмай шул. Берәйһе яңылышып килеп туҡтағандыр тип тә уйланы. Юҡ икән. Һүҙен ниҙән башларға белмәй аҙапланды ҡатын.
Урам тышында тотмай өйгә үтеп, сәй янында аңлаштылар саҡ. Ысынлап та, ҡасандыр үҙен доньяға тыуҙырған ҡатын үҙе икән был.Мәрйәм хатта тын да алмай тыңланы...
...Балаҡайым...миңә рәнйеп кенә илаған көндәрең әҙ булмағандыр. Ғәйеплемен. Яратып яралттым, тик ҡаршылыҡтарҙы еңеп емереп бәхетле бала саҡ бүләк итә, аҡ һөтөм менән туя имеҙә лә алманым шул. Ун алты ғына йәш ине миңә. Атайың тейеш Ильяс атлы егет менән бер беребеҙҙе ныҡ яраттыҡ. Һөйөүҙән иҫереп һине яралттыҡ. Тик.,тик Ильястың ябай көтөүсе малайы булыуы әсәйемә ныҡ оҡшаманы." Нисек инде атайың председатель башы менән яңғыҙ бөртөк ҡыҙын көтөүсе балаһына тоттороп ебәрһен?!",-тип туҙынды. Ҡалаға ауырымды өҙҙөрөргә бер нисә ҡат алып барырға ҡарар итте, ҡастым. Ҡырға, ҡая башына ҡасып, ҡорһағымды ҡосаҡлап тик яттым. Ильяс менән араны ла боҙҙолар, ҡайһындай ҡайнар йөрәкле егетте һыуындырып ҡырға ебәреү яйын таптылар. Мин ышана инем, Ильяс мәжбүр булды ғына, һөйөүе һис тә һүрелмәне ул. Ауырымды өҙә алмағас, тапҡас ҡалдыраһың балниста, тип алдан киҫәтеп ҡуйҙылар.Ҡорһағым көндән көн беленә , ауылдаштар күҙенән ҡасырып ҡалаға, таныштарына йәшәргә һалдылар. Атайым йомшаҡ күңелле булды, әсәйем генә ҡаты тотто ҡарарҙы, өйҙә тик уның һүҙе генә һүҙ булды.
Мәле етеп, һине тыуҙырҙым. Шундай матур, йоморо ғына ҡыҙыҡай! Имеҙергә бирергә тыйып киткән әсәйем. Илай ялбара врачтарҙан имеҙергә һорап алдым. Эх, ул кисерештәр! Кескәй генә ауыҙыңды киң асып күлдәк иҙеүе иренеңә тейеү менән эҙләнә башлайһың. Йотлоғоп имә имә арып йоҡлап киткән булаһың. Ауыҙыңа уртаған һөтөңдө лә йыя алмай йыш- йыш тын алып иҙерәп йоҡлап, күҙ алдымдан мәңге китмәнең. Ун көн һинең менән шулай иркәләнешеп өлгөрҙөк. Ун беренсе көн миңә сығырға кәрәк ине. Һинһеҙ. Әсәйем минән алда уҡ " отказной " яҙып ҡуйған, ҡултамғамды ғына ҡуйырға саҡырҙылар. Ҡырталаштым, тағы ла әсәйем ҡулдары көсләп тотоп имза ҡуйҙырҙы. Хәйләмде эшкә егеп, врачтарға инәлеп, биш көнгә һинең янда ҡалдым. Биш көн, биш секундтай ғына булды. Ҡул аяҡ бармаҡтарыңды тотоп, ҡара шырт сәстәреңде һыпырғылап хоҙайымдан һиңә бәхет һорап ялбарҙым. Йылмайғаныңды, атлап киткәнеңде, тәүге һүҙҙәреңде ишетә алмауыма әсенеп иланым. Күкрәгемә һалып һуңғы көндә буҙлағаным һаман бөгөнгөләй иҫемдә: мин илайым, һин күҙҙәреңде миңә төбәп ҡабалана ҡабалана имәһең. Ҡорһаланып сәсәп китәһең, тынысланып тағын имә башлайһың... Имеп туйһаң да йоҡламаның, йүргәгеңде асып һуңғы тапҡыр яланғас түшеңдән һыпырып хушлашып ҡайтырға ишек асып сыҡтым. Ҡул аяҡтарыңды болғай болғай ятып ҡалдың...
Күкрәгемә һөт төшөп һыҙлаған һайын һине уйлап иланым, һыуыҡ шешә ҡосаҡлап ятҡан ҡулдарыңды күҙ алдына килтереп һыҙландым.Әсәйемә инәлдем, аңламаны, тыңларға ла теләмәне. Үҙ үҙемә ҡул һалырға ла маташып ҡараным, муйыныма элмәк элеп тә, күҙ алдымда һинең ҡул болғауыңды күреп, илап кире уйланым. Саҡыраһың кеүек инең. Тыйыуҙарға тыйылалмай хәмер эсергә күнегеп киттем. Ҡайыш менән һыртымды һыпырһалар ҙа, әрләп янаһалар ҙа ҡуйманым. Бер көн килеп сығырынан сығып әсәйем өйҙән ҡыуҙы. Ҡыуанысымдан үр һикереп сығып киттем. Һиңә барҙым. Алып киткәндәр ине һине. Ҡайҙалығыңды әйтмәнеләр, әсәйем тыйыуы ине был. Ҡырға Ҡаҙағстан яғына ҡыҙҙарға эйәреп сығып олаҡтым. Атайым мәрхүм булғас, ҡайтып киткәндә тағын һине эҙләнем. Балалар йорто адресын бирҙеләр, тик китергә билет алдан алған инем, тағы баралманым. Шулай йылдар үтте. Кейәүгә сыҡтым. Бала һөйөү бәхете тик яҙманы...Балаһыҙ ҡатын кемгә кәрәк, ташланы ирем. Мәңге яңғыҙ ҡартайҙым...
Әсәйем үлеп ҡалды. Ҡырҡын уҡытырға ҡайтҡанда осраҡлы ғына һинең хаҡта ишетеп ҡалдым. Исемеңде бит үҙем яҙып ҡалдырғайным, балам...
Мәрзиә баҫынҡы башын күтәреп Мәрйәмдең күҙҙәренә тура ҡарап һораулы ҡараш ташланы.
-— Доньялыҡта күпме мал йыйҙым, кем өсөн? ни өсөн? Ҡартайған көнөмдә кемгә ҡарайым? Балаҡайым, Мәрйәм? Әсе күҙ йәштәреңде ғәйепһеҙ түктергәнгә бер үк ғәфү ит?!Иркәләтеп һөйөп сәстәреңде үреп, ҡурсаҡтай кейендереп етәгемә алып йөрөй алманым, балаҡайым.
Йәшәрен йәшәп тә барам, ожмахҡа инергә дәғүә итмәйем, бер үк фатихаңды бир балам...тыныс күңел менән китәйем...
Мәрйәм, былай ҙа һытылырға ултырған еренән түҙмәй:
---Китмәәәә...китмәәә...ә-ә-ә-сссәй!,-тип бышылданы.
Ике һын-ике әсәй бер береһенең йылыһына һыуһап ҡосаҡлашып илаштылар. Сәстәренән һыйпап, түштәренә ҡыҫҡан иң иң яҡынын тапҡанына ышана алмай Мәрйәм хатта.
Илаштылар.Сөкөрләшеп һөйләштеләр серләштеләр. Мәрйәм әсәйле булып, Мәрзиә иһә бер көндә әсәй ҙә өләсәй ҙә бәхетенән иҫерҙе. Мәрйәм ебәргеһе килмәне әсәһен. Ҡайтам тип ҡалҡыныр тип ҡурҡты. Уйлап та тормай тел осондағын әйтеп тә һалды:
-— Әсәй. Һинең менән ҡасан булһа ла осрашырыбыҙға ышана инем. Йәл, Нияз күрмәне үҙеңде.Ҡәйнәм белә алмай ҡалды.
Урланған бала сағымды ла, әсәйһеҙ әсенгән саҡтарымды ла иҫләмәйем башҡа...тик...китмә, әсәй...ҡал.
Мәрзиә ни тиергә лә белмәй, ҡыуанысынан йылмайып башын һелкеп тағы ла ҡосағын йәйҙе...
Ярты төн ауғансы ултырҙы шулай ике һағынышҡан йән...
Иртән иртүк Мәрйәмде ситке өй бүлмәһенән килгән талғын ғына моңло йыр уятты:
Ҡаҙ бәпкәләре һары икән,
Теҙелеп-теҙелеп һыуға бара икән...
Аһ! Был бит ҡәйнәһе, Мәрғүбә әбейҙең яратҡан йыры! Һөт айыртҡан саҡта ҡул сепаратының көйөнә эй йырлар ине! Мәрхүмәм, бигерәк кенә лә моңло ине үҙе.
Мәрйәм аяҡ остарына ғына баҫып йыр һуҙыусыны тертләтергә ҡурҡып ишек егенән бүлмәгә-моң ағылған яҡҡа ҡараны. Тәҙрәгә ҡараштарын терәп, оҙон сәс толомдарын һүтеп тараған Мәрзиә шулай онотолоп йырлай ине.
... Йөрәк баштарына ҡан һауҙырған,
Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән...
Танһыҡ моңдо тағын тыңларға тамшанып Мәрйәм тик торҙо. Тик йыр ҡабатланманы...
Ниңәлер ошо минутта әсәһен үҙе янына ҡәйнәһе Мәрғүбә әбей юл өйрәтеп ебәргәндер кеүек тойҙо. "Теймә киленгә, теймә..." тигән һүҙҙәре "теймә ҡыҙыма, теймә..." тип үҙгәреп аңһыҙ ҡайғыларҙан аралар кеүек ине.

Миңзәлә Сирғәлина

Автор:Фируза Рахматуллина