Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Ноябрь , 19:17

Юлдарҙа һуғыштағы кеүек...

Авариялар кәмене, әммә уларҙа һәләк булғандар артты.

Юлдарҙа һуғыштағы кеүек...

Камилдың үлеп ҡалыуы тураһындағы яңылыҡ йәшен тиҙлегендәй таралды. “Шундай сибәр егет”, “Йәп-йәш бит”, “Эх, йәшәргә лә йәшәргә ине...”, “Ҡалай әрәм булды”,  тип халыҡ аптырауға ҡалды. Атаһы, Илдар Аҙнасурин, ҡайғы килерен белгән булһа, уға юлға сығырға рөхсәт бирмәгән дә булыр ине лә бит...

Хәл былай була. Шәмбе көндө киске сәғәт 8-ҙән һуң Камил, атаһына шылтыратып: “Мин Инйәргә барып киләм”, –  ти. Илдар Әүхәҙи улы балаһының теләгенә ҡаршы тормай, барлыҡ дуҫтары, бергә уҡыған иптәштәре шул ауылда йәшәгәс, күргеһе киләлер, тип уйлап ризалыҡ бирә.

– Тәмәке тартманы, эсмәне, спорт менән шөғөлләнде. Туплы хоккей уйнаны, йыйылма команда составында Ҡазан, Краснодар кеүек ҡалаларға ярыштарға йөрөнө. Тәртипле, тыңлаусан булды, ҡайҙа барһа ла, минән рөхсәт һорар ине. Был юлы ла Инйәргә һорап китте, – тип һөйләне беҙгә Илдар Аҙнасурин.

Илдар Әүхәҙи улы 32  йыл тимер юлында эшләй. Тормошоноң бар йәме Камил улы була, сөнки уны яңғыҙы үҫтерә. Камил өсөнсө класта уҡығанда етем ҡала – әсәһе ауырып вафат була.     

Фажиғәле хәл 31 октябрҙә Белорет районының Асы ауылында теркәлә. Мәғлүм булыуынса, таңға ҡарай Белорет районында Уҫманғәле – Асы юлының 19-сы километрында “ВАЗ-2109” автомобиле уң яҡ боролоштан сыҡҡан саҡта канауға түңкәрелә. Һөҙөмтәлә 43 йәшлек водитель һәм 18 йәшлек пассажир ваҡиға урынында һәләк була, шулай уҡ бер ҡыҙ һәм ике ир зыян күрә.

Асыҡланыуынса, бер төркөм йәштәр Асыға дискотекаға барған. Ҡайтырға сыҡҡас, водитель автомобилдең тиҙлеген арттыра һәм, боролошта идараны юғалтып, юлдан ситкә осалар.

Һәләк булған водителдең ғаиләһе ҡалған, ҡатыны дүртенсегә бәпәй көтә. Шулай итеп, уның юл хәрәкәте ҡағиҙәһен тупаҫ боҙоуы фажиғәле тамамлана – үҙен дә әрәм итте, балаларын етем ҡалдырҙы, бер ғәйепһеҙ пассажирҙың да ғүмере өҙөлдө. 

Камил Яңы Хәсән ауылында йәшәгән. Егет быйыл Инйәрҙәге 2-се мәктәп-интернатты тамамлап, Өфө автотранспорт колледжында I курста уҡып йөрөгән булған. Ауылдаштары, уҡытыусылары, ата-әсәләр был балаҡайҙы  яҡшы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала.

“Спортсы, тырыш, итәғәтле, аҡыл­лы уҡыусы ине Камилыбыҙ. Ғүмер ге­нәһенең шулай фажиғәле өҙөлөүе – атайына, туғандарына, дуҫтарына, класташтарына, беҙгә оло аяныс, уңалмаҫ яра. Эх, балаҡай... Тыныс йоҡла, ожмах түрендә бул, туғандарыңа сабырлыҡ”, – тип социаль селтәрҙә ҡайғы уртаҡлашҡан Инйәрҙәге 2-се мәктәп-интернат директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Әлиә Саматова.

Илдар ағай, улының уңыштарына ҡыуанып йәшәйһе урынға, ҡәберенә рәшәткә ҡуйыу мәшәҡәттәре менән йөрөй...

Тыныс тормошта кешеләрҙең юлдарҙа ҡырылыуы – аяныслы хәл. Хәҙер сәфәр йөрөүе лә ҡурҡыныс. Әйтергә кәрәк, был мәсьәлә республика Хөкүмәтендәге аҙналыҡ кәңәшмәләрҙә лә һәр саҡ күтәрелеп тора. Уҙған аҙналағы ултырышта ла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк юлдарында кеше ғүмерҙәрен өҙгән аварияларҙа үлем осраҡтарының артыуын билдәләне.

– Юлдарҙа хәл көсөргәнешле, беҙҙә юл-транспорт ваҡиғалары кәмене, әммә үлеүселәр һаны артты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл башындағы юлдарҙа үлемде кәметеү буйынса ҡуйылған күрһәткестәрҙе үтәмәйбеҙ. Бының сәбәптәре күп. Беҙ бер нисә ҡарар әҙерләнек, уларҙы ғәмәлгә индерергә кәрәк. Әгәр берҙәм эшләһәк, юлдарҙа кешеләрҙең үлем осрағының кәмеүенә өлгәшәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Быйыл ун айҙа республика юлдарында 3090 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 409 кешенең ғүмере өҙөлгән, 1338-е йәрәхәтләнгән һәм һаулыҡтарына зыян килгән. Төптән уйлап ҡараһаҡ, 409 кеше – тотош ауыл халҡы! Тимәк, беҙ бер йылда ҡот осҡос авариялар һөҙөмтәһендә тағы ла бер ауыл халҡына торошло юғалтыу кисерҙек...

Башҡортостандың ЮХХДИ идара­лығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл Сибай, Күмертау ҡалаларында, Әлшәй, Архангел, Бишбүләк, Благовещен, Бөрө, Борай, Бөрйән, Ғафури, Йәрмәкәй, Йылайыр, Ҡалтасы, Кушнаренко, Мәләүез, Тәтешле, Туймазы райондарында авариялар һаны артҡан.

Өфө, Нефтекама, Салауат, Сибай, Күмертау ҡалаларында, Бөрө, Мәләүез, Туймазы, Әбйәлил, Әлшәй, Бишбүләк, Благовещен, Бүздәк, Борай, Ғафури, Дыуан, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Кушнаренко, Тәтешле, Өфө, Саҡмағош, Архангел, Бөрйән, Йәрмәкәй, Йылайыр һәм Шаран райондарында кешеләрҙең һәләк булыуына килтергән аварияларҙың күбәйеүе теркәлгән.

Быйыл республика юлдарындағы юл-транспорт ваҡиғаларының 2649-ында водителдәр ғәйепле булһа, 267-һендә – йәйәүлеләр. Шулай уҡ эскән килеш рулгә ултырған водителдәр ҡатнашлығында  291 авария булған һәм уларҙа 61 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Юл-транспорт ваҡиғаларының иң таралғаны – бәрелеш (1372), йәйәүлеләрҙе тапатыу (815), кәртә-ҡаршылыҡтарға бәрелеү (122 осраҡ). Ошондай төрҙәге авариялар Октябрьский, Сибай ҡалаларында, Бөрө, Мәләүез, Әлшәй, Архангел, Баймаҡ, Благовещен, Борай, Бөрйән, Ғафури, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Кушнаренко, Тәтешле, Федоровка, Шишмә, Шаран райондарында йыш теркәлгән. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарға килгәндә, юл саттарында ҡағиҙәне боҙоу беренсе урында тора – 509 осраҡ, дөрөҫ арауыҡты күҙәтмәү – 314, йәйәүлеләр үткәүелендә ҡағиҙә боҙоу – 2015, ҡаршы һыҙатҡа сығыу – 156.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлиғ булма­ғандар ҡатнашлығындағы авариялар арта. Быйыл шундай 404 осраҡ тер­кәлгән. Былтырғы менән сағыш­тырғанда, 16,3 процентҡа күберәк. Уларҙа 16 баланың ғүмере өҙөлгән (былтырғыға ҡарағанда 45,5 процентҡа артҡан), 453 бала тән йәрәхәте алған (былтырғы менән сағыштырғанда 21,1 процентҡа күберәк). Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы авариялар Өфө, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларында, шулай уҡ тағы ла 26 районда йыш күҙәтелә.

Һуңғы йылдарҙа республикала юл­дарҙы ремонтлап, яңыларын төҙөү буйынса ҙур эштәр атҡарыла, әммә тейешле нормаларға яуап бирмәгәндәре лә етерлек. Юлдарҙың һәм урамдарҙың насар торошо арҡаһында 1035 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Был күрһәткес дөйөм аварияларҙың 35,5 процентын тәшкил итә.

Әлбиттә, аварияларға булышлыҡ иткән сәбәптәр күп, әммә уларҙың күбеһе водителдәрҙең яуапһыҙлығы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүҙәре арҡаһында була. Мәҫәлән, йыл башынан 3 549 925 админис­тратив тәртип боҙоу осрағы асыҡланған, уларҙың 67613-ө тупаҫ тип баһалана. Суд органдары эскән килеш автомобилгә идара иткән 9781 водителде танытмаһынан мәхрүм иткән.

Юлдарҙағы хәл һуғыш яланын хәтерләтә, тип әйтһәк тә, хата булмаҫ, сөнки көн дә тиерлек юл-транспорт ваҡиғаларында кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе тураһында борсоулы яңылыҡ ишетеп торабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водителдәрҙең яуапһыҙлығы арҡаһында типһә тимер өҙөрлөк ир-егеттәр, һылыу ҡыҙҙар, яңы ғына йәшәй башлаған балалар һәләк була. Һәр үлемесле тамамланған авария артында селпәрәмә килгән яҙмыштар, берәүҙең берҙән-беренең өҙөлгән ғүмере тора.

 

Рәмилә МУСИНА.

Фото:БР ЮХХДИ идаралығынан.

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-11-23/yuldar-a-u-yshta-y-ke-ek-2593955

 

Автор:Фируза Рахматуллина