Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Ноябрь , 15:41

Яҡындарыбыҙ ауырымайынса аңламайбыҙ шул

Ғаилә ваҡытында вакцина эшләтеүҙе хәстәрләһә, был фажиғә булмаҫ ине.

Яҡындарыбыҙ ауырымайынса аңламайбыҙ шул

Шунан һуң бөтә туғандарым вакцина эшләтергә булды, тип һөйләй Бүздәк районында йәшәүсе ҡатын коронавирустың үҙенең ғаиләһенә нисек йоғонто яһауы тураһында.

Уның әйтеүенсә, ковидтан ҡәҙерле кешеһе – 82 йәшлек өләсәһе үлеп китә.  Ул башҡа ҡунаҡтар кеүек үк, ғаилә байрамында зарарлана. Иртәгәһенә  ҡунаҡта булған кешеләрҙең  тағы яртыһы ауырый. Шунан һуң иһә бөтәһе лә вакцина эшләтә башлай. Карина әйтеүенсә, ғаилә ваҡытында вакцина эшләтеү тураһында уйлаһа, был фажиғә булмаҫ ине.

 Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, өлсәһе ауырыуға ҡаршы оҙаҡ көрәшә: тәүҙә өйҙә дауалана, хәле насарайғас, госпиталгә эләгә. Бер аҙна реанимацияла ята, тағы дүрт көн – комала.

«Өс көнө эсендә үпкәһенең ялҡынһыныуы көсәйә. Бер көн хәле арыуланған һымаҡ була, әммә иртәгәһенә йәнә насарая. Хәлһеҙләнә башлағас, Зубов госпиталенә ебәрҙек. Унда үҙаллы тын ала алмағас,   реанимацияға һалалар», – тип һөйләй ейәнсәре.

Карина әйтеүенсә, өләсәһе йөрәк ишемияһы менән ауырымаған булһа,  тағы оҙаҡ йәшәр ине.   Ковид уның үлемен тиҙләтә генә.

 

 

 

Автор:Фируза Рахматуллина