Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Ноябрь , 14:20

Телемде тыя алманым...

"Йәнем көйҙө, бындай ғәҙелһеҙлеккә түҙә алманым, Ләйсәнгә “Иҫләйһеңме, ҡыҙың Илһамдың балаһы түгел тип һөйләгәйнең?” тип хәтеренә төшөрҙөм. Ул бирешергә уйламаны ла...

Телемде тыя алманым...

“Миңә 32 йәш.  Ҙур булмаған ҡалала йәшәйбеҙ. Буласаҡ ирем менән Өфөлә университетта уҡығанда уҡ танышҡайныҡ. Диплом алғандан һуң, бында ҡайтып төпләндек, ике балабыҙ бар. Матур йәшәйбеҙ, шөкөр.

Дөрөҫөн әйткәндә, бала сағым бик еңелдән булманы, атайым эсте, әсәйем аҙ күҙ йәштәрен түкмәне. Шуға ла мин тәртипле, инсафлы егет осраһа, эсәм тип ашҡынып тормаһа, һис шикләнмәйенсә кейәүгә сығырмын тигән һүҙем бар ине. Буласаҡ ирем тап шундай булып сыҡты. Яҡшы ғаиләлә тәрбиәләнгән, белеме, эше бар. Ҡыҫҡаһы, оҙаҡ һайланманым, уға кейәүгә сыҡтым.

Был ғаиләгә килен булып төшкәндә иремдең ағаһының ғаиләһе һәм ҡыҙы бар ине инде. Әлбиттә, мин килендәшем менән тиҙ генә уртаҡ тел табырға тырыштым, аралашып йәшәнек, ғаилә байрамдарын гел бергә уҙғарҙыҡ. Килендәшем Ләйсән, ғөмүмән, үҙен бик иркен тота, әхирәттәре менән күңел асырға ярата, балаһын йыш ҡына иренә ҡалдыра ла йә төнгө клубҡа, йә дискотекаға, йә кафеға сығып китә торғайны. Ҡайнаға иһә өндәшмәй, гел генә балаһы менән өйҙә тороп ҡала ине.

Бер шулай килендәштең тыуған көнөнә йыйылдыҡ. Ул ни эшләптер ирҙәрҙе йыяһы килмәне, әхирәттәре өсөн генә байрам ойошторҙо. Шулай итеп, кафеға юлландыҡ. Бер аҙ эсеп алғас, ул асылып китте һәм беҙгә ҡот осҡос серен систе: йәнәһе ул Илһамды (ҡайнағаны) бөтөнләй яратмай һәм уларҙың балаһы ла бөтөнәй икенсе ирҙән – элекке мөхәббәтенән, имеш. Ә ҡайнағаға холҡо яҡшы һәм аҡсалы булған өсөн генә кейәүгә сыҡҡан икән... Һүҙҙәрен иҫбатлап, Ләйсән телефонындағы бер ирҙең фотоһын күрһәтте: бала  ошо кешенең күсермәһеме ни –  һуйған да ҡаплаған. Шул саҡта ғына күҙем асылғандай булды: ҡараҡай ғына ҡыҙсыҡ ысынлап ни әсәһенә, ни рәсми атаһына бөтөнләй оҡшамаған дабаһа!

Был башҡа һыймаҫлыҡ хәбәрҙе оноторға тырыштым. Бәлки, фәстергәндер, тип уйланым. Әммә аҙағыраҡ бер нисә уртаҡ таныш та Ләйсәндең йөрөмтәл булыуын, быны күптәрҙең белеүен һүҙ ыңғайы әйтеп ҡуйҙы, шигемде тәрәнәйтте. Бер заман  хәлдәрҙең торошон ҡайнағанан һәм минең иремдән башҡа бөтәһе лә белә кеүек тойола башланы.

Әммә телем бик ҡысытҡанда ла был серҙе хатта иремә һөйләргә лә ҡыйманым, түҙҙем. Тик барыбер беҙҙе ҡапсыҡта һаҡлап булмай шул...

Был хәл инде Ләйсән менән Илһам айырылышҡас булды. Айырылышыуҙары балаға бәйле түгел ине. Күрәһең, Ләйсәндең туҡтауһыҙ күңел асырға яратыуы, кәйеф-сафалары ирен ялҡытҡандыр. Улар йышыраҡ ғауғалаша башланы һәм һөҙөмтәлә ғаиләләре тарҡалды. Айырылышҡандан һуң Илһам ҡыҙына яҡшы алимент түләне, тик рәсми рәүештә түгел, Ләйсәндең ҡулына ҙур суммалар бирә торғайны. Унан тыш баланы гел күңел асырға, ялға ла йөрөттө. Беҙ иһә Ләйсән менән әхирәттәр кеүек аралашыуҙы дауам иттек.

Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Ләйсән пландары менән бүлеште: баҡһаң, ул рәсми рәүештә Илһамды судҡа бирергә һәм алимент талап итергә йыйына икән.

 – Һуң, айырылышҡандан һуң дүрт йыл дауамында ул һиңә аҡса түләп торҙо ла һуң? – тип аптыраным.

 – Булһа ни, рәсми теркәлмәгән бит. Кем белә уның түләгәнен, тағы түләһен әйҙә,  – тине Ләйсән.

Мин иһә Илһамдың айырылышыуҙы бик ауыр кисергәнен, саҡ рәтләнеп китеүен белдерҙем, улай ғәҙел булмаясаҡ, тинем. Әммә Ләйсән элекке ирен йәлләргә уйламаны ла, ана, ата-әсәһе бар, ярҙам итһендәр ҡыҙыбыҙға, мин генә ҡарарға тейешме ни уны, тип яуап бирҙе.

Йәнем көйҙө, бындай ғәҙелһеҙлеккә түҙә алманым, Ләйсәнгә: “Иҫләйһеңме, ҡыҙың Илһамдың балаһы түгел тип һөйләгәйнең?”  – тип хәтеренә төшөрҙөм. Ләйсән бирешергә уйламаны ла: “Быны иҫбатларға кәрәк әле”,  –  тине.

Ошонда инде мин артабан түҙә алмаясағымды аңланым һәм бөтә белгәнемде иремә һөйләнем. Фото хаҡында ла әйттем, Ләйсәндең пландарын да аңғарттым. Ирем хайран ҡалды тип әйтеү генә аҙ кеүек: ул шунда уҡ Илһамға шылтыратты, артабан ваҡиғалар ел тиҙлегендә алға йүгерҙе. 

Мин ныҡ йәмһеҙ ҡыланғанымды аңлай инем, әлбиттә. Ҡасандыр Ләйсән ышанған серҙе сисеүем намыҫымды ашаны, икенсе яҡтан Илһамды ла йәлләнем. Әлбиттә, был хәлдән һуң Ләйсәндең ҡан дошманына әүерелеремде лә, әхирәттәремде юғалтырымды ла  аңлай инем. Әммә мин ғаилә мәнфәғәттәрен һайланым.

Илһам ДНК тесты яһатты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бөтә шиктәрҙең дөрөҫлөгөн аҡланы: рәсми атайҙың был балаға ҡағылышы юҡ икәнлеге документаль рәүештә иҫбатланды. Ҡайнаға ҡыҙын ни тиклем яратһа ла, суд аша атайлыҡтан баш тартты, әммә баланың күңеле өсөн артабан аралашасағын һәм ярҙам итәсәген вәғәҙәләне.

Хәҙер хәлдәр түбәндәгесә. Илһам ҡабаттан өйләнде, балалары бар. Матур йәшәйҙәр, бер-береһен аңлап, яратып торалар. Мин улар өсөн бик шат, әммә гонаһым тынғы бирмәй: ҡасандыр бер ғәйепһеҙ ҡыҙсыҡты атайһыҙ ҡалдырҙым түгелме? Бәлки, өндәшмәҫкә булғандыр? Был ҡыҙ үҫкәс, килеп битемә төкөрһә, нимә булыр?

Әлбиттә, был тарихты белгән барлыҡ ир-ат дуҫтар мине, дөрөҫ эшләнең, тип йөпләй. Ә ҡатын-ҡыҙҙар менән дуҫлыҡ ҡаҡшаны – уртаҡ таныштар миңә ышанмағаны көн кеүек асыҡ. Әйткәндәй, Ләйсән дә кейәүгә сыҡҡан, арыу ҡына донъя көтә, тиҙәр.

Әммә барыбер выждан ғазабы тынғы бирмәй. Күптән түгел иһә Илһам уйынлы-ысынлы әйтеп ҡуйҙы:

 – Ҡатыныма әйтеп ҡуйҙым әле – күп һөйләнмәһен, һин сер һаҡлай белмәйһең,  – тине.

Ә бит ҡасандыр уның хаҡына яһалған аҙым ине был! Ирем, үҙ-үҙеңде бушҡа ашайһың, ти. Ә мин һаман тыныслана алмайым, Ләйсәндең ҡараҡай ғына сәсле сибәр ҡыҙын иҫләйем дә намыҫланам. Нимә эшләргә дуҫтар, кәңәш бирегеҙсе!”

Гөлнара исемле ҡатын һөйләгәндәрҙән.

Фото: look.com.ua

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
https://bashgazet.ru/articles/m-kh-bb-t-ba-sa-y/2021-11-23/telemde-tyya-almanym-2593367
Автор:Фируза Рахматуллина