Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Ноябрь , 21:35

Саҙаҡа биргән ғазаптан ҡотолор

Мосолман өсөн саҙаҡа биреү – сауаплы ғәмәл. Ни өсөн уны бирергә кәрәк?

Саҙаҡа биргән ғазаптан ҡотолор

Саҙаҡа ҡиәмәт көнөндә тамуҡ утына күләгә булыр.
☀Саҙаҡа биргән кешенең изгелеге яуызлыҡҡа ҡарағанда мизанда ауыр килер.
☀Ғазаптан ҡотолор.
☀Ожмахта дәрәжәһе артыҡ булыр.
☀Аллаһы Тәғәләнең ризалығы, шайтанға ҡаршылыҡ ҡылыу булыр.
☀Бер кеше саҙаҡа бирергә теләһә, 70 шайтанға кәртә булыр.

Мөхәммәт бәйғәмбәр: «Саҙаҡа биреү ғазаптан имен ҡылыр, мосолмандар ҡиәмәт көнөндә саҙаҡалары менән күләгәләнерҙәр», – тигән. Үҙенең ҡатыны Ғәйшәгә лә: «Эй, Ғәйшә! үҙеңде Алланан һатып ал, йәғни уның ғазабынан ҡотҡар, ярты хөрмә емеше менән генә булһа ла саҙаҡа биреү менән. Был саҙаҡа менән мал кәмемәҫ», – тигән.

Ғәли радыяллаһү: «Саҙаҡа үҙ эйәһенең ҡулынан сыҡһа, биш төрлө һөйләр. Тәүҙә: «Мин һинең ҡулыңда ваҡытта бәләкәй генә инем, инде оло иттең, хәйер итеп биреү менән күп иттең. Мин һинең ҡулыңда дошман инем, инде мине үҙеңә дуҫ иттең. Мин һинең ҡулыңда фани инем, йәғни юҡ булырға яҡын инем, инде мине ҡиәмәт көнөнә тиклем ҡалдырҙың, шуға ла тамуҡ ғазабынан ҡотолоп, ожмахлы булырһың. Быға тиклем һин мине һаҡлай инең, инде мин һине бәлә-ҡазаларҙан һаҡлармын», – тигән.

Бер тапҡыр саҙаҡа биреү менән 70 бәлә ишеге ябылыр.

Әбү Сәғид Хәнифә рәхмәтуллаһи ғәләйһи әйткән: «Бер кеше, саҙаҡаһы менән бәрәкәт табайым һәм саҙаҡа менән ҡиәмәт көнөндә ғазаптан имен булайым, тип әйтһә, ул кешегә ун төрлө шартты үтәргә кәрәк:

– Саҙаҡаны хәләл малдан бирһен.

– Ни тиклем күп бирһә лә, күп бирәм, тип әйтмәһен.

– Саҙаҡаһы менән Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыуҙы теләһен.

– Аҡсаны үҙенә ҡалдырмай бирмәһен».

Саҙаҡа биргәс, ошо доғалар уҡыла:

1. «Раббәнәә тәҡәббәл миннәә иннәкә әнтәс-сәмииғүл-ғәлиим» («Эй, Раббыбыҙ! Беҙҙән уны ҡабул ит, сөнки һин Ишетеүсе һәм Белеүсеһең. Эй, Алла, ошо саҙаҡа биреүсене афәт һәм бәләләрҙән һаҡла үә гонаһтарын ғәфү ит. Иманын ҡеүәтле ҡыл үә йәнә уның малдарын арттыр, үә уны хәйерле маҡсаттарына ирештер»).

2. «Аллааһүммәхфәҙ сәхибә һәәҙиһис-садәҡати ғәнил әәфәәти үәл бәлиййәәти үәғфир ҙүнүүбәүү үә әккид иимәәнәһү үә әкҫир әмүәәләһүү үә үәффиҡһүү ғәләә хайри мәҡаасыйдиһ».

Хәйер биргәс, уны ҡабул итеүсе йәки имам: «Йә, Раббым! Ошо саҙаҡа биргән кешеләргә уҡылған доғаларыбыҙҙы ҡабул итеп ал, уларҙың сауабын барлыҡ көтөп ятыусы әруахтарҙың рухтарына еткереп, уларҙы шатландыр. Ошо саҙаҡа биреүсе кешеләрҙе бәләләрҙән, ҡазаларҙан, афәттәрҙән, ауырыуҙарҙан һаҡла, гонаһтарын ғәфү ит, имандарын ҡеүәтләндереп, малдарын арттыр. Йә, Аллам! Ошо кешеләргә күркәм холоҡ, йомшаҡ фиғел, тулы иман, тыныслыҡ һәм сәләмәтлек бир. Уларға бәхетле, шатлыҡлы, оҙон ғүмер, тигеҙ һәм матур таҙа тормош насип ит. Амин», – тип әйтергә тейеш.

Фото: Т.Аманов

https://ye102.ru/articles/iman/2020-02-21/sa-a-a-birg-n-azaptan-otolor-731061

 

Автор:Фируза Рахматуллина