Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Ноябрь , 21:15

Өс хата

Хеҙмәттәшегеҙ һеҙҙе гел генә тәмлекәстәр менән һыйлай, күршегеҙ бушлай ремонт яһай, һеңлегеҙ йомоштарығыҙҙы һис һүҙһеҙ үтәй. Ә һеҙ...  

Өс хата

“Һеҙ, үҙегеҙ ҙә һиҙмәҫтән, бер ауыр һүҙ ҙә әйтмәйенсә, яҡын кешегеҙҙе биҙҙерә алаһығыҙ, – тип аптырашта ҡалдырҙы Мәүлиҙә һабаҡташтары менән әңгәмәләшеп ултырғанда. – Ул һеҙҙең һөйөклө кешегеҙме, туғанығыҙмы, дуҫығыҙмы – барыбер, әгәр аралашҡан саҡта хата ебәрһәгеҙ, уны ғүмерлеккә юғалтыуығыҙ ихтимал”.

“Ниндәй хата ебәреүем мөмкин? Был хаҡта уйланғаным да юҡ, һәммәһе менән яҡшы мөнәсәбәттәмен. Әхирәт, һинең тәжрибәле психолог булыуыңды беләм, әйҙә, серҙәрең менән уртаҡлаш”, – тине һабаҡташы Венера.

“Тәүге хатаны, изгелекте “тейеш” тип ҡабул итеүҙе, кем генә ҡабатламай! Беҙ йыш ҡына яҡындарыбыҙҙың күрһәткән яҡшылыҡтарын баһалап еткермәйбеҙ, бүләктәрен, ярҙамдарын “шулай булырға тейеш” тип ҡабул итергә күнеккәнбеҙ. Мәҫәлән, хеҙмәттәшегеҙ һеҙҙе гел генә тәмлекәстәр менән һыйлай, күршегеҙ бушлай ремонт яһай, һеңлегеҙ йомоштарығыҙҙы һис һүҙһеҙ үтәй... Ә беҙ ҡайһы ваҡытта иғтибарһыҙлыҡ, битарафлыҡ сәбәпле яҡындарыбыҙҙы тыуған көндәре менән ҡотларға, ярҙамдары өсөн рәхмәт әйтергә лә онотабыҙ.

Икенсе хата – ғәфү үтенә белмәү, ғәйебеңде танымаҫҡа тырышыу. Әлбиттә, бөтәһе лә “бер сыбыҡтан ҡыуылмаған”, шулай ҙа арабыҙҙа үҙҙәренең өҫтөнлөгөн күрһәтергә тырышып, кешенең аяғына яңылыш баҫып йәки телефонын ватып та ғәфү үтенергә теләмәгәндәрҙе осратып була. Ундайҙар аҡлана башлай, “үҙең ғәйепле”, “гаджетыңды дөрөҫ һалмағанһың” йәки “яңылыш булды, һис тә теләмәгәйнем” тип ғәфү үтенмәҫкә тырышыу башлана.

Бындайҙар үҙҙәре өсөн файҙа булғанда ғына хаҡлы түгеллеген танырға ғәҙәтләнгән.

Кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе юҡҡа сығарыусы тағы бер хата тураһында әйтмәй булмай – яҡын кешеләреңдең уңыштарын, ҡаҙаныштарын кәмһетеү, тырышлыҡтарын баһаламау йыш ҡына араларҙы һыуыта. “Һинең эшеңде әйтер инем...”, “харап икән, баш ауыртыуы ла булдымы сир”, “яңы күлдәк кейгән булған...” һәм башҡа күҙгә күренмәһә лә, йөрәккә килеп тейгән “ваҡ-төйәк”. Был ата-әсәгә лә хас күренеш, балаларҙың бәләкәй генә уңыштарына ла шатлана, маҡтай, дәртләндерә белмәйбеҙ, күберәк тәнҡитләргә яратабыҙ. Үҙегеҙҙең тәртибегеҙгә анализ яһап ҡарағыҙ әле, яңылыштан яҡындарығыҙҙың хәтерен ҡалдырырлыҡ һүҙҙәр ысҡындырмайһығыҙмы? Маҡтау һүҙҙәрен йыш әйтәһегеҙме?”

Яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ, күңелен өшөтмәйек!

Автор:Дина Арсланова
 
Автор:Фируза Рахматуллина