Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Ноябрь , 15:33

Күмер дарыу ғына түгел...

Активлаштырылған күмерҙең файҙалы икәнен һәр кем яҡшы белә, шуға күрә уны һәр ваҡыт ҡул аҫтында йөрөтөү мотлаҡ.

Күмер дарыу ғына түгел...
Активлаштырылған күмерҙе күптәр аҙыҡ-түлектән ағыуланғанда ғына ҡулланырға кәрәк, тип уйлап тәрән яңылыша. Күптәр күмерҙе насар еҫте бөтөрөү өсөн дә файҙаланырға мөмкинлеген уйлап та бирмәй. Мәҫәлән, һыуытҡыста берәй ризыҡтың оҙағыраҡ ятыуы сәбәпле насар еҫ сыҡһа, иң беренсе ярҙамға активлаштырылған күмер килер. Кәштәләрен һәм һауыттарҙы йыуып, ҡоротоп һөртөгөҙ ҙә киңерәк һауытҡа бер нисә күмерҙе һалып ултыртығыҙ. Уны 8-10 сәғәт тирәһе һыуытҡыста тотоғоҙ. Бер ниндәй ҙә еҫ ҡалмаҫ.
Ул эс ташҡанда, эскә һауа тулғанда бик ныҡ ярҙам итә. Ашарҙан алда бер нисә төймә күмер эскән кеше бындай проблеманы ғүмер буйы белмәҫ.
Ҡандағы холестеринды кәметә. Ул юғары булһа, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефе ҙурая икәнлеген барыһы ла беләлер. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, даими рәүештә активлаштырылған күмер эскән кешегә бындай ҡурҡыныс янамай.

Бөйөрҙөң сәләмәт булыуына тәьҫир итә. Бөйөрҙәр һәр көн 115-140 литр ҡанды таҙарта, тик май, тоҙ, шәкәр, консерванттар ҡулланыу был мөһим органдың эшмәкәрлеген ҡатмарлаштыра, төрлө сирҙәр барлыҡҡа килә. Был ваҡытта ла беҙгә ярҙамға күмер килә ала: ул бөйөрҙө токсиндарҙан таҙартып, уның сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһай.

Аҙыҡ-түлектән ағыуланғанда, уҡшыуҙан, эс китеүҙән, ауыртыныуҙан һаҡланыу һәм иң мөһиме токсиндарҙы нейтралләштереү өсөн тиҙ генә күмер эсер кәрәк.

Активлаштырылған күмерҙе шулай уҡ битте таҙартыусы, сәсте нығытыусы, теште ағартыусы, ауыҙҙағы насар еҫте бөтөрөүсе косметик сара, эскесене һауыҡтырыусы дарыу булараҡ та ҡулланалар.

Һәр саҡ һау һәм яҡшы кәйефтә булырға теләһәгеҙ, аш эшкәртеү системаһын йыш таҙартып торорға кәрәк. Был ваҡытта ла активлаштырылған күмер иң ҙур ярҙамсы булыр.

Автор: Карима Усманова
 
https://vk.com/bashkortvk?w=wall-33711741_5536
 
Автор:Фируза Рахматуллина