Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Ноябрь , 23:34

Күҙегеҙ яҡшыраҡ күрәсәк!

Кесерткән, гөлйемеш, ҡара ҡарағат, алоэ, ҡара көртмәленән ябай ғына рецептар - яҙмала.

Күҙегеҙ яҡшыраҡ күрәсәк!

Үҫемлектәр, емеш-еләк араһында күҙгә бәйле сирҙәрҙе иҫкәрткән, күреү һәләтен яҡшыртҡандары бихисап. 

Кесерткән. Бер аш ҡалағы кипкән үләнде 200 миллилитр ҡайнар һыуға һалып, 15-20 минут төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр берәр аш ҡалағы эсергә. Кесерткәндең ҡанды ҡуйыртыуы тураһында оноторға ярамай.

Гөлйемеш. Бер аш ҡалағы кипкән, онталған емеште ике стакан эҫе һыуға һалып, ун минут талғын утта ҡайнатырға һәм ике-өс сәғәт төнәтергә. Ярты стакандан көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә.

Ҡара ҡарағат. Бер аш ҡалағы япраҡты бер стакан ҡайнар һыуҙа 15-20 минут төнәтергә. Көнөнә 0,5-1 стаканлап сәй урынына эсергә. Ер еләге һәм уның япрағы ла ошондай уҡ сифатҡа эйә, тик уны ике сәғәт самаһы төнәтеп, көнөнә өс тапҡыр берәр аш ҡалағы ҡабул итергә.

Алоэ. Дарыуханала һатылған алоэ һутын көнөнә ике-өс тапҡыр бер балғалаҡ эсергә (ашауҙан 20-30 минут алда). Үҫемлектән үҙегеҙ һут һығып, ошо уҡ рецепт буйынса ҡуллана алаһығыҙ.

Ҡара көртмәле. Емештең үҙен ашарға ла, компот яһарға ла мөмкин. Уны туңдырып, киптереп һаҡларға ла мөмкин.

Фото: pixabay.com

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ
 
Автор:Фируза Рахматуллина