+6 °С
Облачно


Выборг ҡалаһында йәшәүсе блокада ветераны үҙенә хирургик операция яһаған. Сөнки табиптар, коронавирусҡа һылтанып, планлаштырылған медицина операцияһын күсергән. Оло йәштәге ҡатын ауыртыуға түҙә алмай, ҡот осҡос аҙым4а барыр4а мәжбүр була.
Оло йәштәге әбейгә “онкология ауырыуы” диагнозын ҡуялар. Уның эсендә ниндәйҙер шыйыҡлыҡ йыйыла башлаған була. Табиптарҙан ярҙам көтөп ала алмағас, ул эсен тишә һәм үҙаллы шыйыҡсаны сығара.
Бәхеткә күрә, пенсионерҙы ҡотҡаралар. Уны “Тиҙ ярҙам” менән дауаханаға оҙаталар.
Әбей үҙенә операция яһар алдынан ҡыҙына хушлашыу хаты ла ҡалдырған.
Фото: Т. Аманов