Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Ноябрь , 12:29

Әгәр ҙә инвалид тәрбиәләһәгеҙ…

 РФ Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр индерелде.  

Әгәр ҙә инвалид тәрбиәләһәгеҙ…

Уға ярашлы, хәҙер беренсе төркәм инвалидын  тәрбиәләүселәр үҙҙәре теләгән ваҡытта 14 көнлөк түләүһеҙ отпуск алырға мөмкин. Тик был ойошманың коллектив килешеүендә күрһәтелергә тейеш. Законға үҙгәрештәр 30  ноябрҙән үҙ көсөнә инәсәк.

       Ошоға тиклем 14 йәшкә тиклем ике һәм унан да күберәк балалары булғандар, 18 йәшкә тиклем инвалид бала тәрбиәләгәндәр, 14 йәшкә тиклем яңғыҙ бала тәрбиәләгән әсәйҙәр, ошо йәшкәсә яңғыҙ бала тәрбиәләгән атайҙар бындай хоҡуҡҡа эйә ине.

 

Фото:svetochnews.ru

Автор:Фируза Рахматуллина