Даирә
+25 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
19 Ноября 2021, 06:49

Башҡортостанда юл фажиғәһендә «Лада Ларгус» водителе һәләк булған, ике кеше йәрәхәттәр алған

17 ноябрҙә кис көнө Салауат районында Малаяҙ — Үрге Ҡыйғы — Өнкөрҙө автомобиль юлының 15-се саҡрымында, Нәсибаш ауылы янында, юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Башҡортостанда юл фажиғәһендә «Лада Ларгус» водителе һәләк булған, ике кеше йәрәхәттәр алғанБашҡортостанда юл фажиғәһендә «Лада Ларгус» водителе һәләк булған, ике кеше йәрәхәттәр алған
Башҡортостанда юл фажиғәһендә «Лада Ларгус» водителе һәләк булған, ике кеше йәрәхәттәр алған

Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Ford Mondeo ҡаршыға килгән «Лада Ларгус» автомобиле менән бәрелешкән.

«Ларгус»тың 50 йәшлек водителе алған йәрәхәттәрҙән ашығыс ярҙам машинаһында йән биргән. Ford Mondeo автомобиленең 23 йәшлек водителенә һәм уның 24 йәшлек пассажирына ла медицина ярҙамы талап ителгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү башлаған.

Фото:Башҡортостан Республикаһы буййынса ЮХХДИ

https://bash.bashinform.ru/news/law/2021-11-18/bash-ortostanda-yul-fazhi-end-lada-largus-voditele-l-k-bul-an-ike-keshe-y-r-h-tt-r-al-an-2588015 

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас