Даирә
+17 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
17 Ноября 2021, 14:42

Милли кейемгә – мәҙхиә!

Һәүәләй ауылында йәшәгән Гүзәл Искәндәрова милли кейем тегеү һәм биҙәүестәр яһау оҫталығын өйрәнеүгә һәм һаҡлауға өлөш индергән гүзәл заттарҙың береһе. Ижадҡа ынтылған, һөнәр алырға тырышҡан кеше бар яҡлап та өлгөр. Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Искәндәрова икенсе йыл рәттән “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсында ҡатнашып, Йомран-табын ырыуының милли кейемдәрен тәҡдим итте. 

Милли кейемгә – мәҙхиә!Милли кейемгә – мәҙхиә!
Милли кейемгә – мәҙхиә!

«Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы тәүге тапҡыр 2020 йылда ойошторолдо. Проект традицион милли кейемдең уникаль ҡиммәттәренә, этник үҙенсәлектәренә йүнәлтелгән.
💥Милли кейем – быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡы. Ошо байлыҡ – сигеү-нағыштар, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәр, көмөштән сүкеп һалынған биҙәктәр, заманлаштырып тегелгән милли орнаментлы кейемдәр – һуңғы арала милләттәштәребеҙ араһында киң танылыу яулай бара.
Милли кейем – милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын күрһәткән рухи ҡаҙаныш. Гүзәл Әхмәт ҡыҙы көндәлек кейемдә лә милли биҙәктәр ҡулланыуҙы хуплай.
Ысынлап та, беҙҙең башҡорт халҡының милли кейеме бик бай, күҙҙең яуын алырлыҡ. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙары кейгән кейемдәр матур. Көмөш тәңкә һәм мәрйендәр менән биҙәлгән селтәр, ҡашмау, сулпы, алҡа, беләҙектәр ни тора...
Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Табын ырыуы – Дим буйы башҡорттары кейемдәрен тегә. Ирҙәр өсөн аҡ туҡыманан күлдәк, буй һыҙатлы салбар тегә. Бәрхәт йәиһә вельвет түбәтәйҙәр, хәситә лә эшләй. Уларға алтын һәм көмөш ептәр менән башҡорт орнаменттары сигә. Өфө ижад мәктәбендә йөндән кейеҙ эшләргә өйрәнә. Уларҙан шулай уҡ шарф, сумка, башлыҡтар, сәскәләр тыуҙыра. Оҫтабикә йәрминкә-күргәҙмәләргә йөрөй, мәктәптәргә, китапханаларға, Шәриф Бикҡол, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев музейҙарына барып, оҫталыҡ дәрестәре лә ойоштора, ҡашмау, селтәр, хатта костюмдар тегеү серҙәренә өйрәтә.
Гүзәл Искәндәрова Бишауыл-Уңғар ауылы ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе булып тора. “Мираҫ”фольклор төркөмөндә лә сығыш яһай.
Ҙур ихтирам һәм иғтибарға лайыҡ, уңған ҡул эше оҫтаһы Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Искәндәроваға киләсәктә лә ижади уңыштар юлдаш булһын.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас