Даирә
+22 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
17 Ноября 2021, 05:02

Башҡортостан менән күрше төбәктә ҡот осҡос табыш

Билдәһеҙҙәр мәйеттең һыу өҫтөнә ҡалҡмауын теләгән. Күрәһең, бындай хәл фильмдарҙа ғына осрамайҙыр инде...  

Башҡортостан менән күрше төбәктә ҡот осҡос табышБашҡортостан менән күрше төбәктә ҡот осҡос табыш
Башҡортостан менән күрше төбәктә ҡот осҡос табыш

Свердловск өлкәһенең Балтым күлендә Башҡортостандан булған 22 йәшлек егеттең кәүҙәһе таш тултырылған рюкзакта табыла.  Мәйет йәйгелек үк табыла, Тәфтиш комитеты тик ошо көндәрҙә генә “Кеше ғүмерен ҡыйыу” статьяһы буйынса  енәйәт эше аса.

Хоҡуҡ һаҡсылары хәбәр итеүенсә, ирҙең кәүҙәһендә енәйәткә бәйле йәрәхәт эҙҙәре юҡ, был хәлгә шаһит булыусылар ҙа табылмаған. Суд -медицина экспертизаһы хеҙмәткәрҙәре лә аныҡ ҡына бер нәмә лә әйтә алмай, сөнки мәйет ныҡ серегән.
Билдәле булыуынса, һәләк булыусы элек хөкөм ителгән. Хәҙер уның күрше өлкәгә кемгә һәм нимә өсөн килеүе асыҡлана.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас