

Конкурстың маҡсаты - ауылдар халҡын айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды традицияларға ярашлы дөрөҫ тәрбиәләү һәм эскелек, тәмәке тартыу, наркотиктар тәҫиренән һаҡлау.
Бөгөнгө көндә ауылда 200-ҙән ашыу кеше йәшәй. Уларҙың күпселеге айыҡ тормош яҡлы. Ауыл халҡы конкурс шарттары менән танышып, һәр кем үҙ тәҡдимен еткергәндән һуң, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауға йүнәлтелгән саралар планын төҙөнө, уй-теләктәре менән уртаҡлашты, планға ярашлы, төрлө спорт ярыштары, милли байрамдар, тирә-яҡты төҙөкләндереү, йәшелләндереү буйынса өмәләр, эскелеккә ҡаршы акциялар, рейдтар үткәреү күҙаллана.
Ысынлап та, ауыл халҡы үҙгәрештәр көтә, элекесә йәшәргә теләмәй. Улар бер тауыштан дәррәү айыҡлыҡ конкурсына ҡушылды һәм еңеп сығырҙарына өмөт итәләр.
Фото: муниципаль район хакимиәте