Календарҙа ниндәй генә махсус булдырылған көн һәм байрам юҡ! Бына бөгөн, 11 ноябрҙә, Бөтә донъя тауыҡ көнө билдәләнә икән. Уны ноябрҙең һәр икенсе кесаҙнаһында билдәләргә килешелгән. Был көн донъяла иң ныҡ таралған ҡош һаналған тауыҡтарға һәм уларҙың файҙаһына иғтибар йүнәлтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Беҙҙең төбәктә лә үҙ ихатаңда ҡош-ҡорт аҫрау киң таралған. Һөҙөмтәлә бөтмөр хужалар йыл дауамында экологик йәһәттән таҙа, файҙалы йомортҡа һәм ит ашап кинәнә.
Яңауыл ҡалаһынан журналист Раушания Ғәрифуллинаның яҙмаһы геройҙары Роза менән Рифат Әбғәлимовтар тауыҡтарына бик күркәм, йылы, уңайлы өй эшләгән.
“Бында ҡоштарға бөтә шарттар ҙа булдырылған. Кетәктә йылы, яҡты. Быныһы – беренсенән. Икенсенән, ҡош-ҡортто дөрөҫ итеп ашаталар һәм тәрбиәләйҙәр. Табындан ҡалған ризыҡтар – икмәк, бутҡа, йәшелсә (бәрәңге, кишер, сөгөлдөр) – барыһын да ярата тауыҡтар. Көрпә, ылыҫ оно ла бирәләр. Тағы бер сер – тауыҡтарҙы төрлө сирҙәрҙән һаҡлау өсөн балыҡ ҡалдыҡтары, балыҡ майы, һөйәк оно рационда булырға тейеш”, - тип яҙа автор.
Әбғәлимовтар көн оҙонлоғон яһалма рәүештә оҙайталар – бының өсөн иртәнге һәм киске ваҡытта лампа ҡулланалар. Ҡош-ҡорттоң аҫтына бысҡы онтағы түшәйҙәр, ул утыҙ сантиметр самаһы булырға тейеш, ти хужалар.
Сығанаҡ һәм фото: https://kuraigazeta.ru