Даирә
+29 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
12 Ноября 2021, 09:31

Бала "ҡапҡан"ға эләккән

Кисә Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенә Сибайҙан шылтыратыу була: бала бәләгә тарыған.

Бала "ҡапҡан"ға эләккәнБала "ҡапҡан"ға эләккән
Бала "ҡапҡан"ға эләккән

Биш йәшлек малай кәнфит һауытындағы уйынсыҡҡа күрһәткес бармағын ҡыҫтырған. Ҡотҡарыусылар, әлбиттә, ярҙам иткән, ипләп кенә баланың бармағын ҡапҡандан сығарған.

Һәм улар ата-әсәләргә өндәшә: зинһар, онотмағыҙ, бәләкәй балалар уйламаған ерҙән бәләгә тарыуы ихтимал. Иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ!

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Алһыу Ишемғолова

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-11-12/bala-ap-an-a-el-kk-n-2580764

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас