Даирә
+3 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
11 Ноября 2021, 09:34

Башҡорт теле көнөнә ҡарата нәфис һүҙ фестиваль-конкурсы уҡыусыларҙы ҡатнашырға саҡыра

Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәби музейы Башҡорт теле көнөнә арналған «Теле барҙың – иле бар» нәфис һүҙ фестиваль-конкурсын ойоштороу тураһында иғлан итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡорт теле көнөнә ҡарата нәфис һүҙ фестиваль-конкурсы уҡыусыларҙы ҡатнашырға саҡыраБашҡорт теле көнөнә ҡарата нәфис һүҙ фестиваль-конкурсы уҡыусыларҙы ҡатнашырға саҡыра
Башҡорт теле көнөнә ҡарата нәфис һүҙ фестиваль-конкурсы уҡыусыларҙы ҡатнашырға саҡыра

Был конкурста Рәсәйҙең төрлө типтағы белем биреү учреждениеларының 1-11-се класс (мәктәп, лицей, гимназия һәм башҡалар) уҡыусылары ҡатнашырға мөмкин. Улар ижади эштәр – Башҡортостан шағирҙарының башҡорт теле тураһында шиғырҙарын яттан һөйләгән видеояҙмалар ебәрергә тейеш.

Конкурс 2021 йылдың 1 ноябренән 30-на тиклем онлайн уҙғарыла. Йомғаҡ 14 декабрҙә – Башҡорт теле көнөндә яһала.

Фестивалдең маҡсаты – башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, Башҡортостанда һәм унан ситтә телде популярлаштырыу.

Конкурста ҡатнашыу шарттары менән һылтанма буйынса положениела танышырға мөмкин.

Автор:Ләйлә Аралбаева
фото Башинформ
 
Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас