

Уға аппендицит диагнозы ҡуялар, операция яһайҙар һәм хирургия палатаһына күсерәләр. Палатала егеттең йөрәге туҡтай. Хәҙер ул үҙаллы йөрөй ҙә, ултыра ла, ашай ҙа алмай. Ата-әсәй быны, табиптарҙың яңылышлығынан, ти.
– Ул операциянан һуң аңына килә. Башы ауыртыуын һәм ныҡ йоҡоһо килгәнен әйтә. Табип уға йоҡларға рөхсәт итә. Шунан һуң егет уянмай. Әле Нияз яҡындарын таный. Ул ныҡ эмоциональ. Дуҫтарын-таныштарын күрһә лә илай башлай. Нимәлер әйтергә теләй, тик килеп сыҡмай, – ти егеттең ата-әсәһе.
Ниязға “ Йөрәге туҡтау һөҙөмтәһендә үҙәк нервы системаһының аноксия йәрәхәтләнеүе” тигән диагноз ҡуйыла. Әсә кеше был хәлде табиптарҙың ваҡытында ярҙам күрһәтмәүе менән бәйләй.
– Мин шылтыратҡанда, операция уңышлы үтте, тинеләр. Минең аңлауымса, Ниязды иҫһеҙ килеш палатала табалар. Тимәк, наркозда булған баланың хәлен бер кем дә күҙәтмәгән, – ти үгәй атаһы Илсур Рәхмәтуллин.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығындә әлегә был хәл буйынса бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәйҙәр. Эске тикшереү эше ойошторолған. Егеттең ата-әсәһе Тәфтиш комитетына мөрәжәғәт иткән.
Нияздың тиҙерәк һауығыуын ғына теләргә ҡала.
Фото: Т. Аманов