Даирә
-2 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
9 Ноября 2021, 06:03

Алдағы өс көндә республикала температураның -18 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә

Был турала Башгидрометүҙәк хәбәр итте.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Алдағы өс көндә республикала температураның -18 градусҡаса түбәнәйеүе көтөләАлдағы өс көндә республикала температураның -18 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә
Алдағы өс көндә республикала температураның -18 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә

Был аҙнала Башҡортостанда йәшәүселәрҙе үҙгәреүсән һауа торошо көтә. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә, 9 ноябрҙә республикала ямғырҙар башлана, ә шаршамбы епшек ҡар яуыуы көтөлә.

«Урыны менән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел йүнәлешен көньяҡтан төньяҡҡа үҙгәртә, көсәйеүсән. 10 ноябрҙә һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -2,+3 градусҡа тиклем түбәнәйә», — тип белдерҙе синоптиктар.

11 ноябрҙә республикаға арктик һыуыҡ килә. Һауа температураһы төндә -6,-11, аяҙытҡанда иһә -13,-18 градусҡаса түбәнәйә. Көндөҙ термометр бағанаһы -1,-6 градусҡа тиклем күтәрелә. Яуым-төшөм туҡтай, төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ һаҡлана.  

Фото:Олег Яровиков

https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-11-09/alda-y-s-k-nd-respublikala-temperaturany-18-gradus-asa-t-b-n-ye-e-k-t-l-2575574 

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас