Даирә
+7 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
4 Ноября 2021, 04:33

Өфөлә әсәһенән коронавирус йоҡторған өс сабый реанимацияға эләккән

Өфөнөң 17-се клиник дауаханаһында коронавирус йоҡторған 16 бала дауалана.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә әсәһенән коронавирус йоҡторған өс сабый реанимацияға эләккәнӨфөлә әсәһенән коронавирус йоҡторған өс сабый реанимацияға эләккән
Өфөлә әсәһенән коронавирус йоҡторған өс сабый реанимацияға эләккән

«Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, яңы тыуған өс сабый – ауыр хәлдә реанимацияла, башҡа балаларҙың хәле тотороҡло.

«Балаларҙы дауалау протоколы бар. Кескәй пациенттарға вирусҡа ҡаршы препараттар тәғәйенләйҙәр, билдәләргә ҡарап дауалайҙар, күрһәтмәләр буйынса гормональ препараттар ҡулланалар», - тине Максим Забелин.

Йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға 12-се аҙнанан прививка яһатырға мөмкин, шулай уҡ ауырға ҡалғансы прививка эшләтергә тәҡдим ителә, тип билдәләне министр.

«Анализ күрһәтеүенсә, вакцина яһатҡан әсәнән тыуған сабыйҙарҙа антиесемдәр бар», - тине министрлыҡ етәксеһе.

 

 

Автор:Ксения Калинина
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас