

Бөгөнгө көндә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу үҙ эшен дауам итә. Ул 14 ноябргә тиклем уҙасаҡ. Районда был кампания бик әүҙем ойошторолған. Иҫәп алыусылар адрестар буйлап йөрөй. Өйҙәр буйлап йөрөгәндә иҫәп алыусылар махсус программа менән тәьмин ителгән планшеттар тотоп килә һәм мәғлүмәттәрҙе шунда индерә.
Әйткәндәй, элекке халыҡ иҫәбен алыу сараларынан айырмалы рәүештә, ауыл биләмәләрендә иҫәп алыу, йәиһә стационар иҫәп алыу участкалары ойошторолған. Районда бөтәһе 16 иҫәп алыу участкаһы эшләй. Күп ауылдарҙа халыҡ һанына ҡарап, иҫәпләү участкалары бер йәки бер нисә ауылды берләштереп төҙөлгән. Ҡырмыҫҡалы ауылында 2 иҫәп алыу участкаһы бар. Улар Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы һәм Күп функциялы үҙәк биналарында урынлашҡан. Йәғни иҫәп алыусыларҙы өйөңдә ҡабул итә алмаһаң йә теләмәһәң, бында килеп мәғлүмәт бирергә мөмкин.
- Әгәр кемдер йортона йә фатирына ситтәрҙең килеүен теләмәһә, стационар иҫәп участкаһына килеп, үҙе хаҡында мәғлүмәт бирә ала,- ти Ҡырмыҫҡалы ауылы Күп функциялы үҙәк бинаһында урынлашҡан иҫәп алыу участкаһы инструкторы Алина Хәбибетдинова.- Участканың эш режимы: дүшәмбенән йомаға тиклем 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем. Шәмбе 9.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем эшләйбеҙ. Йәкшәмбе ял көнө. Бынан тыш, аҙнаһына ике көн волонтерҙар ярҙамға килә. Улар «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында һәр кемдең йәниҫәп ҡағыҙын үҙаллы тултырыуҙа ярҙам итә, халыҡты иҫәп алыу кампанияһында ҡатнашырға саҡыра. Иҫәп алыуҙы үткәреү өсөн үҙең менән бер ниндәй документ алып килергә кәрәкмәй. Иҫәп алыуҙың өс төрө бар: 2021 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу сараһы тәүге тапҡыр интернет аша үткәрелә, шуға күрә 8 ноябргә тиклем һәр кем “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша анкета һорауҙарына үҙаллы яуап бирә, ә инде 14 ноябргә тиклем иҫәп алыусыларҙы өйөндә ҡабул итә йәиһә иҫәп алыу участкаларына һәм Күп функциялы үҙәккә килеп мәғлүмәт бирә ала. Ошо юлдарҙың үҙегеҙгә уңайлыһын һайлай алаһығыҙ. Халыҡтың күбеһе, әлбиттә, иҫәп алыусыларҙың өйгә килеүен хуп күрә. Ә инде ваҡыттары тығын йәиһә эштә булғанда, йәки Күп функциялы үҙәккә йомош менән килгәндә иҫәп алыу участкаһында мәғлүмәт биреп китә. Пандемия осоронда иҫәп алыуҙы иҫәп алыу участкаларында үтеү уңайлы һәм хәүефһеҙ, тип тә әйтер инем.
Әйткәндәй, барлыҡ иҫәп алыусыларға ла етди талаптар ҡуйыла. Улар, план шет тағы махсус программанан файҙаланыуҙан тыш, иҫәп алыу барышында асыҡ ланған мәғлүмәттәрҙең сер итеп һаҡ ланырға тейешлеге тураһында талаптар, һорау алыу тәртибе, этикаһы менән танышҡан. Иҫәп алыусы һәм инструктор эшенең ауыр булыуына ҡарамаҫтан, Алина ла беренсе тапҡыр бындай кампанияла үҙ көсөн һынап ҡарарға ҡарар иткән. Уға йөкмәтелгән эште еренә еткереп башҡаыуында уңыштар теләп ҡалайыҡ.
Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу һәр кемебеҙҙең дә гражданлыҡ бурысы. Әүҙемерәк булайыҡ, дуҫтар!
Фирүзә Рәхмәтуллина.