Даирә
+23 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
3 Ноября 2021, 07:25

Эшһеҙҙәргә – дәүләт ярҙамы

Бөгөн эшһеҙ граждандар дәүләт ярҙамынан файҙалана ала. 145 мең һумға тиклем бер тапҡыр бирелгән  финанс ярҙамы алырға мөмкин.

Эшһеҙҙәргә – дәүләт ярҙамыЭшһеҙҙәргә – дәүләт ярҙамы
Эшһеҙҙәргә – дәүләт ярҙамы

Күләме ҙур булмаһа ла, бәләкәй генә эшмәкәрлекте асыу өсөн ярап ҡуйыуы бар. Эш яйлы барғанда, ул табыш килтерәсәк. Бынан тыш, процедураларҙы тамамлағандан һуң, кеше әҙер бизнес-план һәм теоретик белем ала. Уларҙың аҙаҡ та ҡатмарлы хәлдә кәрәге тейеүе бик мөмкин. Тик был дәүләт ярҙамын алыуҙың шарты ла бар: һуңғы йылда эш эҙләгән граждан эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнмәгән булырға тейеш.

250 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы социаль яҡлау органдарында “аҙ килемле” булараҡ иҫәптә торғандарға бирелә.  Төп шарт: һуңғы өс йылда кешенең эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн Мәшғүллек үҙәге аша субсидия алмаған булыуы кәрәк.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Фото:yandex.by

https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2021-11-02/esh-e-rg-d-l-t-yar-amy-2569031

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас