Даирә
+13 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
2 Ноября 2021, 04:00

Йоҡоғоҙ туймаймы?

Йоҡо яҡшы булһын өсөн организмдың биологик ритмдарын да  һаҡларға кәрәк.

Йоҡоғоҙ туймаймы?Йоҡоғоҙ туймаймы?
Йоҡоғоҙ туймаймы?

Иртән ауыр уянаһығыҙмы? Көн буйына йоҡоғоҙ килеп йөрөймө? Тимәк, һеҙ насар йоҡланғанһығыҙ, организмығыҙ ял итмәгән.

Әгәр һәйбәт ял итһәгеҙ, иртән үҙегеҙҙә көс тояһығыҙ, дәрт һиҙәһегеҙ. Күптәр өсөн 8-9 сәғәт йоҡо етә тип иҫәпләнә. Һәр саҡ яҡшы кәйефтә булыр өсөн режим төҙөгөҙ. Билдәле бер ваҡытта йоҡларға ятырға һәм торорға күнегегеҙ. Был режимды ял көндәрендә лә, каникулда ла боҙорға тырышмағыҙ.

  Яҡтылыҡ нисек булырға тейеш? Йоҡлар алдынан бүлмәгеҙҙе ныҡ яҡтыртмағыҙ, ә иртән, киреһенсә, ул балҡып торһон. Яҡтылыҡтың ниндәй булыуына ҡарап кеше мейеһе йә йоҡоға, йә уяныуға көйләнә.

Биологик сәғәттәр хаҡында ла оноторға ярамай. Режимдан тыш, организмдың биологик ритмдарын да һаҡларға кәрәк. Кеше үҙенең ҡайһы ваҡыт арауығында айырыуса әүҙем, ә ҡасан уның һүлпәнәйеүен белергә тейеш. Шуға ярашлы үҙ “эш көнөн” планлаштырыу уңайлы.

Әгәр ҙә йоҡлай алмай интегәһегеҙ икән, ҡәһүәнән, газлы шәрбәт эсемлектәрҙән бөтөнләй баш тартырға кәрәк.

 

Фото: coream.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-10-27/yo-o-o-tuymaymy-2562479
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас