Даирә
+7 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
28 Октября 2021, 09:34

Водителдәр династияһы дауам итә

Ғүмерен шоферлыҡҡа бағышлаған, “ҡорос ат”ын йәнендәй күргән ир-егеттәр хаҡында “уға машина ене ҡағылған” тип әйтәләр. Был һүҙҙәр Атйетәр ауылында йәшәүсе Әсҡәт Фидаил улы Маҡаевҡа ла ҡағыла.

Водителдәр династияһы дауам итәВодителдәр династияһы дауам итә
Водителдәр династияһы дауам итә

Әсҡәт Фидаил улы бына 40 йылға яҡын “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһында автобус водителе булып эшләй. Был һөнәргә һөйөү бәләкәйҙән һалынған, сөнки уның атаһы Фидаил Рәхимйән улы ғүмер буйы хаҡлы ялға сыҡҡансы шофер була. Әйткәндәй, уларҙы Маҡаевтар династияһы тиһәң дә була. Улар тиҫтә йылдар дауамында бер һөнәргә тоғро хеҙмәт итәләр. Әсҡәт ағайҙың улы Айҙар ҙа «Башавтотранс» предприятиеһы водителе, Өфө-Ҡырмыҫҡалы маршруты буйынса йөрөй.

- Һәр кем күңеленә ятҡан һөнәрҙе һайларға тейеш, сөнки артабанғы йәшәү рәүеше, етеш тормош дөрөҫ һөнәр һайлауҙан тора. Юҡҡа ғына, кеше үҙ тормошон үҙе төҙөй тип әйтмәйҙәр бит, - ти Әсҡәт Фидаил улы.

Әсҡәт ағай 8-се класты тамамлап, Өфө ҡалаһындағы автотранспорт техникумының механика бүлегенә уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағас та армияға саҡырыу ала. 1982-1984 йылдарҙа Хабаровск өлкәһендә үткән әрме хеҙмәтендә лә водитель була. Уға “КрАЗ” машинаһы беркетәләр. Ватан алдындағы изге бурысты үтәгәндән һуң, хеҙмәт юлын “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһында башлап ебәрә һәм бөгөнгө көнгә тиклем ошо һөнәренә тоғро ҡала. Тәүҙә Өфө лә аэропортҡа илткән юлда 110-сы маршрутта эшләй. 90-сы йылдан Атйетәр – Ҡырмыҫҡалы – Ефремкин – Алайғыр – Өфө маршруты буйынса пассажирҙар ташый.

- Төрлө маркалы автобустарҙа йөрөргә тура килде. Тәүҙә “Икарус” автобусында йөрөнөм. Артабан ПАЗ, “Мерседес” маркалы автобусҡа ултырттылар. Бөгөнгө көндә бөтә яҡтан комфортлы “Форд” автобустары асҡыстары тапшырҙылар. Автобустар беҙҙең өсөн дә, пассажирҙар өсөн дә уңайлы, йомшаҡ креслолар, хәүефһеҙлек ҡайыштары, юғары полкала багаж урындары, кондиционер менән йыһазландырылған һәм һәр креслоға индивидуаль яҡтыртҡыстар урынлаштырылған,- ти тәжрибәле водитель.- Бик күп пассажирҙар водитель һөнәре бик еңел, руль борғолауҙан ғына ғибәрәт тип уйлайҙыр, әммә улай түгел, автобус водителе һөнәре бик ауыр һәм яуаплы. Минең өсөн йөрөткән машинамдың һәр ваҡыт төҙөк булыуы ғына түгел, пассажирҙарҙың үҙҙәрен уңайлы хис итеүе лә мөһим. Алыҫ араларға сығырға тура килгәнлектән, машинаң – төҙөк, үҙең һәр саҡ әҙер булырға тейешһең. Бер ваҡытта ла рейсҡа сыҡмай ҡалғаным булманы. Тағы ла, руль артына ултыраһың икән, һин пассажирҙарҙың именлеге өсөн яуап бирәһең, бынан да мөһиме булыуы мөмкин түгел. Иртәнге ҡояш менән бергә торабыҙ. Юлға сығыр алдынан автобусты тыштан да, эстән дә тикшерәм. Автобус бензинын, майын, салондағы кресло ҡайыштарын, фараларҙы ҡарайым. Тәүге рейс 6.30 сәғәттә башлана. Көнөнә ике рейс эшләйем. Был эштә сыҙамлы, сабыр һәм иғтибарлы булырға кәрәк. Бөгөнгө көндә юлдарҙа машиналар күп, юл-транспорт ваҡиғаларына осрамаҫ өсөн ипле йөрөргә кәрәк. Кешеләр маршрут автобусы булғас, ваҡытына барып етергә тейеш тип уйларға мөмкин, ләкин һәр ваҡыт улай булмай. Юлда тығындар, боҙлауыҡ булырға мөмкин. Шулай ҙа кешеләрҙе үҙ ваҡытында иҫән-имен алып барып еткерергә тырышам.

Оҙон юл булғас, төрлө хәлдәр ҙә була, ҡайһы саҡта иҫ китерлек ситуацияларға тап булаһың. Автобустарҙа йөрөүселәр һаны көндән-көн арта. Төрлө кешеләр менән осрашаһың, бик ҡәнәғәт пассажирҙар рәхмәт һүҙҙәрен дә йәлләмәй. Ҡайһы ваҡыт пассажирҙарҙың хәленә инергә лә тура килә.

Әсҡәт Фидаил улы ғаиләһенән дә уңған - Резида Наил ҡыҙы менән татыу ғаилә ҡороп, гөрләтеп, тырышып донъя көтәләр. Ике балаға ғүмер, матур тәрбиә, белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Бөгөн балалары үҙ юлдары менән етеш тормошта йәшәй. Ҡыҙҙары Алһыу кейәүҙәре Илгиз менән Боҙаяҙ ауылында ғүмер итә. Бәхетле өләсәй менән олатайға Айлина исемле ейәнсәр ҙә бүләк иткәндәр. Маҡаевтарҙың улдары Айҙар әлегә өйләнмәгән. Резида Наил ҡыҙы Әсҡәт ағайҙы изге юлдар теләп оҙатып ҡала, эштән ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтөп, донъяһын бөтәйтеп, төрләндереп тәмле-татлы ризыҡтарын бешереп ҡуя.

Эйе, үҙ эшен яратып ихлас башҡарған кеше үҙе лә ҡәнәғәтлек ала, башҡаларға ла тик файҙа килтерә. Әсҡәт Фидаил улы ла водитель булыуы менән бәхетле. Үҙ эшенә намыҫ менән ҡараған шоферға имен юлдар юлдаш булһын, һәр саҡ “йәшел ут” янып торһон!

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор фотоһы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас