

Бөгөндән сауҙа үҙәктәренә, матурлыҡ салондарына, бассейндарға, фитнес-үҙәктәргә, музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға ковидтан прививка тураһында сертификат йәки ярты йыл эсендә коронавирус менән сирләү хаҡында белешмә менән генә инергә мөмкин.Шул уҡ ваҡытта пациенттарҙы дауаханаға һалғанда ПЦР-тест үтеү тураһында белешмә ғәмәлдә була.
Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ПЦР хаҡында белешмәләрҙән баш тартыуҙың нимәгә бәйле булыуын аңлатты. Уның һүҙҙәренсә, вакцинация – коллектив иммунитет булдырыуҙың берҙән-бер ысулы. Ул шулай уҡ ҡала һәм район башлыҡтарына «халыҡҡа һәм ҙур предприятиеларҙың етәкселәренә санитар-эпидемиологик талаптарҙың асылын яҡшылап аңлатыу» үтенесе менән мөрәжәғәт итте.
Автор: башинформ.рф
https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-10-27/bash-ortostanda-y-m-t-uryndaryna-bar-anda-ptsr-testar-y-k-r-te-m-ld-n-sy-aryldy-2561892