Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
27 Октябрь 2021, 17:01

"Ҡыҫыр мөхәббәт" (хикәйә)

Егет ҡорона инеп, аҡты ҡаранан айырыр мәленә еткәс, Марат та үҙенең киләсәге, ғаилә ҡороу ише етди мәсьәләләр хаҡында уйлана башланы. Уныңса, киләсәге яҡты, барыһы ла һәйбәт булыр төҫлө. Тик бына тәғәйен генә йөрөгән ҡыҙы, йәр булырҙай ише генә юҡ бит әле.

"Ҡыҫыр мөхәббәт" (хикәйә)"Ҡыҫыр мөхәббәт" (хикәйә)
"Ҡыҫыр мөхәббәт" (хикәйә)
Егет ҡорона инеп, аҡты ҡаранан айырыр мәленә еткәс, Марат та үҙенең киләсәге, ғаилә ҡороу ише етди мәсьәләләр хаҡында уйлана башланы. Уныңса, киләсәге яҡты, барыһы ла һәйбәт булыр төҫлө. Тик бына тәғәйен генә йөрөгән ҡыҙы, йәр булырҙай ише генә юҡ бит әле. Күҙе төшкән ҡыҙҙар бар барлыҡҡа, әммә уларға һүҙ ҡатырға ла ҡыймайыраҡ йөрөй шул. Үҙе менән бергә эшләгән сибәркәйҙәр араһында ла бына тигәндәре бар. Типографияла ленотипистка булып эшләгән Фатима, мәҫәлән… Килмәгән ере юҡ – төҫ, тиһәң – төҫө, буй, тиһәң – буйы бар, эшкә лә һәлкәү түгел! Үҙе лә Маратҡа тыныс ҡарай алмай шикелле, һәр хәлдә, тап булышһалар, нисектер серле генә йылмайып, күҙҙәренә тура ҡарап үтә… Бындай мәлдә Фатиманың аҡ йөҙө алһыуланып, оҙон керпектәре дерелдәп киткән төҫлө була.

Ә уҙған Яңы йыл байрамы уңайынан ойошторолған табында улар осраҡлы рәүештә генә йәнәш ултырҙылар. Марат ҡыҙҙы үҙенсә хөрмәт итергә, ҡарарға тырышты: табынға ҡуйылған теге йәки был ризыҡты Фатиманың тәрилкәһенә һала, ара-тирә уға шарап тулы бокал тәҡдим итә. Ҡыҙ ҙа һис инәлтмәй, кәрәккән-кәрәкмәгәнгә сарбайламай, уймаҡ ирендәренә бокалды тигеҙеп кенә ала ла, егеткә ҡарап, ихлас йылмая.

Мәжлес ҡыҙып, табындағылар талғын көйгә вальсҡа төшкәс, Марат та Фатиманы уртаға саҡырҙы. Шуны ғына көткәндәй, ҡыҙ йылдам хәрәкәттәр менән егеттең яурындарына ҡулдарын һалды… Ҡыҙҙан бөркөлөп торған хушбуй еҫенә иләҫләнеп, еңелсә башы әйләнгән егет уны иркен зал буйлап өйөрөлттө, үҙе әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәтлек кисерҙе, хистәр диңгеҙендә йөҙҙө.

– Марат, бер һорау бирһәм, асыуланмаҫһың микән? – Фатиманың көтөлмәгән был һорауына аптырабыраҡ ҡалды башта егет.

– Әлләсе… Һорауыңды белмәйем бит әле… Шундай ҡурҡыныс түгелдер ҙә инде? – Ул, үҙ һүҙҙәренән үҙе оялғандай, ыҡ-мыҡ итте.

– Эх, Фатима! – Егет, көйгә ҡушылып, әкрен генә йырлап ебәрҙе:

Ҡар булһаң, ҡаралмам,

Боҙ булһаң, боҙолмам,

Мин мәңге юғалмам,

Янымда һин булһаң…

Әллә егеттең ҡолағына терәлеп тигәндәй һуҙған моңонан, әллә алған яуабының шундай тәьҫирле булыуынан ҡыҙ бер аҙға юғалып ҡалды:

– Әйҙә, ултырайыҡ… Ниңәлер башым әйләнәсе, – үҙе егеттең яуабын да көтмәй ултырғысҡа ыңғайланы…

– Эй, балам, балам… Үҙ йәнеңде ҡыйып, нимәләр генә оттоң инде… Ҡара йыланға ирек кенә бирҙең бит… Ике улың менән ҡыҙың аңлаһалар ярар ҙа… Эй, Хоҙайҡайым, ни өсөн кеше бәхеткәйҙәре тиң түгел икән?

– Сабыр булайыҡ, апай, Маратты барыбер кире торғоҙоп ултыртып булмай. Тәҡдире шулдыр…

Янындағы ҡатындар әсәне ниндәй һүҙҙәр менән йыуатырға белмәй аптыраны һәм үҙҙәре лә уға ҡушылып әсе йәштәрен түгә ине.

Ә Әлимә иһә кеше алдында ҡара ҡайғыға батҡан тол ҡатын сүрәтенә бик оҫта керә белде – битенән ҡулъяулығын алманы, өҙгөләнеп һөйләнде. Эсенән иһә ирен ерләү мәшәҡәттәренең тиҙерәк үтеп китеүен, килгән-киткәндәрҙең уҫал ҡараштарынан йәһәтерәк ҡотолоу мәлен көттө. Башында тик бер генә уй: өс балаһына ирен юғалтыу айҡанлы биреләсәк пособие суммаһы арыу булһа ярар ине!.. Шулай инде… ҡыҫыр мөхәббәттең ҡайғыһы ла ҡыҫыр…

 
Фото: интернет
 
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас