Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Октябрь 2021, 16:51

ҺУҢҒЫ ОСРАШЫУ (хикәйә) Зөһрә Ҡотлогилдина

Шулай һәр саҡ ҡапыл, көтмәгәндә килә Камил. Сулпан бөгөн иртәнән бирле үҙен ҡайҙа ҡуйырға, нимә эшләргә белмәй аптырағайны. Эсе бошоуына түҙә алмайынса ултырып илап та алды. Камил килеүенә булған, күрәһең. Әллә телепатия тигән нәмә, ысынлап та, бармы икән? Юҡһа ниңә бөгөн көнө буйына тегеләй бәрелде, былай һуғылды, ҡулына бер эш барманы.

ҺУҢҒЫ ОСРАШЫУ (хикәйә) Зөһрә Ҡотлогилдина
ҺУҢҒЫ ОСРАШЫУ (хикәйә) Зөһрә Ҡотлогилдина

Камил гел үҙенә ҡыйын саҡта килә Сулпанға. Хәлдәрен һөйләп, ҡыҙҙың аҡыллы, уйсан күҙҙәренә шым ғына ҡарап ултырһа ла, еңел булып ҡалған кеүек уға. Ә Сулпан иһә һәр ваҡыттағыса булдыра алғанса аҡыллы кәңәштәр бирә, тынысландыра.Ҡасан ғына осрашмаһындар, Сулпан Камилды күргән һайын ун алты йәшлек ҡыҙҙар кеүек ояла. Биттәре ҡыҙарып китә, тулҡынланыуынан ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй.
Бына әле лә ҡойолдо ла төштө. Камил, пинжәген һалып, өҫтәл янына килеп ултырғас, икеһе лә һүҙҙе ниҙән башларға белмәй аптыраны. Килеп тыуған был уңайһыҙлыҡтан ҡотолорға теләп, Сулпан, сәй әҙерләргә булып, электр сәйнүген розеткаға тоташтырҙы.
– Һин мине көтмәй инең, беләм, – тип ҡыйыуһыҙ ғына һүҙ башланы Камил һәм Сулпандың артына килеп баҫҡан килеш уның яурындарынан ҡосаҡланы.
Ҡыҙ тертләп китте, тик урынынан ҡуҙғалманы. Камил сәстәренән үпте.
– Мин һине яратҡанлығымды хәҙер генә аңланым. Ғәфү ит мине. Мин артабан былай йәшәй алмайым. Ауыр миңә. Һәр ваҡыт һине уйлайым, һине юҡһынам. Һағынам мин һине, Сулпан. Яратам...
Өнмө-төшмө икәнлегенә ышанырға теләп, буғай, Сулпан бер мәлгә генә күҙҙәрен йомдо. Күпме көттө ул ошо һүҙҙәрҙе, ошо минуттарҙы. Башҡа бер кемдән түгел, тик Камилдан ғына. Көттө, һуңғы сиктә өмөтөн өҙҙө. Әммә бер ҡасан да был көн ошолай, ҡапыл килер тип уйламаны.
Сулпан, боролоп, арыған, йонсоу ҡараштарын Камилдың күҙҙәренә төбәне.
– Ҡыҙыҡ, – тине ул, көлөмһөрәп. Үҙе, һынап, Камилға ҡараны. Һағыш тулы ҡараштарҙы күтәреүе ауыр ине Камилға. Ул башын түбән эйҙе.
Сулпанға ла былай һөйләүе еңелерәк тойолдо.
– Беренсе тапҡыр һин миңә «яратам» тинең. Ниңә һин ошо һүҙҙе ун йыл элек әйтмәнең?
– Язалама мине, Сулпан. Ни өсөн икәнен һин беләһең бит инде. Миңә былай ҙа ҡыйын.
Камил ҡайнар устары менән Сулпандың яңаҡтарынан тотоп, ҡыҙҙың башын күтәрҙе. Күҙҙәренә текәлде. Ниндәй яҡын һәм ҡәҙерле ошо ҡараштар. Донъяла был наҙлы шоморт күҙҙәрҙән башҡа уға бер кем дә кәрәкмәй ине лә баһа. Был ҡараштар осрашҡан һайын бер-береһен өнһөҙ-тынһыҙ иркәләй һәм иркәләнә ине. Ҡайһы саҡта улар бер нимә лә һөйләшмәй, бер-береһенә ҡарашып ҡына бара. Ә үҙҙәре күп нимә тураһында һөйләшкән кеүек. Моғайын, ғашиҡтар ғына шулай һүҙһеҙ һөйләшә һәм аңлай беләлер. Күңелдәр бер-береһенә тартылғанда, күҙҙәр серләшкәндә һүҙҙәрҙең кәрәге бармы ни?
Әммә бөгөн Сулпандың ҡараштарында ниндәйҙер һалҡынлыҡ күрҙе Камил. Упҡын төҫлө төпһөҙ ҡара күҙҙәрҙән ниндәйҙер шомлолоҡ һирпелә ине. Был уны һағайтты. Нимәлер һиҙенгәндәй, Камил ашыға-ашыға һүҙен дауам итте. Үҙен бүлдереүҙән, туҡтатыуҙан ҡурҡып, ҡабаланды.
– Китәйек, Сулпан, ҡайҙа булһа ла китәйек. Мин башҡаса былай йәшәй алмайым, һинең менән ер сигенә лә китергә ризамын. Ҡара урманға булһа ла. Ҡыуышта йәшәрбеҙ. Беҙ һәйбәт йәшәрбеҙ, Сулпан. Мин һиңә вәғәҙә бирәм. Беҙҙең кү-ү-п, бик күп балаларыбыҙ булыр.
Камил ҡыҙҙың ирендәренә үрелде. Үҙе:
– Сулпан, мин беҙҙең, икебеҙҙең балабыҙ булыуын теләйем, – тип бышылданы.
Камилдың был һуңғы һүҙҙәре Сулпанды айнытып ебәргәндәй итте. Ҡыҙ уның ҡулдарын ситкә этәрҙе. Үҙе, тәү күргән кеүек, Камилға ҡараны. Тегеһе ҡыҙҙың күкрәгенә башын һалды ла:
– Улай ҡарама миңә, үтенәм. – тине. Аҙаҡ Сулпандың сәстәренән һыйпап: – Мин һинең яуабыңды көтәм, – тип ҡыҙға төбәлде.
Нимә әйтһен һуң Сулпан? Бына бит ун йыл буйы яратҡан, көткән кешеһе килгән. Бергә булайыҡ, ти. Һинһеҙ йәшәй алмайым, яратам, ти. Тағы ни кәрәк һиңә, Сулпан? Бәхетең үҙе килеп аяҡ аҫтына ятты. Күтәреп торғоҙ ҙа, мин риза, тиң. Һинең берҙән-берең, ғүмерең буйына яратҡаның бит ул. Кешеләрҙән йәшерергә тырышһаң да, үҙеңдән күпме йәшерергә, хистәреңде күпме тыйырға була.
Кемдәр шулай яңғыҙ булып ҡала һуң? Ир сыҡмағандан ултырмай береһе лә. Киреһенсә, өс төр кешеләр шулай яңғыҙ ҡалыусан була.
Тәүгеләре – артыҡ сибәрҙәр. Улар үҙҙәренә тиңде, матурҙарҙы эҙләй. Тәүҙә һауаланалар, аҙаҡ, матурҙары табылмағас, үҙҙәренең дә сибәрлектәре шиңә башлағас, урта матурҙарға ла күңел һалырҙай булалар ҙа, тик урта матурҙар үтә матурҙарға яҡын килергә ҡурҡалар. Әйтерһең, улар шулай ситтән ҡарап һоҡланыр өсөн генә яратылған. Ә сибәрҙәргә үҙҙәренә башлап ҡул һуҙырға ғорурлыҡтары ирек бирмәй.
Икенселәре – аҡыллылар. Ундайҙарҙан егеттәр бөтөнләй ҡурҡа. Ҡайһы ир бисәһенең үҙенән аҡыллы булыуын теләй икән? Ирҙәр халҡы үҙ баһаһын ныҡ белә. Аҡыллы ҡыҙҙар менән төрлө темаларға һөйләшеп ултырыуы, әлбиттә, бик күңелле. Хатта уларға ҡарап һоҡланалар ҙа. Һоҡланалар, әммә өйләнмәйҙәр.
Өсөнсөләре – тәүге мөхәббәттәрен онота алмайынса йөрәгендә һаҡлап йәшәгән тоғро йәндәр. Нисә йылдар үтһә лә, инде яратҡан кешеһе икенсегә өйләнеп, бала-сағалы булып, тормош көтөп ятһа ла, буш өмөттәргә ышанып йәшәгән хыялыйҙар.
Сулпанда ошо өсәүҙең береһе генә түгел, бөтәһе лә тупланғайны, буғай. Күҙ сағылдырғыс үтә матур булмаһа ла, бик һөймәлекле, яғымлы кеше тиҙәр уның хаҡында. Ә ундайҙар йыш ҡына һалҡын һылыулыҡтан өҫтөнөрәк була. Аҡылһыҙ ҙа тип иҫәпләмәй үҙен Сулпан. «Егеттәр алдында шул аҡылыңды күрһәтмәй генә һөйләшә беләһеңме һин, юҡмы? Хәйләләш: белгән нәмәңде лә белмәмешкә һалыш. Әҙерәк кенә ҡыйшаңда, шиҡаңда, көл. Юғиһә, һинең етди ҡиәфәтеңде күреү менән ҡурҡып, бер саҡрымдан урап ҡаса бит егеттәр үҙеңдән», – тип иптәш ҡыҙҙарының йыш ҡына өгөт-нәсихәт биреүе лә юҡҡа булмағандыр, күрәһең. Әйтеүе рәхәт. Тормошта бөтөнләй башҡаса. Артист түгел дә ул. Нисек юҡты бар итеп күрһәтәһең.
Мөхәббәтенә тоғролоҡҡа килгәндә инде бигерәк самаһыҙ Сулпан. Йә шулай күпме йәшәргә була. Осраҡлы рәүештә генә урамда бер күреп ҡалыуҙан да, хәл-әхүәлдәрен һорашып, ябай ғына һөйләшеп тороуҙан да әллә күпме көс ала, һүнеп барған өмөт усағына ялҡын өргәндәй дөрләп ҡабынып китә. Шул осрашыу, шул ҡараштарҙан иҫереп, кинокадрҙарҙы кире борған кеүек, һәр хәрәкәтте, һәр һүҙҙе яңынан иҫкә төшөрөп, оҙаҡ ваҡыт илереп йөрөй. Ошо яҡты донъяла уның берҙән-беренең йәшәүен генә лә иҫ киткес ҙур бәхет итеп тоя ул. Әйҙә, Камил Сулпандыҡы ла булмаһын. Көсһөҙ, ихтыярһыҙ булыуы арҡаһында һис көтмәгәндә, уйламағанда осраҡлы рәүештә генә икенсе берәүгә өйләнгәнен дә ғәфү итте ҡыҙ хатта. Донъяла Камилдың барлығын белеп йәшәү ҙә етә ине Сулпанға.
Ә Камил үҙен онотторорға ирек бирмәне. Сулпандың үҙен яратыуын һәм онотмаҫын белә ине ул. Бигерәк тә өйләнгәненең тәүге йылдарында Камил йыш килде ҡыҙға. Уларҙың был осрашыуҙарында бер ниндәй яман уй, боҙоҡлоҡ та булманы. Камил да, башҡа күп ирҙәр кеүек, ваҡланып, ҡатынын яманламаны. Әгәр шулай итһә, үҙен Сулпан алдында түбәнһетер генә ине. Киреһенсә:
– Кеше булараҡ һәйбәт, – тине. – Ә бына мөхәббәт...
Шул саҡта ул туҡтай ҙа Сулпандың күҙҙәренә ҡарай. Был минутта уның ҡараштары: «Ә мөхәббәтем һин ул, бары тик һин генә!» – тигән кеүек.
Үҙе кинәт үҙгәреп:
– Ләкин мин улымды бик яратам. Мин уны бер ҡасан да ташламаясаҡмын, – ти.
Ваҡыт үтә торҙо. Тормошоноң иң ауыр мәлдәрендә, ҡайҙа бәрелеп һуғылырға белмәгәндә килә Камил Сулпанға. Килә лә, уның нисек йәшәүе менән дә ҡыҙыҡһынмай, үҙ ҡайғыһын һөйләй-һөйләй ҙә, күңелен бушатҡас, тынысланып ҡайтып китә. Сулпан иһә, үҙ хәсрәттәре етмәгән, Камил өсөн ҡайғыра башлай. Бигерәк тә уның: «Ярты ғүмерем яңылышып үтте, ҡалғаны нисек булыр...» – тип әсенеп әйткәне йөрәген һыҙлата.
Тора-бара Камил да шул тормошона күнде, буғай. Икенсе балалары – ҡыҙҙары тыуҙы. Сулпан янына һирәкләп кенә килде. Юл төшкәндә уның эш урынына инеп хәлдәрен белдереп китер ине. Сулпан иһә Камилды күргән һайын уға әллә ниҙәр һөйләрҙәй була. Ә күрһә, бөтәһе лә башынан оса. Бик ҡыйын саҡтары була Сулпандың да. Шундай ваҡыттарҙа иң яҡын кешеһенең тубыҡтарына башын һалып, һулҡылдап-һулҡылдап бер туйғансы илағыһы килә. Ә ҡәҙерле кешеһе уның башынан һыйпар, иркәләр, йыуатыр ине. Шундай ваҡытта килеүен теләй Сулпан Камилдың, шундай саҡта күргеһе килә уны, Камилда ниндәйҙер таяныс табыр кеүек. Камил иһә, үс иткәндәй, ундай саҡта күренмәй. Ҡайһы мәлдә хатта уның эш урынына барырҙай, шылтыратырҙай, хат яҙырҙай була Сулпан. Ләкин тыйылып ҡала, сөнки Камил үҙе бер ҡасан да шылтыратҡаны ла, һис юғында байрам менән йәки тыуған көнө менән ҡотлап булһа ла, сәләм-хат ебәргәне лә, хәле менән ҡыҙыҡһынғаны ла булманы. Әйтерһең, һөйгән йәндәргә, көткәндәргә һәр ваҡыт рәхәт, уларға бер ҡасан да ҡыйын булмай.
Һуңғы йылдарҙа Сулпан үҙенең яңғыҙлығына күнә башланы, буғай. Яратмаған кеше менән ғүмер итеп, үҙең дә, башҡа берәүҙе лә бәхетһеҙ иткәнсе, яратҡаныңды уйлап яңғыҙ ғына йәшәүең яҡшыраҡ түгелме икән? Уйлап ҡараһаң, бөтә кеше лә яңғыҙ бит. Күңеле менән, уйҙары, хыялы, донъяны ҡабул итеүе, ҡараштары, ҡылыҡтары менән.
Юҡ, Сулпан ошо яңғыҙлыҡтан ҡасыу, Камилдың ғаиләһен боҙорға тырышыу, уны үҙенеке итеү ниәте менән осрашырға теләмәй. Бер уйлап ҡараһаң, уның быға хаҡы ла бар кеүек. Уның мөхәббәтен, уның яратҡанын тартып алдылар, уны яңғыҙ һәм бәхетһеҙ иттеләр. Кешеләр йыш ҡына үҙҙәренең теге йәки был ҡылыҡтарын, аҡланып, мөхәббәт тигән саф исем менән ҡапларға ярата, хатта гонаһтарын да. Ә бит Сулпан менән Камил, ысынлап та, бер-береһен ярата. Кеше был тормошта бер тапҡыр ғына йәшәй, шул күбәләктәй ҡыҫҡа ғүмерендә лә бәхетле булырға хаҡы юҡмы ни һуң уның? Бар. Ләкин, шағир әйтмешләй, бәхетһеҙ итеп берәүҙе бәхетле булмай кеше. Кемдәрҙеңдер яҙмышы өсөн үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алған икән, кеше уны намыҫы менән аҡларға тейеш. Ғүмере буйына. Ә Камил бер кешенең генә түгел, өсәүҙең яҙмышына яуаплы. Ә Сулпан иһә уларҙың дүртәүһенә яуаплы. Өс-дүрт кешенең бәхетһеҙ булыуына ҡарағанда берәүҙең генә яңғыҙ ҡалыуы һәйбәтерәк түгелме ни?
– Ниңә өндәшмәйһең? Нимә булһа ла әйт. Бер генә һүҙең дә юҡмы ни миңә? Һин мине хәҙер яратмайһыңмы ни? Зинһар, өндәшмәүең менән язалама. Мин һинән яуап көтәм.
Камилдың ярһып өндәшеүе Сулпанды уйҙарынан уятты. Инде төңөлдөм тигәндә йәнә бөгөнгө осрашыу Сулпандың йөрәк яраһын асты. Күпме шулай йәшәргә мөмкин? Ҡасан да булһа быға барыбер сик ҡуйырға кәрәк бит. Ни тиклем иртәрәк булһа, шул тиклем хәйерлерәк. Бының ауырлығы уға ғына төшөр. Ә Сулпан күтәреп өйрәнгән барыһын да. Быныһын да күтәрер. Тештәрен ҡыҫып, күҙҙәрен йомоп, тоҙ һипкәндәй әрнеп-һулҡып һыҙлаған яраһын усы менән ҡаплар ҙа, йәш аралаш йылмайып түҙер.
«Ниңә өндәшмәйһең, тиһең. Өндәшәм бит, ишетмәйһеңме?» Сулпандың күҙҙәре шулай тине Камилға. Үҙе һуңғы тапҡыр күргәндәгеләй, күңеленән хушлашып Камилға ҡараны. Бына ул шундай яҡын, шундай үҙ булып Сулпандың ҡаршыһында баҫып тора. Уның бер һүҙен көтә. О-о, ҡайһы саҡ ҡалай ҡиммәткә төшә ул бер һүҙ! Кеше яҙмышы хәл ителә. Риза тигән һүҙҙең әйтелеүе генә кәрәк. Мөхәббәте менән ҡауышасаҡ, бәхетле йәшәйәсәк Сулпан. Тик оҙаҡҡамы һуң? Ниндәй атаның балалары өсөн йөрәге һыҙламаһын. Юҡ, юҡ, быға юл ҡуймаясаҡ Сулпан. Үҙенең етем үҫкәне лә еткән. Уның ғәйебе менән кемдеңдер күҙ йәше түгелеүен теләмәй ул.
Бер һүҙ барыһын да хәл итәсәк. Ана шул һүҙҙе көтөп баҡҡан Камил. Юҡ, Камил ғына түгел, уның артында тағы өс кеше баҫып тора.
– Кит һин, Камил, – тине шул саҡ ҡыҙ. – Шулай икебеҙгә лә һәйбәтерәк булыр. Беҙ бит инде хәҙер өлкән кешеләр. Үҙебеҙ хаҡында ғына түгел, башҡалар тураһында ла уйларға тейешбеҙ. Килмә һин башҡа.
Был һуңғы һүҙҙәрҙе әйтеү өсөн күпме көс кәрәк булғандыр Сулпанға, үҙе генә белә. Күҙенән йәше сыҡмаһын өсөн, тауышы ҡалтырамаһын өсөн, күпме көсөргәнеш талап итте унан был һүҙҙәр. Ошо минуттарҙа ул йәшлеге, мөхәббәте менән әрнеп хушлашты. Киләсәктә нимә көтә уны? Бушлыҡ... Билдәһеҙлек... Яңғыҙлыҡ...
Камил иҫәңгерәгән кеше шикелле бер килке нимә эшләргә белмәй аптырап торҙо ла ҡапыл эске бер ярһыу менән, үҙен-үҙе абайламай, Сулпанды ҡосаҡлап, шашып-шашып үбә башланы. Кеше иң ҡәҙерле нәмәһен юғалтҡанда, иң ғәзиз кешеһе менән хушлашҡанда ғына була торғандыр ундай минуттар. Сулпан көс менән тиерлек Камилдың ҡулдарын үҙенән айырҙы ла һалҡын, ят тауыш менән:
– Һуң инде, Камил, ҡайт, – тине.
– Был һинең һуңғы һүҙеңме? – Камил тетрәнеп Сулпандың ҡараштарын тоторға тырышты. Ләкин ҡыҙ арты менән боролоп тәҙрә эргәһенә килеп баҫты.
Күпме торғандарҙыр улар шулай һүҙһеҙ. Байтаҡтыр, сөнки тышта бер мәл ҡараңғы булып китте. Әллә кис етте, әллә болоттар ҡояшты ҡапланы. Көҙгө көндө аңламаҫһың. Ҡапыл ғына ел дә сыҡты, буғай. Кешеләр, пальто, плащ яғаларын күтәрә биреп, ҡайҙалыр ашыға, һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ тормошо. Ситтән ҡарап торғанда улар бәхетле кеүек. Кем белә, бәлки, улар араһында ла Сулпан менән Камил кеүектәр аҙ түгелдер.
– Хуш!.. – йөрәк әрнеткес ошо һүҙ менән ябылды ишек. Бөттө! Бөтәһе лә бөттө! Сулпан күҙҙәрен йомдо.
Ул китте. Бына урамға сыҡты. Туҡтап торҙо. Әйтерһең, ул ошо минутта ҡайҙа китергә белмәй уйлана, икеләнә ине. Әллә Сулпандың кире саҡырыуына өмөтләндеме? «Камил!» Эске бер тауыш үҙәк өҙгөс итеп ҡысҡырғандай булды. Ә Камил, гүйә, шуны ишетте тиерһең, ҡапыл әйләнеп ҡараны.
Тышта ел көсәйҙе. Бөтәһен дә ғәжәпкә ҡалдырып, ябалаҡлап-ябалаҡлап ҡар яуа башланы. Ергә төшөп етер-етмәҫтән ямғырға әйләнгән тамсылар тәҙрә быялаһынан буй-буй һырҙар яһап ағып төштө.
Камил яғаһын күтәрә бирҙе лә, һуңғы тапҡыр тигәндәй, Сулпан баҫып торған тәҙрәгә ҡараны. Уның битенән әллә йәштәр, әллә ямғыр тамсылары тәгәрәй ине. Һыулы тәҙрә аша абайламаны Сулпан. Бына ул ҡырт ҡына боролдо ла ҡараңғы урам буйлап, аҫҡа төшөп китте.
Сулпан иһә һаман тәҙрә янында баҫып торҙо. Быялаға килеп бәрелгән эре ямғыр тамсылары ғына «Хуш!», «Хуш!», «Хуш!» тигән кеүек, уҡ һымаҡ, уның йөрәгенә ҡаҙай ине.

Автор:Зөһрә Ҡотлогилдина

Сығанаҡ: https://vk.com/public117232652?w=wall-117232652_2224

 

Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас: