Даирә
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Октябрь 2021, 14:12

ЙОНДОҘНАМӘ (25 – 31 октябрь)

Киләһе аҙнала һеҙҙе нимә көтә?

ЙОНДОҘНАМӘ (25 – 31 октябрь)
ЙОНДОҘНАМӘ (25 – 31 октябрь)

ҠУҘЫ

Аҙна финанс йәһәтенән бик һөҙөмтәле булмаҡсы. Ниндәйҙер проектҡа аҡса һалып, мул ғына килем алырһығыҙ. Осорҙо бәйлә­нештәрҙе, айырыуса эшлекле бәйләнештәрҙе көйләү өсөн файҙаланығыҙ. Физик хеҙмәтте бер аҙ сикләргә кәңәш ителә.

 

БУҒА

Белемде камиллаштырыу өсөн ҡулай осор. Уҡый башлау өсөн иң ҡулай мәл – 25 октябрь. Килемегеҙ тырышлыҡҡа бәйле. Ялҡауланмаһағыҙ, кеҫәгеҙҙе ҡалынайтыу мөмкинлеге ҙур. 31 октябрҙә иҫтәлекле ваҡиға булыр.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Мөһим эшкә яңғыҙ тотон­мағыҙ. Был аҙнала коллектив хеҙмәт кенә яҡшы һөҙөмтә бирер. Уңышһыҙлыҡтарҙы фәлсәфәүи күҙлектән ҡабул итегеҙ, бындай тәжрибә хаталарға юл ҡуймаҫҡа ярҙам итер. Һаулығығыҙға иғтибар итегеҙ.

 

ҠЫҪАЛА

Был аҙнала мәшәҡәттәр артып китер. Борсолмағыҙ, ял итергә лә форсат тыуыр. Етәксе­лек менән һүҙ көрәштермәҫкә кәңәш ителә. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән аралашҡанда күберәк уларҙы тыңлағыҙ: бик күп ҡыҙыҡлы нәмәләр белерһегеҙ.

 

АРЫҪЛАН

Яуаплылығығыҙ эштә ыңғай һөҙөмтә бирер. Кесаҙнаға тиклем юл йөрөүҙәр артыр, коллектив тормошонда әүҙем ҡатнашыр­һығыҙ. Ғаиләлә иһә яҡындарығыҙ менән дорфа ҡыланмағыҙ, юғиһә, һүҙгә килерһегеҙ. Ял көндәрендә ҡунаҡ көтөгөҙ.

 

ҠЫҘ

Бер нисә ҡыҙыҡлы тәҡдим яһарҙар. Тик аҙна башында һәр аҙымды уйлап яһарға кәңәш ителә, алдаҡсыларҙың тоҙағына эләгеү хәүефе бар. Яңғыҙҙарға таныш булмаған кешеләр менән һаҡ булырға кәрәк.

 

ҮЛСӘҮ

Дүшәмбе һөнәри эшмәкәр­лектә һәм эшҡыуарлыҡта ыңғай үҙгәрештәр булыр. Шаршамбы аҡсағыҙҙы сарыфламаҫҡа тыры­шығыҙ. Ял көндәрендә ҡыуаныслы ваҡиға көтөлә, ҙур ғына бүләк яһауҙары ла ихтимал.

 

САЯН

Һүлпәнлеккә юл ҡуйырға ярамай: был аҙнала ыңғай, бер үк ваҡытта кире ваҡиғалар байтаҡ булмаҡсы. Аҙна уртаһында отошло килешеү төҙөргә йәки вазифала үрләү йәһәтенән тәҡдим алырға мөмкин.

 

УҠСЫ

Аҙнаның тәүге яртыһында хәлегеҙ бөткәнсә эшләмәҫкә, проблемаларҙы күңелгә яҡын ҡабул итмәҫкә кәңәш ителә. Кесаҙнаға барыһы ла яйға һалыныр. Осор аҙағына матди хәлегеҙ яҡшырыр. Йәкшәмбегә ҡорған пландарығыҙҙы үҙгәртергә тура килер, моғайын.

 

ЫЛАҠ

Етәкселеккә пландарығыҙҙы һөйләмәү хәйерле, һеҙҙе дөрөҫ аңламауҙары ихтимал. Ҡайһы берәүҙәрҙең тупаҫлығы менән осрашырһығыҙ, фекерегеҙҙе ҡыйыу яҡлағыҙ. Осорҙоң икенсе яртыһында һәр йәһәттән уңырһығыҙ.

 

ҺЫУҒОЯР

Дүшәмбе көткән һөҙөмтәне алырһығыҙ – кәрәкле кешеләр һеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу белдерер. Яҡшы эш йәки мул ғына аҡса эшләү мөмкинлеген тәҡдим итерҙәр. Аҙна аҙағында хис-тойғоларығыҙҙы тыйып тоторға тырышығыҙ, низағҡа юл ҡуймағыҙ.

 

БАЛЫҠ

Аҙна ярайһы уҡ көсөргәнешле башланыр. Иғтибарҙы ваҡ-төйәк­кә түгел, ә ысын мәғәнәһендә мөһим мәсьәләләргә йүнәлтегеҙ. Яңы таныштарығыҙ ҡыҙыҡлы тәҡдим яһар, баш тартмағыҙ. Һаулығығыҙҙы хәстәрләргә кәрәк.

Фото:pixabay.com

https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2021-10-22/yondo-nam-25-31-oktyabr-2557205

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: