Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Октябрь 2021, 13:56

Блогер-иҫәп алыусылар тураһында ишеттегеҙме?

Беҙҙең районда шундай халыҡ иҫәбен алыусылар эшләй.

Блогер-иҫәп алыусылар тураһында ишеттегеҙме?
Блогер-иҫәп алыусылар тураһында ишеттегеҙме?

Үҙҙәренең төп эштәрен башҡарыуҙарынан тыш, улар социаль селтәрҙәрҙә кампания барышы тураһында тәьҫораттары менән дә уртаҡлаша. Таныш булығыҙ, улар – Ҡабаҡ ауылынан Миләүшә Янышева, Прибельскийҙан Елена Янтураева һәм Ҡырмыҫҡалы ауылынан Светлана Карпова. “Дөйөм алғанда, халыҡ иҫәбен алыуҙың бер ниндәй ҙә ҡыйынлығы юҡ. Халыҡ иҫәп алыу кампанияһына ыңғай ҡарашта һәм һорауҙарға әүҙем яуап бирәләр. Ауыл ерендә йәшәгәс, ауыл халҡы бер-береһен белеп тора, шуға күрә таныш булмаған кешеләр алдында шөбһәләнеү юҡ. Ләкин, ковид ауырыуы менән сирләүсе кешеләр йәшәгән өйҙәргә инмәйбеҙ, улар менән тышта ғына һөйләшәбеҙ”,- ти улар. Әйткәндәй, бөтә халыҡ иҫәбен алыусылар ҙа коронавирус инфекцияһынан прививка эшләткән.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы дауам итә. Бөгөнгө көндә бөтәһе 12 мең район халҡы иҫәп алыуҙа ҡатнашҡан да инде. Яңылыҡтар менән блогер-иҫәп алыусыларҙың социаль селтәрҙәре аша таныша алаһығыҙ.

#перепись #переписьнаселения #перепись2021 #ВПН2021 #Кармаскалинскийрайон

https://vk.com/karmadm?w=wall-173018413_8807

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: