

ңы Ҡыйышҡы ауылында Фурхат Мөхәмәт улы Кәримов тормош иптәше Роза Фән ҡыҙы менән дүрт ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Улар барыһы ла ғаилә ҡороп, матур тормош көтәләр. Ғаилә башлығы йәштән үк “Урал” колхозда механизатор булып хеҙмәт итә, һуңынан үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Өфө ҡалаһында һаҡсы булып эшләй. Әлеге көндә хаҡлы ялда.
Бала йәнле Кәримовтарҙың үҙ балалары янына опекаға тағы алты бала алып үҫтереүҙәре ҙур ихтирамға лайыҡ. Улар башта ике ҡыҙ алып үҫтерәләр, һуңынан тағы тәрбиәгә дүрт бала алалар. Улар әлеге көндә мәктәптә уҡып йөрөйҙәр. Уларҙың йорто балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәренең шат тауыштарына күмелгән. Донъяла ошонан да ҙур бәхет бармы һуң?
Боҙаяҙ ауылынан Татьяна Анатольевна һәм Анатолий Григорьевич Кузьминдар биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Абруйлы атай “Башкиравтодор” йәмғиәтендә каток машинисы булып эшләй, ҡатыны – йорт хужабикәһе. Ҙур йорт һалып ингәндәр, м ал-тыуар аҫрайҙар, йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Абруйлы атай һәм олатай 10-сы һайлау округының депутаты булараҡ, йәмәғәтселек эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша.
Атйетәр ауылында йәшәүсе Радик Мәсхүт улы Аҡбашев - өс бала атаһы. Ике ҡыҙы һәм улы күптән инде уҡып сығып, белем алып, үҙ аллы тормош көтәләр, балалар үҫтерәләр.
Радиҡ Мәсхүт улы белеме буйынса зоотехник. Ул хеҙмәт юлын уҡытыусылыҡтан башлап, партия комитеты рәйесе, колхоз рәйесе, Атйетәр ауыл Советы рәйесе вазифаларына тиклем үрләй. Ҡайҙа эшләһә лә, намыҫ менән бар күңелен һалып хеҙмәт итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған йыл тормош иптәше Фәриҙә Тимерхан ҡыҙын мәңгелеккә юғалтыу ҡайғыһын кисерергә тура килә. Фәриҙә Тимерхан ҡыҙы ғүмер буйына мәктәптә математика фәнен уҡыта, уҡытыу буйынса директор урынбаҫары булып эшләй.
Һарт-Науруз ауылынан Наил Сәйфелғәлим улы ла был наградаға тулыһынса лайыҡ кеше. Ул урта мәктәпте Прибельский ауылында тамамлағандан һуң хәрби-диңгеҙ флотында өс йыл хеҙмәт итеп ҡайта. Хеҙмәт карьераһын Ҡарлыман шәкәр заводында слесарь вазифваһынан башлай. Һуңынан мастер, алмашсы инженер вазифаларына үрләй. Ул етәкләгән комсомол ойошмаһы спортта ла, үҙешмәкәр сәнғәттә лә районда иң яҡшыһы була, күп тапҡырҙар район комитеты, ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.
1991 йылда уны заводтың торлаҡ-коммуналь бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Ун йылдан һуң уның эшлеклеген күреп, Прибельский торлаҡ-коммуналь хужалығының производство идаралығы директоры итеп ҡуялар.
Өлгөлө ғаилә башлығы тормош иптәше Әнисә Хөрмәтулла ҡыҙы менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Әнисә Хөрмәтулла ҡыҙы ғүмер буйына рус теле һәм ҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Үҙҙәренең балалары эргәһенә ете йәше лә тулмаған Владислав исемле малайҙы алып үҫтерәләр. Өс ҡаҙҙары ла мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған. Өлкән ҡыҙҙары Гөлнара аграр һәм авиация университеттарын алтын миҙалға тамамлап, әлеге көндә үҙ эшен асҡан, Наиләләре – табип, ә Әлиә дипломлы юрист булып эшләй. Владислав атаһы кеүек хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтып, ресторан бизнесында эшләй йөрөй. Хәстәрлекле өләсәй менән олатайҙың алты ейән-ейәнсәре бар.
Наил Сәйфелғәлим улы әле лә йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Прибельский һәм Науруз ауылдарында һәйкәлдәр ҡуйыуҙа ҡатнашҡан. Ауылдаштары менән бер рәттән “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә 3-сө урын яулауға үҙ өлөшөн индергән.
Илшат Ибраһимов “Атай ҡаһарманлығы” наградаһын алыусылар араһында иң йәше ине. Илшат Ғәзимйән улы Өфө ҡалаһының опера һәм балет театрында водитель булып эшләй. Тормош иптәше Гөлсинә Дамил ҡыҙы менән береһенән-береһе аҡыллы, матур Наҙгөл, Алтынай, Гөлшат исемле ҡыҙҙар тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙар Дим биҫтәһендәге 102-се башҡорт гимназияһында белем алалар. Мәктәптә яҡшы өлгәшеүҙәренән тыш, һәр береһенең үҙ шөғөлө бар. Наҙгөл музыка мәктәбен һәм скрипка буйына “ҡыҙыл диплом” менән тамамлаған, Алтынай художество мәктәбендә шөғөлләнә, Гөлшат бал бейеүҙәренә йөрөй. Ҡыҙҙарҙың өлгәшкән уңыштары ла бихисап.
Киләсәктә лә, абруйлы атайҙар асыҡланып торһон, балаларыбыҙ өлгөлө ғаиләләрҙә тәрбиәләнһен.
Гөлсәсәк Аласова.