Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Октябрь 2021, 08:17

Әсәйем, әсәкәйем..

(Хикәйә)Бер нисә көн элек Рәйләгә Нәсимә апаһы шылтыратты. Эш мәшәҡәттәре менән мәш килеп, һуңғы арала йыш һөйләшә алмай улар. Телефондан Нәсимәнең бәрхәттәй йомшаҡ, яғымлы тауышын ишетеүе була, күңеле күтәрелеп китә. Нәсимә апай һеңлеһенең кәйефен һиҙеп тора шикелле. Апаһы кинәт: - Әсәйең ауырып киткән бит, барып хәлен белер инең. Бар янына. Бик һағынған һине, – тип ҡуйҙы. Нимә уйлағанын әйтеп өлгөрмәне Рәйлә, бәйләнеш өҙөлдө…  

Әсәйем, әсәкәйем..
Әсәйем, әсәкәйем..

Бер нисә көн элек Рәйләгә Нәсимә апаһы шылтыратты. Эш мәшәҡәттәре менән мәш килеп, һуңғы арала йыш һөйләшә алмай улар. Телефондан Нәсимәнең бәрхәттәй йомшаҡ, яғымлы тауышын ишетеүе була, күңеле күтәрелеп китә. Нәсимә апай һеңлеһенең кәйефен һиҙеп тора шикелле. Апаһы кинәт:

- Әсәйең ауырып киткән бит, барып хәлен белер инең. Бар янына. Бик һағынған һине, – тип ҡуйҙы. Нимә уйлағанын әйтеп өлгөрмәне Рәйлә, бәйләнеш өҙөлдө…

Нәсимә апай теләгән хәбәрен әйтеп өлгөрҙө, йәш ҡатын уйға батты. Бала сағы, үҙен белә башлағандан бирле барлыҡ тормошо кино таҫмаһы һымаҡ күҙ алдынан үтте.

…Ҡыҙыҡай ҡәҙимге ғаиләлә үҫте. Атаһы ҡара сәсле, аҙ һүҙле. Бик матур тип тә булмай уны. Әсәһе, киреһенсә, бигерәк сибәр, зәңгәр күҙле, ҡыйғас ҡашлы. Оҙон һары сәстәре ҡояшта ялтырап тора, үҙенән шундай тәмле хушбуй еҫтәре килә. Ҡыҙсыҡ әсәһенең бейек үксәле туфлиҙарын кейеп атлап ҡарағаны бар. Үҙе өйҙә яңғыҙы ғына булғанда помадаһын һөртөп ҡараны. Тик яңылыш һындырып ҡуйҙы шул. Әрләнде генә шул саҡ ҡыҙыҡай. Әсәһенең матур зәңгәр күҙҙәре шундай асыулы, шундай хәтәр ҡарай ине:

– Күпме биҙәнмә, матур булмаҫһың. Ҡара маймыл! – тип әрләп ташланы. Гүзәлдәрҙән-гүзәл әсәй сабыйын маймыл менән сағыштырып тиргәне.

Йомшаҡ һоро айыуын ҡосаҡлап мөйөштә үкһегәне, ҡайғырғаны иҫтә ҡалған… Ул айыу күпме күҙ йәшен һеңдергәндер. Шул уйынсыҡ уның дуҫы ла, күңел йыуанысы ла булды. Диван мөйөшөнә боҫоп ҡына ултырыр ине ҡыҙыҡай. Әкиәт китаптары ҡарап, ундағы матур тормош хаҡында хыялланыр ине. Гүзәл апаһы, Таһир ағаһы аҡ йөҙлө, һары сәслеләр. Гел бергә йөрөнөләр, бергә уйнанылар. Уларҙың йәш айырмаһы ике йәш кенә. Рәйләне уйындарына ҡушманылар. Ҡыҙсыҡ үҙ алдына уйнап ултырҙы. Ул ете йәшлек сағында атайҙар башҡа икәнен белде. Донъялағы иң яҡын, ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәһе яратмағанын һиҙҙе. Утыҙ ике йәшлек ҡатындың бар һөйөүе, күңеленең бар йылыһы тәүге балаларына бүленгәндер, ә бәләкәсенә… Рәйлә - өсөнсө бала, иң бәләкәйе, кинйәкәйе булһа ла, иркә булманы, иркәләү эләкмәне. Балалар һиҙгер була бит, нескә күңелле Рәйлә атаһына ылыҡты, уныһы ла яҡын күрҙе бәләкәсен.

Ағаһы үҫкәс бөҙрә сәсле, оҙон буйлы һөйкөмлө егеткә әйләнде. Апаһы аҡ битле, һары сәсле, ҙур зәңгәр күҙле шаталаҡ һылыуҡай. Төҫкә матурҙарға барыһы иғтибар итә, ярата бит. Гүзәл буйға еткәндә, бик хәтәр, тәкәббер холоҡло ҡыҙ ине. Фәнисә йәш сағында тап шундай булған, тиҙәр.

…Ун өс йәшлек сағы Рәйләнең. Уртаса буйлы, тулыраҡ кәүҙәле ҡыҙыҡай. Көҙгөләге сағылышы бик матур түгел. Ҙур танаулы, һоро күҙле. Сәстәре йоҡа, үҙе бигерәк оялсан. Әсәһе, һин бигерәк йәмһеҙ, тип әйтә бит. Яратҡан әсәйең йәмһеҙ күргәс, кем генә матур тиһен инде. Ҡыҙ хатта көҙгөгә ҡарамаҫҡа тырышты. Бер саҡ мәктәптән ҡайтып килгәнендә бала күтәргән иргә ярҙамлашты, сумкаһын күтәреште.

- Ҙур рәхмәт, матурым, - тип маҡтап китте таныш булмаған ағай.

Өйгә ингәс, көҙгө алдына килде. Беренсе тапҡыр күргән һымаҡ, тикшереп ҡараны үҙенә. Һыуыҡтан ингәс, биттәре алһыуланған, артыҡ ҡара ла түгел. Сиған ҡыҙҙарын хәтерләткән класташтары бар, ә уның йөҙө күпкә ағыраҡ, сәсе лә ҡап-ҡара түгел. Керпектәре оҙон, ирендәре килешле генә икән. Гүзәл кеүек артыҡ матур булмаһа ла, ул да нисауа икән. Беренсе тапҡыр Рәйлә үҙен матур итеп күрҙе, үҙ-үҙенә һоҡланып ҡараны. Көҙгөләге сағылышын оҡшатты.

Әсәһе бик иртә, ун һигеҙ йәшендә генә кейәүгә сыға. Икенсе балаһына өс йәш булғанда айырыла. Һуңынан Рәйләнең атаһына бара. Рәйләнең атаһы шып-шым, баҫалҡы кеше ине. Һораһаң, яуап бирә, бик һөйләшеп тә бармай. Эшкә уңған булды. Ҡатын-ҡыҙ эше тип торманы, ашарға бешерер, хатта кер, иҙән йыуыр ине. Әсәй ҡупшыҡай булды, биҙәнмәгән сағын хәтерләмәй. Үҙенә кейемгә аҡса йәлләмәне. Ательеға заказ биреп күлдәктәр тектерҙе. Ҡулы оҫта булды уның, үҙе лә тегенә ине, зауыҡлы кейенде. Ҡыҙҙарына байрам күлдәктәре текте. Ҡул эштәренә ифрат оҫта булды.

… Бәлә көтмәгәндә-уйламағанда килде. Рәйләгә ун ике йәш тулған көндө атаһына инсульт булды. Балниста оҙаҡ ҡына ятты ул. Атаһының бер туған һеңлеһе Нәсимә апай ҡиммәтле дарыуҙар алды, ағаһына бер нәмә йәлләмәне. Күпме тырышты ул. Палатала янында ултырҙы. Балнистан сыҡҡас, шифаханаға юллама алып та ҡараны. Яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр тиҙ генә булманы, уға пенсия тәғәйенләнеләр. Атай бер аяғын һөйрәп атланы, ауыр һөйләште, һүҙҙәрен аңлап та булмай. Ә күҙҙәре барыһын әйтә - ҙур ҡуңыр күҙҙәре шундай итеп ҡарай… Күңелендә ниндәй хистәр ҡайнағаны, ниҙәр уйлағаны – барыһы сағыла уның ҡарашында. Кемдер уға тиҫбе килтереп киткәйне. Сәғәттәр буйы тиҫбе тартып, үҙ алдына мығырлап ултырыр ине. Ни ҡөҙрәттәндер, бармаҡтары етеҙерәк ҡуҙғала, әйткәне лә аңлашыла башланы.

Ир менән ҡатын араһына һалҡынлыҡ йүгерҙе, әсәй атайҙан ситләшә башланы. Йәш, матур, быға тиклем ҡайғы-хәсрәттең ни икәнен белмәгән ҡатын сирле ир ҡарарға әҙер түгел ине.

Бер саҡ әсәһе күрше ҡатын менән сәй эсте.

- Ялҡтым ауырыу ир ҡарап, матурлығым, йәшлегем әрәм, - тип ултыра. – Бәхетем булманы шу-у-ул. Айырылам да ҡуям, ғүмеркәйем бер генә, үҙем өсөн йәшәгем килә, - әсәй йәмһеҙ тауыш сығарып илай. Башы өҫтәлгә төшөп китә. Сәй генә эсеп ултырманы әхирәттәр, шешәбикәне бушаттылар, эс серен бүлештеләр. Күрше бүлмәлә тыңлап торған үҫмер ҡыҙыҡайҙы ниндәй ҡайғыға һалыуҙарын уйлап та бирмәнеләр…

Ҡайһы саҡ әсәй өйгә ҡайтмай ҙа ҡуя, ҡайҙа булғанын әйтеп тә тормай. Матур, ҡупшы ир, йәш һөйәр табып сығып киткән, имеш… Ғаиләһенә, балаларына ҡул һелтәне. Яҡындары бар ни ҙә, юҡ ни уның өсөн.

Рәйлә һуҡыр эсәге шартлап балнисҡа эләккәйне. Апаһы Өфөлә уҡый, ағаһы армияла. Янына башта бер кем килмәне. Палаталаш ҡатындар үҙҙәренсә йыуатҡан булалар. Бына хәҙер килерҙәр, тип көткән була ҡыҙ. Өсөнсө көндө Нәсимә апаһы килде, янына көн дә йөрөнө. Шундай йәлләп ҡарай ул һеңлеһенә, әкрен генә ҡулдарынан һыйпай. Һөйләшерлек тә хәле юҡ ине Рәйләнең, күҙҙәренән субырлап йәш аға. Апаһы ҡулынан, сәсенән һыйпай. Ҡыҙыҡай зарығып, өмөтләнеп әсәһен көттө. Килер, мине алып ҡайтыр, тип көттө. Ә ул килмәне...

Ата-әсәһе рәсми рәүештә айылыштылар. Әсәһе яңы иренә киткәндә кейемдәре, теген машинаһы менән өр-яңы һыуытҡыстан башҡа әйбер алманы.

Гүзәл уларға барып йөрөнө. Бер саҡ Рәйлә лә барҙы. Фәнисә ҡәҙимге халатта, биҙәнмәгән, бик тә йонсоу ҡиәфәттә ине. Ҡыҙ әсәһенең бындай сағын тәүге тапҡыр күрҙе. Һәр саҡ бөхтә кейенгән, биҙәнеп–яһанып ҡына йөрөгән әсәһе бик сәйер тойолдо. Яңы ғына балаһы төшөп, ҡайғырып йөрөгән ваҡыты булған икән. Әсә менән бала өҫтәлдең ике яғына ултырып сәй эстеләр, һөйләшмәнеләр. Әллә өйҙәрендә тәмәке тарталар, уҡшытҡыс һаҫыҡ еҫтән Рәйләнең күңеле болғанды...

Үгәй атай ҡыҙға тишерҙәй булып, шундай нәфрәт менән ҡараны. Ҡатынының балалары менән аралашҡыһы килмәгәнен шундуҡ һиҙҙерҙе. Ауыр күҙ ҡарашын күтәрә алманы, Рәйлә тиҙерәк сығып китергә тырышты.… Бында уны көтмәгәндәрен, үҙенең сит икәнлеген аңланы зирәк ҡыҙ…

Нәсимә апаһы уларға күсеп килде. Төҫкә-башҡа бик матур булмаған ҡараҡай, аҙ һүҙле апай бик хәстәрлекле, ярҙамсыл ине. Ул килгәс, ҡот ҡунды өйҙәренә. Апай кәрәк саҡта кәңәш бирә, үҙе төпсөнмәй, фекерен көсләп таҡмай. Бер кемде яманламаны ул, хатта бер туған ағаһын ташлап киткән еңгәһе хаҡында бер ауыҙ һүҙ әйтһәсе?! Миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек өлгөһө булған апай яндарында булмаһа, бик ҡыйын булыр ине, моғайын.

Гүзәл, педучилищены тамамлау менән кейәүгә сығып, Мәскәү өлкәһенә күсеп китте. Әсәһе менән хат яҙыштылар, хатта бер–береһенә посылкалар һалалар ине. Марат Чита өлкәһендә хеҙмәт иткәйне, армиянан һуң шунда ҡалды. Рус ҡыҙына өйләнеп, ул үҫтерә. Ара йыраҡ булғас, бик һирәк ҡайттылар. Рәйлә медучилищеға уҡырға инде. Атаһын һауыҡтырырға хыялланды, тырышып уҡыны.

Тик яҙмыштан уҙмыш булмай шул, уға һынауҙар килеп кенә торҙо. Егерме бер йәше тулған көндө атаһы яҡты донъяны ҡалдырҙы. Ауыр булды ҡыҙға, бигерәк ауыр. Һағынып көтөп алған, уның бәләкәй генә уңышына шул ҡәҙәр шатланған, серҙәрен тыңлап, кәңәштәр биргән яҡын кешеһе ине атаһы. Бер ваҡытта мыжыманы, барлыҡ ауырлыҡтарҙы түҙергә тырышҡандыр ул. Бер нисә айҙан һуң Нәсимә апаһы үҙенең фатирына ҡайтты. Башта поликлиникала эшләп алды. Пенсияға сыҡҡас иһә түшәктә ятҡан оло йәштәге ҡатынды ҡараны.

Рәйлә дуҫлашып йөрөгән егетенә кейәүгә сыҡты, ике улы тыуҙы. Аллаға шөкөр, ире яҡшы уның. Холҡо менән атаһы мәрхүмде хәтерләтә кеүек.

Әсәһе менән бер нисә йыл аралашманы тиерлек. Бына бөгөн Нәсимә апай аша ишетте уның хаҡында. Артыҡ хәбәр һөйләргә яратмаған апай әсәһе тураһында һөйләне. Уның борсоулы тауышынан, һөйләгәндәренән хәлдәрҙең хөрт икәнен аңланы.

…Әсәһе яңы ире менән бәхетле булмаған. Улдары биш айлыҡ сағында ғына үлеп ҡалған. Ире бер нисә йыл йәшәгәндән һуң йәш ҡатынға әүрәп, уны ташлаған. Яратҡан кешеһенең хыянатын ауыр кисергән әсәһе. Эсә башлаған, эштән ҡыуылған. Әле балниста, етди сир табылып операцияға ятҡан, имеш.

- Ҡыҙыҡай, әсәйеңә үсегеп йөрөмә. Өс көндән артыҡ үпкә һаҡларға ярамай. Йылдар буйы аралашмайһығыҙ бит. Ғәфү ит. - тип өгөтләне Нәсимә апай.

Рәйләнең хәтере ҡалғайны, күңеле ҡатҡайны, был хәбәрҙе тыныс ҡабул итте. Бәләкәй сағында күпме хафаларға һалған әсәһенән һыуынғайны ул. Шулай ҙа яратҡан апаһының кәңәшенә ҡолаҡ һалды. Дауаханаға барырға булды.

Фәнисә хирургия бүлегендә ята ине. Үтә ябыҡҡан, йөҙө һарғайып киткән. Элекке сағыу матурлығының эҙе лә ҡалмаған, ҡатын ҡаҡ һөлдәгә әйләнгән. Зәңгәр күҙҙәрен шундай мөлдөрәтеп ҡарай, тоноҡ ҡарашында һыҙланыу, тәрән һағыш сағыла.

- Миндә панкреатит, интегәм бигерәк. – Фәнисә ҡыҙына ҡалтыранған ҡулын һондо: - Ғәфү ит, балам, рәнйеттем һеҙҙе, ташлап киттем. Бәхет эҙләп йөрөнөм. Янымда икәнен күрмәгәнмен.

- Ғәфү итергә? Күпме иланым мин һин киткәс! Атай менән Нәсимә апайҙан башҡа бер кемгә кәрәкмәнем. Хәҙер иҫеңә төштөммө?

- Ҡыҙым, балаҡайым ... - Ул ыңғырашып түшәгенән күтәрелде. Үлеп китһәм, хушлашырға кил…
- Һинең сирең үлемесле түгел. Тағы… Ҡыҙың, улың бар.
- Улар… уларға мин кәрәкмәйем… У- у-у... - Әсәй илай башланы.

Рәйлә коридорға атылып сыҡты. Ярһыуын баҫырға теләне. Нимә эшләүең был, оятһыҙ, тип үҙ-үҙен битәрләне. Урамға сыҡҡас, хис–тойғоларына ирек бирҙе. Парк аша үтеп бара ине. Буш эскәмйәгә ултырҙы. Бәхетенә күрә, паркта кеше юҡ. Ярһып-ярһып иланы шунда… Оҙаҡ ултырҙы. Улдары – санаторийҙа, ире – командировкала. Магазинға инеп, күстәнәскә кәнфит алды ла әхирәтенә китте. Бар ҡайғыһын һөйләп бирҙе. Зилә уны тыңланы ла:

- Һинең, йүнһеҙ булһа ла, әсәйең бар. Йәш сағында хаталанған, язаһын алған. Үсегеп йөрөмә инде, етер. Минеке бөтөнләй юҡ, әсәйем йәп-йәш үлде. Ҡырҡ өс йәшендә ауырға ҡалды. УЗИ малай күрһәткәс, шундай шатланып йөрөгәйне. Атайыма ул бүләк итергә теләне. Тик һуңынан бик интекте ул. Ҡан баҫымы күтәрелде, аяҡ-ҡулдары шеште. Бер бөйөрө генә эшләй, тинеләр, баланы алдырырға өгөтләнеләр. Ул риза булманы... Шул тиклем малай тапҡыһы килде. Бала тапҡанда үлеп ҡалды. Ҡустым да оҙаҡ йәшәмәне. Ҡырҡ көнө лә тулмай ҡалды. Атайым, йүнле булһаң, ул табыр инең, тип гел игәне, битәрләне. Юғалтҡас, ҡайғырып бер булды… Уйлаһам, бигерәк ҡыйын, йөрәгем яна. Әсәйҙе уйламаған көнөм юҡ. Беҙ, гонаһлылар, ерҙә, улар ожмахталыр, тип үҙемде йыуатҡан булам. Ул иҫән булһа, бер ауыр һүҙ әйтмәҫ инем, өрмәгән ергә ултыртмаҫ инем, - тип Рәйләне битәрләп ташланы, һамаҡлап-һамаҡлап аһ-зарын түкте. Икәүләшеп иланы ике әхирәт…

Әсәһе бик йәл ине. Шунда уның ят түгеллеген аңланы. Йән тартмаһа ла, ҡан тарта, тиҙәр бит.

Операция уңышлы үтте. Әсәһен палата күсереү менән янына килде.

- Балаҡайым, килдең бит… Ҙур рәхмәт! - Фәнисә балаҡайына һоҡланып ҡараны. “Бәхетле генә бул, иҫән-һау ғына бул, балаҡайым”, – тип уйланы ул.
- Ғәфү итәм, әсәй ! – ҡыҙы уның ҡулына ҡағылды, айҙар-йылдар буйы йыйылып килгән асыуҙары, үпкәләүҙәре онотолғандай булды… Ирекһеҙҙән илай башланы. Әсәле-ҡыҙлы икәү туйғансы иланылар. Күңелдәрен бушаттылар. Бер аҙҙан әсә йоҡоға талды. Йоҡлаған әсәһенә ҡарап, уның яҡындарҙан-яҡын икәнен аңланы.

Рәйлә әсәһенең одеялын ипләп япты ла, аяҡ осонда баҫырға тырышып, коридорға сыҡты. Асыҡ тәҙрә янына килеп торҙо. Дауахана баҡсаһында ҡоштар сутылдаша. Уларҙың күңелле концерты йәне булған бер кемде битараф ҡалдырмаҫ. Ҡатын иренә шылтыратты. Хәләл ефете менән һөйләшеп торғанында күккә ҡараны. Борсоулы уйҙарға батып йөрөп, күптән башын ҡалҡытып ҡарағаны юҡ икән. Салт аяҙ, бер болотһоҙ күк йөҙө әсәһенең күҙҙәрен хәтерләтте. "Әсәйем күҙҙәре төҫлө бит," - тип уйланы Рәйлә. Йәш ҡатын үҙен беренсе тапҡыр тулы бәхетле тойҙо...

Гөлсәсәк Алачева.
Автор:Залия Байгускарова
 
https://ejansura.ru/articles/ynlk/2021-10-20/s-yem-s-k-yem-2552846?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=107891741
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: