Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Октябрь 2021, 08:31

“Был сирҙе дошманыма ла теләмәҫ инем”

Тормошобоҙға мәкерле һәм ҡурҡыныс коронавирус ауырыуы үтеп ингәнгә, йыл ярымдан ашыу ваҡыт үтте. Ошо ваҡыт эсендә өлкән йәштәгеләрҙең һәм йәштәрҙең был тиклем күпләп ҡырылыуы күптәрҙе хафаландырмай ҡалмайҙыр. Уның арабыҙҙан туған-тыумасаны, яҡын кешеләрҙе һәм таныш-белештәрҙе мәңгелеккә алып китеүе ҡыҙғаныс, күңелгә шом һала, уйланырға һәм борсолорға мәжбүр итә.

“Был сирҙе дошманыма ла теләмәҫ инем”
“Был сирҙе дошманыма ла теләмәҫ инем”

Әле күптән түгел генә уҡытыусы булып эшләгән курсташымдың ҡапыл үлеме тураһында ишеткәс, тағы ла тетрәнеү кисерҙем. Ҡайҙа бара был донъя? Бөгөн иҫән булһаҡ, иртәгә нимә булырын белмәйбеҙ. Күпме үлемдән ҡалған кешеләр ҙә был сиргә ҡаршы тора алмай.
“Эш ҡаты, өс көн һайлауҙа ултырабыҙ”, - тип яҙа мәрхүмкәй ватсаптағы курсташтар төркөмөндә. Температура менән эшләп йөрөгән булған, иҫһеҙ йығылғас, “Ашығыс ярҙам” саҡыртһалар, үпкәһе 80 процент зарарланған булған. Кемдер ғүмере бөткән тиер, кемдер зәхмәтле сирҙе ғәйепләр. Ә бит уға ғүмере бөтөргә, 46 ғына йәш ине. Ире - ҡатынһыҙ, балалары - әсәйһеҙ, ейән-ейәнсәрҙәре өләсәйһеҙ ҡалды. Әле йәшәргә лә, йәшәргә ине бит…
Шулай ҙа, Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын тигән халыҡ мәҡәлен иҫтә тотоп, һаҡланыу сараларын онотмаҫҡа кәрәктер, тип уйлайым. Ҡул ҡыҫышып күрешеү, ҡосаҡлашыу, кеше күп урындарға йөрөүҙән тыйылырға, имунитетты күтәреү өсөн шифалы үләндәр эсергә, бал, һарымһаҡ, һуған ашарға кәрәк. Был ауырыу бер ниндәй ҙә яҡшылыҡ алып килмәй, уның менән ауырығандарҙың бик оҙаҡ хәле булмай, тыны ҡыҫыла, төрлө ерҙәре ауырта.
Ошо урында Ҡарлыман ауылынан коронавирус менән ауырып, Зубово дауаханаһында дауаланып сыҡҡан Земфира Хөсәйенованың һөйләгәндәрен яҙып китеү урынлы булыр.
«Дауаханан ҡайтҡаныма ике ай булып килә, һаман хәлем юҡ. Әҙ генә берәй эш эшләй башлаһам хәлем бөтөп китә. Бик ҡаты сирләнем, дауаханаға ятҡас та, бер аҙна температурам төшмәне. Ҡайһы берәүҙәр уны ябай киҙеү йәиһә ябай үпкә ялҡынһыныуы, тип ныҡ яңылышалар.
Мин нисек сир йоҡторғанымды аныҡ әйтә алмайым. Шул осорҙа ун йәшлек улымдың температураһы булып алды, унда коронавирус тапманылар. Ағайым да шул ваҡытта ҡунаҡҡа килеп киткән ине. Ул да, мин дә бер ваҡытта сирләп китеп, дауаханаға эләктек. Мине Зубовоға һалдылар, ағайым 10-сы дауаханала ятты. Зубовола ауырыуҙарҙы бик яҡшы тәрбиәләйҙәр. Йыш-йыш ҡына палатаға инеп, ҡан баҫымын, сатурацияны һәм температураны үлсәйҙәр, хәлде һорашалар. Минең бер аҙна температура 39 –ҙан төшмәгәс, көслө препарат һалыу өсөн башта ҡанымды алып, тикшереп ҡаранылар, һуңынан система аша бик әкрен генә һалдылар. Ошо дарыуҙы һалғас ҡына, темпратурам төшөп, хәл ингәндәй булды”, - тип һөйләне Земфира ҡыҙы.
Прививка яһатҡан инегеҙме, тип һорайым унан.
- Миңә прививкаларға кире эҙемтә булғас яһата алмағайным шул. Ләкин, дауаханала ятып, коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыусыларҙың сирҙе еңел формала үткәреүҙәренә инандым. Уларҙың күбеһе 5-6 көндә һауығып сыҡтылар. Миңә сир менән көрәшеп, ике аҙна ятырға тура килде. Аллаға шөкөр, табиптарҙың тырышлығы, белемлелеге менән һауығырға яҙҙы. Гәзит аша Зубово дауаханаһының барлыҡ табиптарына, шәфҡәт туташтарына, санитаркаларына рәхмәт белдерәм.
Был ҡурҡыныс сирҙе дошманыма ла теләмәҫ инем. Уның тураһында башынан үткән кеше генә белә, барыһына ла һаҡланығыҙ, тип әйтәм, - тине ул.
Эйе, сирҙең йоғошло булыуын, барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Әленән-әле ҡунаҡҡа, кеше күп булған урындарға барып, тирә-яҡтағыларға, күрше-тирәһенә сир йоҡтороу осраҡтарын ишетеп торабыҙ. Тимәк, прививкалар тураһында төрлө уйҙырма хәбәрҙәргә ышанмаҫҡа, уны мотлаҡ яһатырға кәрәк. Был йоғошло ауырыуға тик күмәкләп кенә ҡаршы тороп була. Һәр ваҡыт уяу булырға кәрәк. Зинһар өсөн, ошо турала онотоп ебәрмәгеҙ! Үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ, дуҫтар!
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: