Даирә
+15 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
19 Октября 2021, 14:08

Кишерҙән бәлеш

Ҡамыр өсөн: 650 гр йылытылған һөт, 8-10 аш ҡалағы көнбағыш майы, 1 аш ҡалағы майонез,1 йомортҡа һарыһы, 1 аш ҡалағы тулыр тулмаҫ тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр, әсетке, самалап он.

Кишерҙән бәлешКишерҙән бәлеш
Кишерҙән бәлеш

Йомшаҡ итеп ҡамыр баҫып ҡабартырға ҡуйырға.
Эслек: 1 ст бешкән дөгө, 2 ҙур эре ҡырғыстан үткәрелгән кишер, 4 аш ҡалағы шәкәр, 6 аш ҡалағы иретелгән аҡ май
Эслек өсөн әҙерләнгән ҡатнашманы барыһын бергә һалып бутарға.
Ҡамырҙы йәйеп, өҫтөнә эслекте һалып, өҫтөн ҡамыр менән ҡаплап, 180 градусҡа духовкаға бешерергә ҡуйырға.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
 
Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас