

Әҙерләү:
Кәбеҫтәне үҙегеҙ теләгәнсә турайбыҙ. Кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Кәбеҫтә менән кишерҙе бергә бутап, ҡул менән баҫҡылап һуты сыҡҡансы иҙгеләп банкаға тултырабыҙ. Өҫтөнә ҡалған һутын өҫтәйбеҙ ҙә банканы тәрән һауытҡа ҡуябыҙ. Шунан ике литр һыуға өс ҡалаҡ тоҙ һалып ҡайнатабыҙ ҙа, һыуытып кәбеҫтәнең өҫтөнә ҡоябыҙ, ағып сыҡҡансы. Банка ике тәүлек асыҡ торорға тейеш. Ваҡыт-ваҡыты менән осло бысаҡ менән төбөнә тиклем болғап һауаһын сығарабыҙ. Шулай эшләмәһәк, кәбеҫтә әсе буласаҡ. Өсөнсө көнөнә кәбеҫтәнең һутын бушатып, уға ике аш ҡалағы шәкәр һалабыҙ. Ирегәс яңынан кәбеҫтәгә ҡойоп, ҡапҡасын ябып бер суткаға һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Бик тәмле, кетерҙәп торған кәбеҫтә әҙер. Теләк буйынса, һут ҡойор алдынан киптерелгән базтлик, лавр япрағы һ.б. тәмләкестәр ҡушырға мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Ok.ru
https://vk.com/gazetabashkortostan?w=wall-104965500_111370