

Форумда педагог хеҙмәтен яҡлауҙың яңы алымдарын булдырыу, Рәсәй мәктәптәрендә лидерлыҡ сифаттарын үҫтереү, хәҙерге заман класс етәксеһенең образын булдырыу мәсьәләләре күтәрелә.
Был форум Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренең класс етәкселәренә асыҡ диалог ҡороу мөмкинлеге тыуҙырған тәүге федераль майҙансыҡ булды. Рәсәй Мәғариф министрлығы ойошторған сарала класс етәксеһе булараҡ тәжрибәгә эйә, әүҙем, заман мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған, яңылыҡҡа ынтылған педагогтар ҡатнашты. Улар араһында яҡташтарыбыҙ – С.М.Чугункин исемендәге һәм Ҡамышлы мәктәптәренең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусылары Алина Әхтәмова һәм Эдуард Еремеев, 2-се мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Бэлла Хәсәнова ла бар. Ике көн буйы барған мәртәбәле саранан педагогтар күп тәьҫораттар алып, биҡ ҡәнәғәт ҡайтҡан.
- Форумда белем һәм тәрбиә биреү буйынса беҙҙе ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләр күтәрелде, проблемалар тураһында һөйләштек, уларҙы сисеү юлдарын эҙләнек. “Түңәрәк өҫтәл”дәрҙә аралашыу, педагогия өлкәһендә көнүҙәк һорауҙарға яуаптар эҙләү, тәжрибә уртаҡлашыу бик мауыҡтырғыс булды. Уҡытыусыларҙы үҫтереү һәм яҡлау буйынса меморандум бик оҡшаны. Унда шәхес тәрбиәләү, педагогик традицияларҙың өҫтөнлөгө, интернетта балалар хәүефһеҙлеге, мәғлүмәти технологиялар кеүек әһәмиәтле пункттар бар. Был сара бик көнүҙәк булды. Замана балаларын тәрбиәләү буйынса күп нимәләр тураһында белдек, фекер алыштыҡ, - тип һөйләне Эдуард Евгеньевич.
Йәш белгестәр алған белем, тәжрибә, лайыҡлы кешеләр, шәхестәр тәрбиәләүҙә яңы йүнәлештәргә юл асыр, тигән ышаныстабыҙ.
Фәниә Батыршина.