Даирә
+18 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
15 Октября 2021, 03:41

Ирҙең даны иленән, халҡы менән еренән

Ауыл яҙмышын үҙенең яҙмышы итеп, бәхетте тыуған ерендә тапҡан булдыҡлы кешеләр һоҡланыу уята. Ундай егәрлеләр районда байтаҡ ҡына. Тотороҡло крәҫтиән-фермер хужалығы исемлегенә ингән Ҡустығол ауылы ерендә хеҙмәт итеүсе Радик Рәхимов менән Рәфил Сурағолов та ана шундайҙарҙан.

Ирҙең даны иленән, халҡы менән еренәнИрҙең даны иленән, халҡы менән еренән
Ирҙең даны иленән, халҡы менән еренән

Радик Ғәйфулла улы мәктәптә үк тракторсы таныҡ­лығын алып, “Чапаев” колхозында оҙаҡ йылдар меха­ни­затор булып эшләй. Колхоз тарҡалғас, ер эшенең бөтә нескәлектәрен төшөнөп бөткән, унһыҙ йәшәй алмаған ир 1999 йылда “Рәхимов” крәҫтиән-фермер хужалығын ойош­тороп ебәрә һәм алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, дәртләнеп эшкә тотона. Орлоҡто ергә һалып ҡына мул уңышҡа ирешеп булмаҫын аңлап, бар көсөнә тырыша фермер.
- Колхоз бөткәс, ғаиләбеҙҙе һәм ул саҡта студент булған өс балабыҙҙы матди яҡтан тәьмин итеү өсөн белгән эшем менән үҙаллы шөғөлләнергә ҡарар иттем. Башта 17 гектар ерҙә эшләнем. Ерҙең ҡәҙере уның күпме майҙанда булыуында түгел, уны тәрбиәләүҙә, хөрмәт күрһәтеүҙә. Артабан инде тир түккән хеҙмәт көҙөн уңышы менән һөйөндөрә. Ул саҡта техника булмағас, ауыр булды. Тәүге фермерҙар - фермерлыҡты 1991 йылдарҙа башлаған ағай­ҙар кәңәш менән дә, техника менән дә ярҙам иттеләр. Яй­лап трактор-машиналарҙың, ҡоролмаларҙың то­то­нол­ған­дарын, артабан яңыларын һатып алдым. Баҫыуҙарға йыл һайын минераль ашламалар индерәбеҙ, орлоҡ өсөн элиталы орлоҡтар сәсәбеҙ, - тип һөйләне ул.
Радик Рәхимовтың барлыҡ тормош юлы тыуған ере менән бәйле. Сирек быуатҡа яҡын ваҡытта тырышып, күп төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сыға. Ошо йылдар эсендә үҫешә, үҙенең техника паркын булдыра, тәжрибә туплай. Әлбиттә, ғаиләһенең – ҡатыны Әлмира Рауил ҡыҙының һәм балаларының хәстәрен һәм ярҙамын тойоп йәшәй. Ул ғүмерен тыуған ере менән бәйләгәненә, бәхетте ситкә сығып китмәй тапҡанына үкенмәй. Фермер өсөн тыуған ерҙә эшләүҙән дә бәхетлерәк нимә юҡтыр.

Ә кейәүҙәре Рәфил Сурағоловты яҙмыш елдәре бер аҙ Өфө ҡалаһында йөрөтә. Шулай ҙа күрше Шәрипҡол ауылында тыуып үҫкән егетте сикһеҙ баҫыуҙар, ер эше, тыуған яҡ үҙенә тарта. Ике йыл бергәләшеп эшләгәндән һуң, Радик Рәхимов пенсияға сыҡҡас, 2016 йылда Рәфил Миңлемөхәмәт улы эшҡыуарлыҡ эшен рәсми рәүештә үҙ ҡулына ала. Шулай уҡ артабан да бергәләшеп эшләйҙәр. Ни тиһәң дә, фермерлыҡты ғаилә менән бергә алып барыу отошлораҡ, ҙур эште бергә атҡарып сығыу еңелерәк.
- Фермерлыҡ менән шөғөлләнеүҙең еңел түгеллеген аңлаһам да, сыҙамлыҡ, тырышлыҡ талап иткән тынғыһыҙ хеҙмәттән ҡурҡманым. Атайым да механизатор булғас, ер эшен, техниканы бәләкәйҙән белеп үҫтем, ә бында ҡайным менән бергә фермерлыҡтың бөтә нескәлектәренә өйрәндем. Шуға ҡайным тәҡдим иткәс, уның менән кәңәшләшкәндән һуң, тәүәккәлләнем. Күңелгә оҡшаған эш, иртәгәһе көнгә ышаныс та, дәрт тә бирә. Быйыл 110 гектар ерҙә сөгөлдөр, арпа, бойҙай үҫтерҙек. Техника етерлек, тиһәк тә була. Ике “ДТ-75”, ике “Беларусь” трак­тор­ҙары, йөк машинаһы, арбалар, сәскестәр, тырма-һабандар, йыйғыстар бар. Шулай ҙа уңыш йыйыу осоронда Ҡабаҡта йәшәүсе Зөлфәр Яхиндан һәм МТС-тан комбайндар ялларға тура килә. Ки­ләсәктә комбайн алырға иҫәбебеҙ бар. Замандан артта ҡалмайынса дәүләт программаларында ҡатнашырға ла теләк бар, - тип һүҙгә ҡушылды Рәфил Миңлемөхәмәт улы.
Шуныһы һөйөнөслө, аталары һәм олаталары менән бергәләп йәй айҙарында Гөлназ һәм Рәфил Сурағоловтарҙың улдары Илназ да баҫыусылыҡ эшендә ярҙам итә икән.
Фермер булыу – ул ҙур яуаплылыҡ, батырлыҡ талап иткән ауыр хеҙмәт. Бының өсөн ҙур көс һәм тырышлыҡ кәрәк. Игенсе һөнәренә тоғро ҡалып, ерҙең йәмен-тәмен тойған, дан өсөн түгел, етештергән хеҙмәт емешенең халыҡҡа кәрәклеген аңлап, тырышып иген үҫтергән ошондай тырыш, сәмсел ир-егеттәребеҙ ауылдарыбыҙҙың терәге, райондың тотҡаһы булып тора.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас