Даирә
+23 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
15 Октября 2021, 07:31

Ергә эйелһәң, муллыҡ килер

“Үҙәк” МТС-ының Ҡырмыҫҡалы филиалы баҫыуындағы таутау өйөлгән “татлы тамыр”, ҡеүәтле комбайндар эштәрҙең гөрләп барышы тураһында асыҡ һөйләй. Аграрийҙар тырыш хеҙмәт, заманса техника ярҙамында алдарына ҡуйған маҡсаттарға йылдам ирешә. Бер нисә комбайндың элек эшләгән күпме кешене алыштырыуына һоҡланырлыҡ.

Ергә эйелһәң, муллыҡ килерЕргә эйелһәң, муллыҡ килер
Ергә эйелһәң, муллыҡ килер

- Шәкәр сөгөлдөрө 406 гектар майҙанда Александровка, Ивановка һәм Шәрипҡол ауылдары эргә һендәге баҫыуҙа үҫтерелде.
Шә кәр лелеге 23 процент булған “Сингента”компанияһының ХМ-1820 гибридтары сәселгәйне. Ул ҡоролоҡ булғанда ла һынатмай.
Уңыш гектарына 320-330 центнер тәшкилитә. Быйылғы йыл өсөн был насар түгел.
Йыйылған уңышты Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтарына оҙата быҙ. Бөгөнгө көнгә эш 12 гектар майҙанда ғына ҡалды.
Данис Ғәйнуллин һәм Николай Беляев , Константин Никитин, Иван Федоров, Урал Моталлапов, Николай Филиппов сит илдә
етештерелгән комбайндарҙа тырышып эшләйҙәр. Эш тәүлек әйләнәһенә туҡталмай, ул ике сменала ойошторолған.
Меха низаторҙарҙы ашнаҡсылар Глүзә Кәримова һәм Эльвира Хөснетдинова тәмле һәм йылы аштары менән һыйлай.
Шулай уҡ был көндәрҙә 467 гектарҙа киләһе йыл уңышы өсөн әҙерлек бара: ерҙәр тулыһынса һө рөлгән, минераль ашлама
инде релгән, химик эшкәртеү үткәрелә. Оператор Константин Черемискин “Туман-2” үҙ йөрөшлө машинала баҫыуҙарҙы химик
эшкәртә, Шамил Хәмитов “Т-150” тракторы менән һыу ташый. Зәбир Мөхәмәтов химикаттар менән заправкалай, - тип
һөйләне әйҙәүсе агроном Рәүф Мортазин. Эш ҡыҙыу бара. Ауыл эшсәндәре аяҙ көндәрҙе һөҙөмтәле файҙаланып, үҫтерелгән
уңышты йыйыу өсөн тырышып алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт итә.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Автор фотоһы.

Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас