Даирә
+4 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
12 Октября 2021, 17:15

Төркиәлә бәйғәмбәр кәмәһен тапҡандар?!

Төрөк-американ ғилми-тикшеренеү проектында ҡатнашыусы ғалимдар тауҙа ҙур бер “форма”ға тап булған.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Төркиәлә бәйғәмбәр кәмәһен тапҡандар?!Төркиәлә бәйғәмбәр кәмәһен тапҡандар?!
Төркиәлә бәйғәмбәр кәмәһен тапҡандар?!

Уны шунда уҡ Нух бәйғәмбәр кәмәһенә (Нух – исламда тәүге биш бәйғәмбәрҙең береһе, Библияла – Ной, кәмәһе – Ноев ковчег) оҡшатҡандар. Ҙурлығы ла тура килә, ти. Ә бит быуаттар, мең йылдар үткән!

Ғалимдар төркөмө Тендүрек тауында (Арарат тауы менән Ван күле араһында) тикшерелгән урынды 3D форматында сканерлаған. Кәмәгә оҡшаш яһалма объект тау аҫтында икән.

Тик геологтар ышанмайыраҡ тора: тау тоҡомо ул, тиҙәр. Әммә яңы дәлилдәр тап Нух кәмәһе ҡалдығы булыуына ышандыра икән. Сөнки сканер аша үткәреү тәбиғи геологик формацияла булмай торған һыҙыҡтар һәм мөйөштәрҙе күрһәткән. Табылған форма Библияла яҙылған кәмәнең ҙурлығына  тура килә: киңлеге – 150 метр (боронғоса – 300 терһәк).

Әйткәндәй, был урынды 1959 йылда хәрбиҙәр төшөргән аэрофотоһүрәттәр ярҙамында Төркиә әрмеһе капитаны Илхан Дурупынар асыҡлаған. Ул саҡта был ваҡиға шау-шыу ҡуптарған, әммә оҙаҡҡа түгел. Ниңәлер бик ҡыҙыҡһынмағандар.

Нух кәмәһе тураһында беләһегеҙҙер? Бәйғәмбәр һәм бер нисә кеше, булған януар-кейектәрҙән парҙар туфандан – донъя ташҡынынан шунда ултырып ҡотолған. Ҡөръәндә 71-се сүрә уның тураһында.

Кәмәнең ҡайҙа туҡталыуы билдәһеҙ. Уны Арарат тауында, тип тә фаразлайҙар. Нисек кенә булмаһын, эҙләнеү дауам итә.

 

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-10-12/t-rki-l-b-y-mb-r-k-m-en-tap-andar-2543675

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас