Даирә
+15 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
11 Октября 2021, 03:40

Диализ үҙәге асылды

Пациенттарҙы диализ үҙәгенә транспорт менән килтерәсәктәр һәм аҙаҡ өйҙәренә илтәсәктәр. Ауырыуҙар дарыуҙар, алмаш кейем менән тәьмин ителәсәк, туҡланыу ойоштороласаҡ.  

Добавить в предпочтительные источники Google

Пациенттарҙы диализ үҙәгенә транспорт менән килтерәсәктәр һәм аҙаҡ өйҙәренә илтәсәктәр. Ауырыуҙар дарыуҙар, алмаш кейем менән тәьмин ителәсәк, туҡланыу ойоштороласаҡ.  

 
 
Диализ үҙәге асылды

Иҫке Балтас ауылында амбулатор диализ үҙәге асылды. ”Ағиҙел” медицина үҙәгенең инвестиция проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә пациенттар өсөн ҙур уңайлыҡтар тыуҙырылған. Тәүге пациенттарҙы 12 октябрҙән ҡабул итә башлағандар, шулай уҡ күрше Асҡын, Борай, Тәтешле, Ҡариҙел райондары халҡы ла үҙәктә хеҙмәтләндереләсәк.

Пациенттарҙы диализ үҙәгенә транспорт менән килтерәсәктәр һәм аҙаҡ өйҙәренә илтәсәктәр. Ауырыуҙар дарыуҙар, алмаш кейем менән тәьмин ителәсәк, туҡланыу ойоштороласаҡ.  Үҙәк заманса ҡорамалдар һәм “Яһалма бөйөр” аппараттары менән йыһазландырылған.

–Беҙҙә дауалау түләүһеҙ, шифаханала һауыҡтырыу ҙа ҡаралған. Яҡын райондарҙа асыҡланмаған ауырыуҙар бар, диализ үҙәге уларҙы иҫәпкә алырға ярҙам итәсәк,– ти “Ағиҙел” медицина үҙәге”нең амбулатор диализ үҙәге директоры Нәзир Хафизов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас