Даирә
+7 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
8 Октября 2021, 11:58

Һаҡсыллыҡ серҙәре

Мираҫ дуҫ-иштәре алдында һәр саҡ үҙенең аҡсаны тотона белеүе менән маһайырға ярата. Ғаилә бюджетын алып барыу тураһында күп уҡый, табыш менән сығымдарҙы теүәл яҙып бара, аҙыҡ-түлекте акциялар буйынса алырға тырыша...

Һаҡсыллыҡ серҙәреҺаҡсыллыҡ серҙәре
Һаҡсыллыҡ серҙәре

Ҡатыны тәүҙә иренең был ғәҙәтенә көлөмһөрәп кенә ҡараһа, аҙаҡ бындай һаҡсыллыҡ йәненә тейә башланы.

Улдары донъяға килгәс тә, хәл әллә ни үҙгәрмәне – һаҡ­сыллыҡ балалар тауар­ҙа­рына күсте. Әнисә бошонманы, ҡасан да булһа иренең холҡо үҙгәре­ренә иҫәп тотто, өҫтәүенә сабый тәрбиәләү күп ваҡытын алды, бәхәсләшеү өсөн форсат булманы. Декрет ялында ултырған­да ла кейем яңыртмай булмауын аңла­тыу ауырға төштө. “Аяҡ кейемдәре иҫкерҙе, пальто ярамай, ҡыҫа”, – тигәненә ире: “Һин бит урамдан ары китмәйһең, ниңә кәрәк һиңә яңы итек? Пальтоны эшкә сыҡҡас алырбыҙ”, – тип кенә яуапланы. Хатта  косметика алырға ла аҡсаһын йәлләгән ирҙең ҡылығы башҡа һый­маҫ­лыҡ, ғәрләнерлек хәл ине. Барыһы ла ҡайны­һы­ның оло юбилей кисәһендә асыҡлан­ды...

Әнисәнең күптән бындай ғаилә байрамдарында бул­ғаны юҡ. Матур итеп кейенеп, балҡып йөрөгөһө килгән ҡатынға ҡыҙ саҡтағы күлдә­ген киңәйтеп тегеүҙән башҡа сара ҡалманы. Байрамға килгән ҡунаҡтар бер аҙ ултырғас, телдәре асылып китеп, эс серҙәре менән уртаҡ­ла­ша башланы. Ми­раҫ­тың атаһы улына һоҡла­ныуын йә­шер­мәне: ”Бындай “текә” маши­наға нисек аҡса йыя алдың? Ә ниңә уны минең исемгә яҙҙыр­ҙың?” – тине. “Шулай кәрәк, – тип кенә әйтеп ҡотолорға уйланы Мираҫ һәм, ғәҙәттәгесә, маҡта­ныуҙан тартынманы. – Ғаиләлә һаҡсыллыҡ кәрәк, бөтәһенең дә минең кеүек ҡулынан килмәй шул”. Әни­сәнең асыу-ярһыуы йөҙөнә сыҡһа ла, бер һүҙ ҙә өндәш­мәҫкә сабырлығы етте.

Иртәгәһенә әйберҙәрен сума­ҙанға тултырған ҡаты­нын күреп, Мираҫ аптыраны: “Ҡайҙа йыйы­наһың? Ашарға ла әҙерләмәгән­һең һаман”, – тип ҡәнәғәтһеҙ­ле­ген бел­дерҙе. “Бына һиңә һаҡ­сыл­лыҡтың тағы бер сере – ғаиләң ни тиклем бәләкә­йерәк, аҡсаң шул тиклем күберәк яның­да ҡалыр”, – тип сабыйын ҡу­лына алып, Әнисә ата-әсәһе янына юл тотто. Бер айҙан айы­рылышырға ғариза биргән йәш әсә тормошон өр-яңы биттән – ҡоршауҙа тотҡан һаҡсыллыҡтан түгел, үҙ-ара хөрмәттән һәм аңлашып йәшәүҙән башларға иҫәп тота.

- Динә Арыҫланова

Фото:ru.depositphotos.com

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-10-08/a-sylly-ser-re-2535746

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас