+1 °С
Ясно


Әҙерләү:
Башта йәшелсәләрҙе әҙерләйбеҙ. Сөгөлдөрҙө, кишерҙе таҙартып ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Һуғанды ваҡлап турайбыҙ. Помидорҙы, әсе боросто ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Шунан үҫемлек майында һуған менән кишерҙе ҡыҙҙырабыҙ. Ул ҡайнап сыҡҡас помидорҙы өҫтәйбеҙ ҙә, тағы ла ҡайнағас сөгөлдөрҙө һалабыҙ. Һәйбәтләп бутап тәмләткестәр өҫтәп талғын ғына утта сәғәт ярым бешерәбеҙ. Бешер алдынан һарымһаҡ ҡушабыҙ.
Артабан банкаларҙы стирелләп тултырабыҙ. Ярты литрлы алты банка сыға.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: spmguild.ru