

Маринад өсөн:
ике аш ҡалағы тоҙ, ярты стакан шәкәр, 150 миллилитр 9 процентлы һеркә, бер стакан үҫемлек майы, бер пакет корей кишере өсөн тәмләткестәр кәрәк.
Был ризыҡты әҙерләү өсөн махсус ҡырғыс булырға тейеш. Ҡабаҡты, кишерҙе йыуып, тышын таҙартып махсус ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Һуғанды ярым түңәрәк итеп киҫәбеҙ. Ҙур һауытта кишерҙе, ҡабаҡты, һуғанды һалабыҙ. Шунан маринад әҙерләп өҫтәп һәйбәтләп бутайбыҙ ҙә, йылыла бер сәғәткә ҡалдырабыҙ. Ҡабаҡ маринадланғансы банкаларҙы стирелләйбеҙ. Тигеҙ итеп әҙер ҡатнашманы һалабыҙ ҙа, өҫтөнә һутын ҡойоп ҡапҡасын ҡаплап ҙур һыулы кәстрүлдең төбөнә таҫтамал һалып банкаларҙы ҡуйып 15 минут стирелләйбеҙ. Ваҡыт үткәс алмашлап сығарып ҡапҡасын ныҡ итеп ябып йылы әйбергә урап бер суткаға ҡалдырабыҙ. Бына ризығыбыҙ әҙер.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: vosadu-li-vogorode.ru