Даирә
+18 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
5 Октября 2021, 04:52

Туған тел һағында

Райхана Нуфат ҡыҙы Хәмитова ҡырҡ йыл ғүмерен Шәрипҡол мәктәбендә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белем биреүгә бағышлаған. Алсаҡ, һәр ваҡыт йөҙөндә йылмайыу балҡыған мөғәллимәне уҡыусылары ла, хеҙмәттәштәре лә ихтирам итә һәм ярата.

Туған тел һағындаТуған тел һағында
Туған тел һағында

- Райхана Нуфат ҡыҙы тыумыштан уҡытыусы булып тыуғандыр ул. Тырыш, үҙ-үҙенә талапсан, эшенә бик яуаплы ҡарай, һәр дәрескә төплө әҙерләнә. Шуға күрә лә уның дәрестәре ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтә. Һәр балала башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн бар тырышлығын һала.

Яңылыҡтарҙан артта ҡалмай, яңы алымдар һәм технологиялар менән эшләй. Үҙе артынан йәштәрҙе лә эйәртә. Башҡорт теленән генә түгел, рус теленән дә көслө белем биргән киң профилле, үҙ эшенә тоғро һәм балалар өсөн йәнен-тәнен аямай хеҙмәт итеүсе уҡытыусы ул. Уны бөйөк уҡытыусы исеменә эйә тип, һис шикһеҙ, әйтергә була”, - ти уның хаҡында Шәрипҡол мәктәбе директоры Рәйлә Наил ҡыҙы Ғәйнуллина.

Райхана Хәмитова Ауыр­ғазы районы Төрөмбәт ауылында тыуып үҫкән. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Баш­ҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Һуңынан уны юллама менән Түбәнге Төкөн ауылына эшкә ебәрәләр. Ике йыл бында уҡытҡандан һуң 1983 йылдан алып Шәрипҡол  мәктәбендә ең һыҙғанып эшләй.

Элек-электән ауылға килгән йәш уҡытыусыларҙы ауыл егеттәре алып ҡала торған булған. Ошо ауыл егете Илфат Хәмитов та ҡара һылыу башҡорт ҡыҙына ғашиҡ булып, ғаилә ҡороп ебәрәләр. Илһам исемле ул һәм Регина исемле ҡыҙға ғүмер бирәләр. Әлеге көндә улар икеһе лә үҙ аллы тормош көтә, бер ейәнсәр һәм ике ейән бүләк иткәндәр.

- Беҙҙең быуын китап культы осоронда үҫте бит инде. Кистәрен өйҙә ғаилә менән китап уҡыу ғәҙәте бар ине. Аңлайбыҙмы - юҡмы ҙур-ҙур повестар, романдар уҡый торғайныҡ. Китапҡа булған бына шул һөйөүем филологияға алып килгәндер ҙә инде. Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма бер ҙә үкенмәйем. Балаларҙы яратам, улар менән эшләү күңелемә ял һәм ҡәнәғәтлек тойғоһо бирә, - ти Райхана Нуфат ҡыҙы.

Үҙ дәресен яратҡан уҡытыусы мәктәптә бик йәнле итеп яҡташ-яҙыусылар, шулай уҡ Ринат Камал, Әлфиә Әсәҙуллина, Венер Исхаҡов, Айгиз Баймөхәмәтовтар менән осрашыуҙар үткәрә, уҡыусыларын йыл һайын Ибраһим ауылында урынлашҡан мәғрифәтсе, шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың йорт-музейына алып бара. Ата-бабаларыбыҙҙың йәшәйешен, һөнәрҙәрен, шәжәрәләрен, арҙаҡлы батырҙарыбыҙҙың, яҙыусыларыбыҙҙың, артистарыбыҙҙың тормошон, ижадын өйрәтеүгә ҙур иғтибар бүлә. Ул яҙған сценарийҙар буйынса мәктәптә «Ямғыр саҡырыу», «Ҡаҙ өмәһе»,  «Ҡар һыуына барыу» йолалары бик күңелле үткәрелә.

Уның уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса районда уҙғарылған олимпиадаларҙа еңеп, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә ҡатнаша. Инде нисәмә йыл рәттән «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр ярышында ла һынатмайҙар. Шулай уҡ “Республикама дан йырлайым!” иншалар конкурсында, “Тормош һабаҡтары” дәресе буйынса олимпиадала ҡатнашып, урындар яулауға иршекәндәр. Юғары уҡыу йорттарында белем алып, уның эшен дауам итеүсе уҡыусылары ла бар.
Хәҙер ауыл ерендә лә балалар үҙ телендә һөйләшмәйҙәр. Был заман афәтенә ҡаршы нисек көрәшәһегеҙ? – тип һорайым.

- Бер нисә йыл элек кенә беҙҙең алда бындай мәсьәлә юҡ ине. Бына һуңғы осорҙа ғына тел юғалыу хәүефе барлыҡҡа килде. Балалар менән дәрестәрҙән тыш та тик башҡорт телендә генә аралашабыҙ. Тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫар вазифаһын башҡарыуым, уҡыусылар менән линейкаларҙы, төрлө тәрбиәүи сараларҙы үҙ телебеҙҙә алып барырға мөмкинлек бирҙе. Уҡыусыларҙан башҡорт телендә шиғырҙар һөйләтәбеҙ, йырҙар йырлатабыҙ. Уҙған йыл, пандемия булыу сәбәпле, онлайн рәүештә күп эшләргә тура килде. Яңы алымдар менән эшләү балаларға ла оҡшаны, - тип уртаҡлашты Райхана Хәмитова.

Йәш быуынды рухлы, илһөйәр һәм телһөйәр итеп үҫтереүгә тос өлөш индергән, үҙ эшен йәне-тәне менән яратып башҡарған мөғәллимәгә киләсәктә лә тырыш уҡыусылар, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге юлдаш булһын.

 

Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотоһы.

 

 

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас