

Башинформ хәбәр итеүенсә, Башҡортостандан Гай ҡалаһына уҡырға килгән өс студент ҡыҙҙы үлтереүҙә шик аҫтына алынған Александр Лазаревтан һорау ала алмай. Тотҡандан алып ирҙең тышҡы ҡуҙғытҡыстарға яуабы юҡ.
Табиптар мәғлүмәте буйынса, уның билдәһеҙ этиологиялы комала булыуы ихтимал. Физик яҡтан тулыһынса һау-сәләмәт. Ирҙең ҡыланыуы ла мөмкин, тип иҫәпләй полицейскийҙар.
Алдан хәбәр иткәнебеҙсә, 30 сентябргә ҡарай төндә Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында медицина коллдежында белем алған 19, 18 һәм 17 йәшлек студенттарҙың ғүмере ҡыйылған. Енәйәт ҡылыусыны ҡалала табылған ҡанлы кейемдәргә экспертиза үткәргәс билдәләгәндәр: ул 29 йәшлек Александр Лазарев булып сыҡҡан. Александр Лазарев ике ай элек иреккә сыҡҡан, ул клуб директорын үлтергән өсөн 9,5 йыл төрмәлә ултырған. Быға тиклем уғрылыҡ өсөн хөкөм ителгән булған.
Автор:Загида Мусина.