Даирә
+15 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
4 Октября 2021, 12:48

“Өшөгөҙ, тиҙерәк үлерһегеҙ...”

Үҙ ҡыҙҙары ата-әсәһенең ғүмерҙәрен ҡыйырға уйлай. Ә барыһына ла “Әсәлек капиталы” ғәйепле...

“Өшөгөҙ, тиҙерәк үлерһегеҙ...”“Өшөгөҙ, тиҙерәк үлерһегеҙ...”
“Өшөгөҙ, тиҙерәк үлерһегеҙ...”

Башҡортостанда йәшәүсе оло йәштәге Гөлхидан һәм Әғзәм Моратовтар һыуыҡ өйҙә йәшәргә мәжбүр. Сөнки уларҙың йортона ингән “зәңгәр яғыулыҡ”ты өҙәләр. Барыһына ла уларҙың ҡыҙҙары Илзирә ғәйепле.

 Хаҡлы ялдағы пенсионерҙар, ҡыҙҙары ярҙам һорағас, йорттарын “Әсәлек капиталына” һатылған итеп документ эшләй. Хәҙер  Илзирә Моратова – йортҡа, ергә һәм ихатала булған икмәкханаға ла хужа.

Тәүҙә мутлашыусы ҡыҙ ата-әсәһенең ғүмерен ҡыйыу өсөн төрлө юлдар һайлап ҡарай, килеп сыҡмағас, йортҡа үткән газды өҙҙөрә. Һәм оло йәштәге әбей менән бабайға: “Өшөгөҙ, шулай тиҙерәк үлерһегеҙ”, – тип белдерә.
Пенсионерҙар йортто “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырыуҙарын һорап газ хеҙмәтенә лә мөрәжәғәт итә, тик унда йорт хужаһы Илзирәнән ғариза кәрәклеген белдерәләр.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-10-04/sh-g-ti-er-k-ler-ege-2529980
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас